«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға дәғүәселәр асыҡланды



05.02.2011 Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға дәғүәселәр асыҡланды

Башҡортостан Республикаһы Пре­зи­денты ҡарамағындағы Башҡор­тостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәү­ләтшина исемендәге дәүләт премияһын биреү буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап, түбәндәге авторҙарға конкурста ҡатнашыуға рөхсәт бирергә ҡарар итте:
яҙыусы АНДРЕЕВ Николай Вла­димирович – «Болот-ҡыҙ» әкиәте өсөн. «Бельские просторы» журналы Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһы мөхәрририәте тарафынан күрһәтелгән;
«Бельские просторы» журналы Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһының шиғриәт бүлеге мөхәррире ГРАХОВ Николай Леонидович – «Лошадь Матильда и другие истории» китабы өсөн. «Бельские просторы» журналы Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһы мөхәрририәте тарафынан күрһәтелгән;
профессиональ яҙыусы КИНЙӘ­БУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы – «ҡолонсаҡ» һәм «Турғайҙар рәхмәте» китаптары өсөн. «БР Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан күрһәтелгән;
БР Композиторҙар союзы идараһы ағзаһы, «З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы» юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһының композиция кафедраһы доценты СӘЛМӘНОВ Салауат Рафиҡ улы – мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс кластарҙа уҡыған балалар өсөн яҙылған «Йәмле йәй килде» йырҙар йыйынтығы һәм «Әкиәттәр, уйындар, хороводтар» хор йыйынтығы өсөн. «БР Ком­позиторҙар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан күрһәтелгән.
Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе Башҡортостан Респуб­ликаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә күрһәтелгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙарын, матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында, шулай уҡ хат аша 2011 йылдың 25 февраленә тиклем үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен еткереүҙәрен һорай.
Комиссияның адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 215-се бүлмә, телефоны 250-09-68.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға