«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Хәҙер Һинең сират!"



03.02.2018 «Хәҙер Һинең сират!"

«Хәҙер Һинең сират!"
Хрущев мәлендә ваҡ ауылдарҙы бөтөрөп, эреләтеү барғаны барығыҙға ла мәғлүм. Бөрйән районының Аралбай ауылында, минең иҫемдә, хатта магазин да бар ине. Халыҡты ҙурыраҡ ауылдарға күсереп бөткәс, тик Йомағужа ҡарт ҡына урынынан ҡуҙғалманы. Ике әбейе менән бейә, ҡорт, башҡа мал аҫрап йәшәй бирҙе.
Баш ҡалаға командировкаға барған район етәкселәре ҡайтышлай Йомағужа ҡарттың утарында туҡтап, ял итеп ҡайта ине. Яңғыҙ, тыныс ятҡан утар, бал да, май ҙа, ҡымыҙ ҙа етерлек. Ҡала күстәнәстәре лә бар.
Шулай бер көн райондың дүрт етәксеһе – хәрби комиссар, район советы етәксеһе, райком кешеләре һуң ғына бабайҙың өйөндә туҡталған. Ҡымыҙҙы ла, ҡаланан алып ҡайтып килгән шешәләрҙе лә ҡунаҡтар ҙа, хужа бабай менән әбейҙәре лә арыу ғына һуҡҡан. Бабайҙың әбейҙәре стенанан стенаға тиклем һалынған урындыҡтың бер башында үҙҙәренә, икенсе башында түрәләргә урын йәйгән икән. Йор район Советы түрәһе йоҡламайраҡ ятҡан. Шуға ла урындыҡтың икенсе башында ике әбейе уртаһында ятҡан Йомағужа ҡарттың ни ҡылғанын аңғарған.
Башта бабай иң төптә ятҡан йәш әбейен ҡыуандырған. Унан әйләнеп, оло әбейен ҡыуандыра башлаған.
Муллабаев бабай яғынан беренсе булып ятҡан военкомды төртөп: «Бабай сиратлап эшкәртеп килә. Киләһе сират һинеке, ыштаныңды һала башла», – тип уятҡан...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға