«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)



25.09.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
* * *
Ҡатын менән ир талаша. Ире:
– Белгең килһә, һинең кеүектән ике бисәне аҫрарлыҡ аҡса эшләйем! – ти.
– Йә, яҡшы. Улай булғас, әсәйем беҙҙең менән йәшәйәсәк!

* * *
Бисәһе, әсенеп:
– Һиңә кейәүгә сыҡҡанда һуҡыр һәм һаңғырау булғанмын шул!
– Бына! Бына, күрҙеңме инде! Мин һине ниндәй ауырыуҙарҙан дауаланым! – ти ире.
* * *
– Вәсилә, һин ниндәй һауаны яратаһың? Диңгеҙҙекенме әллә урмандыҡынмы?
– Ҡәҙерлем, әллә һин беҙгә ял итергә барырға путевка алып йөрөйһөңмө?
– Юҡ, хужалыҡ тауарҙары кибетендә һиптергес һайлайым…

* * *
Ике дуҫ осрашҡан.
– 8 Мартҡа ҡатыныңа ниндәй бүләк әҙерләнең?
– Бына, ҡулдарына, ҡолаҡтарына инде...
– Нимә, алтын йөҙөк, алтын алҡа алдыңмы әллә?
– Юҡ инде! Һабын.

* * *
– Улым, имтиханыңды нисәгә бирҙең?
– «Икеле»гә, атай.
– Маладис!
– Нишләп улай тиһең ул?
– Колхозда эшләргә кеше кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға