«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?



01.08.2017 Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?

Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?
Боронғо эскулаптарҙың тәжрибәһенән сығып, психологтар, кеше менән ул яратҡан емеш-еләк ара­һында бәйләнеш бар, тигән һығымта яһай. Баҡһаң, кешенең ниндәй емеш-еләк яратҡанына ҡарап холоҡ-фиғелен билдәләп була икән. Әйҙәгеҙ, бының ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшереп ҡарайыҡ.

Алма. Ҡатын-ҡыҙ – иң яҡшы ҡатын һәм әсә. Ир-ат – бик һаҡ кеше, мөхәббәт эштәрендә артыҡ баҙнатсыл түгел. Эштең уңышлы тамамланасағына ышанғанда ғына һөйөүен әйтеп бирә ала.
Әфлисун. Ҡатын-ҡыҙ – йыуаш һәм һаҡ кеше, тормошҡа бөтөнләй яраҡлаша белмәй. Ир-ат – ышаныслы, ваҡытын өйҙә уҙғарырға яратыусан.
Груша. Ҡатын-ҡыҙ – көслө, ышаныслы ир тураһында хыяллана. Ир-ат – аҡыллы, ләкин һоҡланыуын белдерә һалмай.
Банан. Ҡатын-ҡыҙ – үҙен ҡорбан итеүсән. Ир-ат – «тымыҡ һыуға ен оялай» – улар тураһында тап шулай тип әйтергә мөмкин.
Ҡайын еләге. Ҡатын-ҡыҙ – «ялҡынлы, дәртле ҡатын – шағир хыялы». Ир-ат – ғауғасыл.
Кишер. Ҡатын-ҡыҙ – ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙыр. Ир-ат – йыуаш, күндәм, бойороҡ бирергә яратҡан ҡатын өсөн ҡулайлы вариант.
Редис. Ҡатын-ҡыҙ – уҫал, үткер телле. Ир-ат – хайран ҡалырлыҡ.
Һарымһаҡ. Ҡатын-ҡыҙ – асыҡ йөҙлө. Ир-ат – матур йәшәй белә һәм ундай тормошто бик ярата.
Салат. Ҡатын-ҡыҙ – оптимист, башы һәр ваҡыт яңы идеялар менән тулы. Ир-ат – хеҙмәт һөйөүсән, ҡыҙыҡһыныусан.
Помидор. Ҡатын-ҡыҙ – типик йән көйөгө. Ир-ат – киң күңелле һәм күндәм, шуға күрә йыш ҡына ғәйепһеҙҙән ғәйепле була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға