«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Илай-илай уҡырлыҡ китап



08.01.2011 Илай-илай уҡырлыҡ китап

Өҫтәлемдә яңы китап ята. ҡараңғылыҡтан йәш һәм матур Һәҙиә Дәүләтшинаның йөҙө яҡтырып күренә. Уның саф булмышы – ҡара күҙҙәре йондоҙҙай балҡый. «Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады» тип атала был китап-альбом. Уны беҙҙең Хәйбулла районы ҡыҙы, йәш ғалимә төҙөгән.
Тулҡынланып, альбом биттәрен асам. Хеҙмәт бик ентекле һәм уйлап эшләнгән. Китапты яратып уҡып, һәр бер фотоны хөрмәт менән ҡарап сыҡҡан оло йәштәрҙәге бер апай: «Илай-илай уҡыным», – тигәйне. Ысынлап та, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк әҙерләгән икән филология фәндәре кандидаты, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының өлкән уҡытыу­сыһы Гөлнур Нуриман ҡыҙы ҡасҡынова (Билалова).
Китапҡа рус һәм башҡорт телдәрендә тәрән йөкмәткеле баш һүҙҙе яҙыусы һәм ғалим Роберт Байымов яҙған.
Йәш ғалимә башҡорт халҡының күренекле әҙибәһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшина хаҡында бығаса баҫылмаған бик күп мәғлү­мәттәр­ҙе, архив материалдарын, фотоларҙы туплар өсөн Башҡортостанды арҡырыһы-буйына гиҙеп сыҡҡан. Күренекле шәхес тураһында эҙләнеүҙәре уны әҙибәнең туғандары Мәрғүбә Дәүләтшина, Рәйсә Сафина-Мөхәмәтова менән осраштыра.
Ошо китап биттәрендә күпме йоҡоһоҙ төндәр, эҙләнеүҙәр, тәрән кисерештәр һыйған. Уҡытыусы булараҡ, йәштәребеҙ араһында шундай етди, инициативалы кешеләр булыуына һоҡланам. Әҙәбиәт фәне ышаныслы ҡулдарҙа, тип ғорурланам. Һәҙиә Дәүләтшина тураһындағы китапты баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында һатып алғайным. Яҡташыбыҙ Гөлнур ҡасҡынова төҙөгән был альбомды тиҙерәк район китапханаларында, магазин кәштәләрендә күргебеҙ килә.

Нәфисә ҒАТАУЛЛИНА.
Хәйбулла районы,
Вәлит ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға