«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Өмөт үлгәс



25.01.2011 Өмөт үлгәс

Карап, фажиғәгә осрап, кеше йәшәмәгән утрау эргәһендә бата. Әммә бер ир иҫән ҡала. Сөнки бик көслө һәм таҙа була. Ул йөҙөп утрауға сыға һәм, берәйһе ҡотҡарыр әле, тип көтә башлай. Тәүҙә үҙенең иҫән ҡалыуына бик шатлана. Әммә көндәр үтә, тик ярҙам һаман күренмәй. Ул инде утрауҙа йәшәүгә күнегә башлай. Үҙенә бәләкәй генә йорт йүнәтә, батҡан караптан яр ситенә ағып сыҡҡан әйберҙәрҙе ташый. Һәм һәр көн иртән таң атыуға офоҡтан карап күренәсәк, тип өмөтләнә. Көн һайын Алланан ярҙам һорап ялбара.
Бик күп ваҡыт үтһә лә, ярҙам һаман күренмәй. Бер көн ул һунар­ҙан ҡайтып килгәндә, ҡот осҡос янғынды күрә. Уның өйө, эсендәге бөтә нәмәһе менән янып, көлгә әйләнә. Ирҙең йәне көйә, кәйефе ҡырыла. Һәм ул Аллаға:
– Ошо ҡотһоҙ утрауҙа инде нисәмә ай ғазап сигәм, Үҙеңдән ярҙам һорап ялбарам. Ә Һин минең бөтә нәмәмде тартып алдың, – ти. Ирҙең битенән йәш тамсылары аға, уның өсөн тормош бөткән һымаҡ тойола. Һәм ул ултырған урынында йоҡлап китә.
Икенсе көндө иртән йоҡонан уянғас, утрауға табан карап йөҙөп килеүен күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Был оҙаҡ көтөлгән ярҙам була.
– Мин һеҙҙе шундай оҙаҡ көттөм, мине нисек таптығыҙ? – ти ир, ҡыуанысынан тотлоға-тотлоға.
– Һин бит кисә көслө төтөн сигналы бирҙең. Шуға тап ошонан эҙләргә кәрәк тип уйланыҡ, – тигән ҡотҡарыусылар.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға