«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)



06.12.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)
Йыуынғыс эргәһендә бер ир зарлана:
– Яңы ҡырынғыс бик хөрт булып сыҡты – ниңәлер бер ҙә алмай.
Ҡатыны:
– Бәй-бәй, кисә һыйыр тышауын бик һәйбәт ҡырҡҡайны…
* * *
Ике күрше һөйләшә:
– Ҡәйнәмә тыуған көнөнә кер йыуыу, киптереү әйберҙәре бүләк иттем әле.
– Ай-һай, бигерәк бай икәнһең.
– Юҡ, ни бары илле һум түләнем.
– Ниндәй арзан техника һуң ул?
– Ҡырҡ һумлыҡ тас менән ун тәңкәлек кер бауы.

* * *
– Нимә генә тимә, хеҙмәт еңел түгел, – тип һөйләй армиянан ҡайтҡан һалдат дуҫтарына, – тәүлектең 25 сәғәте буйына йүгерәһең.
– Тәүлектә бит 24 сәғәт кенә, – ти бер дуҫы.
– Ул “гражданка”ла шулай, ә бына армияла бер сәғәткә иртәрәк уяталар.

* * *
Олигарх ҡыҙы егетен атаһы менән таныштырырға өйөнә алып ҡайта. Атаһы буласаҡ кейәүенән һораша.
– Фатирың бармы?
– Алла бирһә, булыр.
– Автомобилең бармы?
– Алла бирһә, булыр.
Егет ҡайтып киткәс, ҡыҙы атаһынан:
– Атай, ул һиңә оҡшанымы? – тип һорай.
– Ыштанһыҙ бер егет инде. Әммә уның мине нисек атауы оҡшаны!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға