«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.08.2017)



28.08.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.08.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.08.2017)
* * *
Көнсөл булма, кенә ҡыума һис
кенә.
Донъялыҡта ҡунабыҙ бер кис кенә.

* * *
Көнсөллөк ул, әйтерһең дә,
Донъяны ялмаған ут.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Көнсөллөк, һатлыҡ, алдашыу, урлыҡ, боҙоҡлоҡ, ялҡаулыҡ, тарҡаулыҡ – былар барыһы ла бер дейеүҙең баштары. Береһен бөтөрөүгә икенселәре ағыуын һибә, һаҫыҡ төтөнө сәсәтә.
(“Көндәлектәр”. 12.09.2011).

* * *
Көслөләргә көнсөллөк ят нәмә.
(“Көндәлектәр”. 17.03.2014).

* * *
Күберәк ҡабаланған – йышыраҡ хаталанған.
(“Хәҙистәр”).

* * *
Күберәк эсһәң хәмер,
Арта бит талаш-йәбер,
Ҡалмай бит хөрмәт-ҡәҙер,
Тиҙерәк тарта ҡәбер.
(“Көндәлектәр”. 10. 05.2013).

* * *
Күҙ асып, күҙ йомоуҙан да ҡыҫҡа
Ғаләм өсөн ғүмере әҙәмдең.
Тик шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә
Кеше уйы байҡай ғаләмде.
(“Күҙ асып, күҙ йомоуҙан да ҡыҫҡа...”).

* * *
Күҙ йәштәре ерҙә кәмемәй бит,
Һайығая ниңә йылғалар?
(“Көндәлектәр”. 28.05.2005).

* * *
Күҙ тейеүҙән яманыраҡ
Һүҙ тейеүе.
Бул һағыраҡ.
(“Күҙ тейеүҙән яманыраҡ...”).

* * *
Күк көмбәҙе – башҡорт тирмәһе.
(“Каруанһарай”).

* * *
Күкте ярып, йондоҙ ергә атыла,
Йондоҙҙарға кеше талпына.
(“Ғүмере буйына ниңә бер-беренә...”).

* * *
Күңелең булғансы
Йәшәп ҡалырға
Йәшлек тә етмәй,
Ҡартлыҡ та етмәй.
(“Йәшлектә ҡыш та...”).

* * *
Күп кешеләр мәхрүм була
Ике байлыҡтан:
Сәләмәтлектән-һаулыҡтан
Үә буш ваҡыттан.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Күпме йәнде ҡыйған йәлләдтең дә
Йән бирәһе барыбер бар әле.

* * *
Күпме ҡәбәхәтлек ҡыла бәндә
Күҙ асып күҙ йомған арала.
(“Күҙ асып күҙ йомған ара ғына...”).






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға