«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (9.03.2018)



12.03.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (9.03.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.03.2018)
Ике дуҫ осраша. Береһе зар­лана:
– Был ҡатын менән башҡаса йәшәй алмайым. Һәр көн һайын: «аҡса бир» ҙә «аҡса бир».
– Уға ниңә шул тиклем аҡса кәрәк?
– Белмәйем. Биреп ҡарағаным юҡ.
* * *
– Доктор, ҡатынымдың тауышы юғалды. Нимә эшләргә икән?
– Ә һин төнгө cәғәт өстә ҡайтып ҡара.
* * *
– Ҡурҡыныс хәл тыуғанда руль артындағы ҡатын-ҡыҙ нимә эшләй?
– Руль артына йәшенә.

* * *
Судья:
– Һеҙ кейәүҙәме?
– Ирем 15 йыл элек үлде.
– Туҡтағыҙ, туҡта… Һеҙҙең бит береһенән-береһе бәләкәй биш балағыҙ бар!
– Мин һеҙгә, ирем үлде, тинем. Ә үҙем, Аллаға шөкөр, иҫән-именмен.

* * *

Роботтар ғаиләһендә. Әсәһе – ҡыҙына:
– Башта өйләнһен. Туйға тиклем уға схемаңды күрһәтмә!

* * *
Профессор:
– Бөгөнгө көндә химияның иң ҙур ҡаҙаныштарын әйтегеҙ әле.
Студент:
– Һары сәсле ҡыҙҙарҙың күбәйеүе.

* * *
Көн дә лаяҡыл иҫереп, төн уртаһында көскә өйгә ҡайтып йығылған иренән тамам йонсоған ҡатын зарын әхирәтенә һөйләгән. Уныһы противогаз кейеп, ирен ҡурҡытырға кәңәш иткән.
Ҡатын шулай эшләй ҙә. Противогаз кейеп ишек төбөндә торһа, көскә ҡайтып ингән хәләл ефете уға араҡынан томаланған күҙҙәре менән бер аҙ ҡарап торғас:
– Әллә ҡашын ҡырған инде, – тип уны ситкә этә лә, өйгә инеп китә.

* * *
Бер ханым табипҡа зарлана.
– Һеҙ миңә диетала ултырғанда алма ашарға тәҡдим иттегеҙ. Һис кенә лә ябыҡмайым.
– Ә һеҙ уларҙы йыумай ашап ҡарағыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға