«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)



09.04.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


* * *
Уҡытыусы Вәлигә:
– Һинең был билдәләреңде күргәс, атайыңдың сәстәре ағарасаҡ! – ти.
– Ағармаясаҡ.
– Ни эшләп?
– Сөнки уның башы пеләш.

***
Юл инспекторы руль артында эт ултырған машинаны туҡтата.
– Һеҙ нимә, аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы әллә?! – тип ҡысҡыра ул эт эргәһендәге иргә. – Этегеҙҙе руль артына ултыртырға һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ!
– Ниңә миңә бәйләнәһегеҙ әле! Был минең эт тә, машина ла түгел. Мин уны ҡул күтәреп туҡтатҡайным.

***
– Фатирығыҙ һәйбәтлеккә һәйбәт. Ләкин бер аҙ ҡыҫынҡыраҡ.
– Туҡтағыҙ, беҙ лифттан сыҡманыҡ бит әле.

***
Бер ир һыуға батып үлергә йыйына. Муйынына таш аҫып күперҙә тора икән. Янына йүгереп бер ҡатын килә:
– Гражданин, туҡта, ашыҡмағыҙ! – ти.
– Һиңә нимә кәрәк?!
Теге ҡатын пакетын һуҙа:
– Ошо бесәй балаларын да үҙегеҙ менән алығыҙ әле…

***
Кис. Көн кискә ауыша. Ҡатыны иренә шылтырата:
– Ҡәҙерлем, мин саунала... Бында тап һин әйткәнсә: бер ниндәй бисә-сәсә юҡ, кругом ирҙәр икән…





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға