«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Көлһәң, көл…



29.08.2018 Көлһәң, көл…

Көлһәң, көл…
- Мыйыҡ эшләп эшкә килдем. Ҡаштары эшләнгән, керпектәр йәбештергән бисәләр мине иҫәр тине. Ҡайҙа логика?
- Икенсе класта уҡыған улым менән төнгө cәғәт бергә тиклем өйгә эш эшләнек. Баш ҡатырып ултырғансы, лутсы мин ҡатын менән обой йәбештерер инем.
- Кеҫә телефонындағы будильниктың һәр шылтырауы өсөн аҡса алынһа, барыһы ла ваҡытында торор ине.
- Төнгө сәғәт өстә күрше ишеккә тибеп, ҡотомдо алды. Тертләүемдән ҡулымдағы эшләп торған дрелемде саҡ иҙәнгә төшөрөп ебәрмәнем.
- Ирҙәр нәскийе бик сәйер әйбер. 20 пар йыуҙым, иштәре табылманы.
- «Право»мды алдырғас, ике йылдан һуң саҡ рулгә ултырҙым. Юлда барғанда барыһы ла миңә пипелдәтә, ҡысҡыра, ҡул болғай. Һағынып бөткәндәр…
- Иренең күрше ҡыҙына сығып китеүенә йәне көйгән ҡатыны мәкерле план ҡорҙо. Үс алыу ниәтенән, һөйгәнен тартып алған көндәшенең атаһына кейәүгә сыҡты ла, иренә ҡәйнә булды.
- Чиновниктарҙың һанын уларҙың үҫеп килеүсе балалары ишәйтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға