«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Май ине, масла ине!»



03.10.2017 «Май ине, масла ине!»

«Май ине, масла ине!»
Минең әсәй яғынан ҡарт олатайым Фәтхулла балта алып ҡайтырға тип Әүжәнгә барған.
Унда үҙенең Степан белешенә барып: “Ызнакум, май ине, масла ине, балта ине, тапур ине”, – тип, майға балта алырға теләүен белдергән. “Алмашайыҡ” тигән һүҙҙең руссаһын белмәһә лә, шулай итеп үҙенә нимә кәрәклеген аңлата алған.
Ауылға ҡайтҡас, аптырап, һөйләй икән: “Мин урыҫса белмәйем. Ә ызнакумдың 2 – 3 йәшлек ҡыҙы ла шартлатып урыҫса һөйләшә бит әле ул”.

Сания СӘҒИТОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға