«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



18.01.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

«ДПС постарын алып ырғытыуға ҡаршы булған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ҡара ыуыл­ды­рыҡтан баш тартып, аслыҡ иғлан иткән».
* * *
Гражданин Румянцев үҙенә һәм ҡатынына яңы асыш уйлап тапҡан. Ул, «хеҙмәт» – ҡатын-ҡыҙ, ә «ял итеү» ир-ат затынан, тигән.
* * *
Биш йәшлек малайға пианино һатып алалар. Ул атаһы эргәһенә килә лә:
– Атай, һин минең былай ғынамы, әллә композиторҙар һымаҡ уйнауымды теләйһеңме? – ти.

* * *
Өс йәшлек ейәне өләсәһенә:
– Мин үҫкәс һиңә өйләнәм, – ти.
– Улым, өләсәйҙәргә өйләнергә ярамай, ә сит кешеләргә өйләнәләр, – ти өләсәһе.
– Ә үҙең олатайыма өйләнгәнһең, ә миңә сит кешегә өйләнергәме? – тигән малай, илар сиккә етеп.
* * *
Атаһы өйгә бәләкәй генә бесәй балаһы алып ҡайта һәм балалар баҡсаһына йөрөгән улына:
– Бына был бесәй хәҙер һи­неке һәм һин уның хужаһы, – ти.
– Юҡ, мин хужа түгел. Мин уны һыйпайым ғына. Бында өләсәйем хужа, ә беҙ бөтәбеҙ ҙә уның бесәй­ҙәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға