«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (21.07.2017)



21.07.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (21.07.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (21.07.2017)
Атаһы – улына:
– Мәктәпте тамамлағас, һин, улым, табип һөнәренә уҡырһың инде…
– Атай, һин нимә? Мин бит себенде лә үлтерә алмайым…

* * *
Ҡыҙы әсәһенә зарлана:
– Әсәй, рәхмәтһеҙ кейәүең мин әҙерләгән ҡарабойҙай ярмаһын тағы ашарға теләмәй.
– Ҡыҙым, һин уға был ризыҡты әҙерләгәндә бар күңелеңде һалып бешереүеңде әйт.
– Ыста, уны бешерергә кәрәк булғанмы ни?
* * *
– Cәлимә эш ауыр түгелме? Эшкә өйрәнеп буламы? – тип ҡыҙыҡһына ферма мөдире яңыраҡ эш башлаған һауынсынан.
– Ауырлығы юҡ. Өйрәнеү тип ни. Һөткә һыу ҡушырға кәрәклеген былай ҙа белә инем.

* * *
Бер ир дуҫына маҡтана.
– Минең машинаны күр әле, тотош автоматика! Бер педалгә баҫһам, телевизор ҡабына, икенсеһенә баҫһам, музыка уйнай.
– Тапҡанһың нимә менән маҡтанырға! Минең машинамдың, беләһеңме, бер ишеген ҡатыраҡ итеп япһаң, ҡалған өсөһө шунда уҡ асылып китә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға