«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (8.09.2017)



08.09.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (8.09.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.09.2017)
Аллаһы Тәғәлә балта оҫтаһына:
– Мин һинән көнләшәм, – тип әйткән, ти.
– И, Хоҙайым, һин ҡөҙрәтле, мин бер ябай кеше. Нимәмә көнлә­шәһеңдер инде...
– Һин эшләгән ултырғыстар артыңдан бер туҡтауһыҙ теләнеп, эйәреп йөрөмәй...

* * *
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе:
– Беҙ ни өсөн ашар алдынан ҡулыбыҙҙы йыуабыҙ? – тип һорай.
– Ә мин беләм. Ҡалаҡты бысратмаҫ өсөн, – ти икән бер малай.

* * *
Таһир ваннанан ҡысҡыра:
– Әсәй, һин миңә бөгөн ниндәй күлдәк бирәһең?
– Ҡыҫҡа еңлене. Ә ниңә улай тип һорайһың?
– Ҡулдарҙы ҡайҙа тиклем йыуырға икән, тим.

* * *
Ҡатыны иренән:
– Ни эшләп һин таңғы биштә ҡайт­тың? – тип һорай икән.
– Ә был ҡалала таңғы сәғәт биштә тағы ҡайҙа барып була? – тигән тегеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға