«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (13.10.2017)



19.10.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (13.10.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (13.10.2017)
* * *
Ир бала табыу йорто тәҙрәһе эргәһендә тора. Ҡатыны уға ҡарай.
– Улымды күрһәт! – ти ир.
– Әлегә ярамай.
– Нисек һуң ул?
– Яҡшы. Йоҡлай.
– Кемгә оҡшаған?
– Һин уны барыбер белмәйһең.
* * *
– Ҡатыным миңә кәләш булған саҡта уға ҡарарға ла ҡурҡа торғайным.
– Ә хәҙер?
– Хәҙер уға ҡарай алмайым.

* * *
Кафела:
– Мин, – ти ир, – күберәк төшөр­ҙөм, ахырыһы. Берәй айнытырлыҡ нәмә килтерегеҙсе...
– Рәхим итегеҙ, һеҙҙең иҫәп…

* * *
Өс әхирәт һөйләшә.
– Ирем миңә заманса телевизор һәм видеосистема алып бирҙе. Көнө буйы өйҙә ултырам. Бер ҡайҙа ла йөрөргә кәрәкмәй.
– Ә миңә ирем өй кинотеатры алып бирҙе. Тоҡандыр ҙа, рәхәтләнеп күңел ас, – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең нимә бүләк итте? – тип һорайҙар өсөнсөһөнән.
– Миңә, – ти ҡатын, – бер нәмә лә һатып алманы. «Һинең менән әле киноға ла, театрға ла йөрөп була», – тип әйтте.

* * *

Малай яңы ғына теле асылып, аңлашылмаған телдә үҙенсә һөйләшеп йөрөгән йәш ярымлыҡ ҡустыһына ҡарап тора ла, әсәһенән һорай:
– Әсәй, һин уның башҡорт булыуына ышанаһыңмы ул?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға