«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (14.07.2017)



18.07.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (14.07.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.07.2017)
Бер ир гел эскән һайын айныт­ҡыста уяна икән. Шуға өйөндә юрған аҫтында ғына эсмәксе булған. Иртән уянһа, айнытҡыста ята. Аптырап:
– Мин бында нисек килеп эләктем? Юрған аҫтында ғына шешәне бушатҡайным бит! – тип һорай икән.
– Бына шул юрған аҫтына ҡасып, икенсе шешәне алырға китеп барғанда тоттоҡ та инде беҙ һине! – тип яуаплаған айнытҡысҡа ябыусылар.

* * *
Әсәй, һауыт ватһа:
– Һөйөнөскә булһын, – ти.
Мин ватһам:
– Бөтә һауыттың башына һин генә еттең, – ти.

* * *
Сыҙап булмаҫлыҡ эҫе. Ике ир «копейка»ла бара. Машинаның тәҙрәләре ябыҡ. Икеһе лә тирләп- бешеп бөткән.
– Алмас! Эҫе бит. Тәҙрәне асайыҡ инде!
– Юҡ! Беҙҙең машинала кондиционер бар тип уйлаһындар.

* * *
Журналист 100 йәшлек ҡарттан интервью ала.
– Киләсәктә үҙегеҙҙе нисек күрәһегеҙ?
– Яҙға өйләнергә ине иҫәп…
– 100 йәштәме?!
– Мин бер ҙә ашыҡмаҫ инем дә, атай өгөтләй бит.

* * *
– Ҡара әле, һинең ни бары өс һыйырың бар, ә үҙең көн һайын иртән 150 литр һөт тапшыраһың…
– Бының сере бик ябай.
– Нисек?
– Иртә менән һыйырҙар янына ингәс, бер һөйләм генә әйтәм: «Нимә эшләйбеҙ: һөт тапшырабыҙмы әллә итме?».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға