«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)



30.07.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)
* * *
Теш табибы – пациентҡа:
– Тешегеҙҙе дауалап бөттөм. Ике сәғәт тирәһе ашамай тороғоҙ!
– Ике сәғәт ти... Һеҙҙәге хаҡтар менән ярты йыл ашамай йөрөйәсәкмен әле.
* * *
Мәктәп уҡыусыһы пирсинг салонына килә лә мастерға:
– Ағай, һеҙ ун көн элек минең кендегемә пирсинг эшләгәйнегеҙ. Тик тағып ҡуйған тимерегеҙ нисектер ауыр... – ти.
Мастер ҡыҙҙың майкаһын күтәрә лә ҡысҡырып ебәрә:
– Ирек, һинең гараж асҡысың табылды!

* * *
Бер кешене эт тешләгән. Ҡатыны табипҡа барырға ҡуша икән.
– Ҡуй әле, эт эт инде ул. Теш эҙе ҡалмаҫ әле.
– Теш эҙе тимәйем, ҡоторған булмаһын, тим.
Бер-ике көн үткәс, ирҙең температураһы күтәрелеп киткән. Табипҡа барһа, тегеһе укол ҡаҙарға кәрәклеген әйткән. Ир иһә табиптан бер бит ҡағыҙ һораған.
– Васыят яҙа башланығыҙмы әллә? – тип шаяртҡан табип.
– Васыяты – васыят, ҡоторғас, кемде тешләргә тигән исемлек яҙам!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға