«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Яҙмышыма минең һис үпкәм юҡ…”



10.08.2017 “Яҙмышыма минең һис үпкәм юҡ…”

“Яҙмышыма минең  һис үпкәм юҡ…”
Танылған шағир, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәккә 10 августа 65 йәш тулыр ине. Халыҡ араһында “Мөхәббәт йырсыһы” булараҡ танылған әҙиптең ижады фәлсәфәүи, фәһемле, уйға һалырлыҡ шиғырҙарға ла бай. Арабыҙҙан иртә киткән шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.

Яҙмыштар ҡайҙа яҙыла?

«Яҙмыштар күктә яҙыла,
Беҙ – ҡол ғына ни бары».
Кешенән дә ҡеүәтлерәк
Кем, ни бар һуң юғары?

Аллаһ барға инанмаһаң,
Никтер шомло, ҡурҡыныс.
Мең һорауҙар ҡамауында
Нисек йәшәргә тыныс?

Беҙҙең Ер ише есемдәр,
Беҙҙеке ише Йыһан
Барҙыр ул арғы бушлыҡта –
Кем уларҙы бар ҡылған?

Әллә, урыҫ ҡурсағылай,
Йыһандар ҡатлы-ҡатлы?
Гиҙеп булмай ғаләмдәрҙе,
Уй уйлап баштар ҡатты.

Изге китаптар яҙа ла...
Үҙең күрһәң ышанып...
Тәүбә-тәүбә, көфөр уйҙы,
Фекеремде тышаным.

Заман етеп, яңы быуын
Асыр оло, ҙур серҙе.
Тик кем юрар беҙҙең заттар
Унда барып етерҙе?

Нисә дәүер көн күргән дә
Юғалған ғәрәсәттә.
Мал бүлешеп, ер йыртышыу
Ингән беҙҙең ғәҙәткә.

Сикһеҙ серҙәр сөңгөлөнә
Етһен ине кешелек.
Беҙҙең ҡулдан килерме был,
Әллә Аллаһ эшеме?!

Бөркөт саңҡыуы

Дуҫым Жәүәт Ғайсинға

Санҡ-саңҡ итеп бөркөт
саңҡығанын
Төштәремдә бөгөн тыңланым.
Бер әрнеткес оран, өндәү һымаҡ
Йөрәгемдә шул өн сыңланы.
Ниңә шулай өҙә үҙәгемде,
Үтә таныш ниңә был саңҡыу?
Минең ойоп ятҡан башҡортлоғом
Уяна бит.
Өмөт-ут балҡый.
Шул саңҡыуҙа, гүйә, ишеттем
мин
Салауаттың шиғри йор һүҙен.
Ғәзиз халҡы өсөн яу сабыуын,
Һыҡтағанын ярҙа бер үҙе.
Нисә быуат буйы ҡырһалар ҙа,
Баш эймәгән ғорур башҡорттоң
Йөрәге бит миндә.
Ә ниңә һуң
Өн-һүҙем юҡ?..
Хас та таш йоттом...
Яҙмыштарҙан, имеш,
уҙмыштар юҡ –
Бөркөтмө һуң шуға ышаныр?
Башҡорт илен күмеп өмөттәргә,
Бөркөт саңҡый, күктән төшә нур.
Вәлиди ҙә кеүек ғәййәр ирҙәр
Тыуыр әле, тиеп көтмәйбеҙ.
Бөркөт саңҡый икән,
әй, башҡортом,
Беҙ бөтмәйбеҙ!
Мәңге бөтмәйбеҙ!

Йәшен алдан йәшнәй
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!
Р. Ғарипов.

Ямғыр ҡоя ерҙе кинәндереп,
Йәшен ата, ялтлай ялағай.
Ә уйҙарым, йәшендәрҙе йырып,
Ҡәбереңә һинең баралар.
Берсә бағам ҡәбер таштарына,
Берсә – тулҡынына Иҙелдең.
Таш һалҡыны өҙә үҙәктәрҙе,
Ағиҙелем баҫа күңелде.
Һылыу Ағиҙелдең аҡ һыуылай,
Күңелкәйең шундай саф ине.
Йөрәгеңә хыял бөйөклөгө,
Изге хистәр генә хас ине.
...Ямғыр ҡоя, ҡара буръяҡ яһап
Ағиҙелкәйҙәрҙең аҡ һыуын.
Йәшен уйнай, гүйә, осҡон сәсә
Йөрәккәйҙәреңдең ярһыуы.
Ағиҙелкәйҙәрҙең аҡ сафлығын
Ямғыр ғына һыуы буярмы!
Ялтлап китеп йәшен йәшенләһә,
Күк күкрәмәйенсә ҡуярмы?
Бар донъяны күмеп ал нурҙарға,
Һыу өҫтөнән таҫма һуҙыла.
Йәшен йәшнәү, эйе, алдан була,
Күк күкрәүе уның – һуңынан!

Азатлыҡ
Нисә йылдар мин тотҡоно
булдым
һин ҡоршаған һөйөү-алдаҡтың.
Юҡ, берәү ҙә көсләп
индермәне –
Тотҡонлоҡто үҙем яраттым.

Татлы ине миңә был тотҡонлоҡ,
Мин ойоном һинең арбауҙан.
Үҙемсә бит күк-йыһанда
йөҙҙөм –
Ә ятҡанмын зиндан-һарайҙа.

Ҡараштарың, йылан күҙҙәреләй,
Зиһенемде икән әүрәткән.
Тик барыбер һиңә
ҡарғышым юҡ –
һиндәй арбаусылар һирәктәр.

Мәле етте: мин уяна барам
Ялған, әммә тәмле төшөмдән.
Ҡайҙа йылынырмын, әгәр йәнем
Тормош һалҡынында өшөһә?

Өшөһәм дә, инде кире инмәм
һарайына ялтыр һөйөүҙең.
Мин – иректә, азат бөркөт
төҫлө,
Шәүлә түгел, хәҙер мин – Үҙем!

Үҙәккәйем өҙөлә

Был йөрәгем ҡырҡҡа теленә,
Үҙәккәйем ҡырҡҡа өҙөлә.

Берегеҙҙә – шундай ҡупшы һын,
Оҙон толомло тик ул булһын.

Зәңгәр күҙҙәр – өсөнсөгөҙҙә,
Ҡарлуғас ҡаш – дүртенсегеҙҙә.

Ынйы кеүек теҙмә тештәргә
Балдай һүҙҙәр теҙер тел кәрәк.

Ҡурсаҡ ҡына, әммә һалҡын йөҙ –
Тетрәндермәй икән ялҡынһыҙ.

һәммә сифаттарға ҡағылмай,
Һүҙ әйтмәксе инем... Табылмай.
Ҡырҡығыҙҙы бергә теҙәйем –
Бергә ҡуша алмай йөҙәйем.

Яҙмышыма яҙғаны
Яҙмышыма минең һис үпкәм юҡ,
Күрһәтте ул төрлө-төрлөһөн.
Ҡай сағында яҡшы көйө – насар,
Насар көйө яҡшы йөрөнөм.
Йомарт булды зарға,
һағыштарға,
Мыҫҡал ғына һондо шатлыҡты.
Байтаҡ көнөм сыҡты ҡыҫыр
булып,
Хыялдарым ташҡа ҡаҡлыҡты.
Яҙмыш күктәрҙә бит яҙыла,
тиҙәр,
Ник уныңса ғына барманым?
Шуға микән бәхет һирәк тейҙе,
Оло һөйөү миңә яҙманы.
Ҡараштарҙан һөйөү эҙләмәйем,
Төңөлгәнмен шуға өмөттән.
Күкрәктәге йөрәк-былбылым да,
Моңло-зарлы һайрап, өҙлөккән.
Һис үпкәм юҡ шуға яҙмышыма:
Ул йөрөтә микән? Мин яҙам?!
Ә шулай ҙа иртә һайын үҙем
Үткәндәрҙе уйлап уянам.

Бағыныу
Шом-хафанан йөрәк өңөлгәндә,
Йәшәүҙәрҙән тамам төңөлгәндә,
Тылсым тапҡым килә,
Шундай тылсым:
Ҡабат ялҡын ҡапһын күңелдәргә.
Йәшәүҙәрҙән тамам төңөлгәндә.
Зар-интизар килеп
яҙмыштарҙан,
Ғажиз булып яңы яңылыштарҙан
Шыңшығанда эттәй,
Тылсым тапһам:
Араларлыҡ һары һағыштарҙан
Һәм һаҡларлыҡ яңы
яңылыштарҙан.
Һыҙлағанда иҫке йәрәхәттәр,
Тәҡдиреңдән көтмәй
мәрхәмәттәр,
Йолоп ҡалыр тылсым берәү генә:
Йәшәү көсө – бары мөхәббәттә,
Бағынамын бары мөхәббәткә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға