«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)



03.07.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)
– Ҡәҙерлем, – ти ире, – әйҙә бесәй алайыҡ.
– Һин нимә, бесәйҙәргә минең аллергия икәнен беләһең дә инде, – тип ҡысҡырып ебәрә ҡатыны.
– Ҡыҙыҡ, – ти ире, – бесәй тиреһенә аллергия, ә бына шәшке тунына юҡ…
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Машинаңды бәрҙергәнһең икән…
– Эйе. Аҡса килтерә торған бетеү бүләк иткәйнеләр. Уны машинамдың алғы тәҙрәһенә элеп ҡуйҙым. Икенсе көндө автомобилем өҫтөнә инкассатор машинаһы килеп менде…

* * *
Яңы ғына машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ алған ҡыҙы, әсәһен ултыртып, өйҙәренә алып ҡайтҡас, әсәй кеше машинанан сыға ла:
– Ҙур рәхмәт һиңә, – ти.
– Ярай, – ти ҡыҙы, шатланып.
– Һиңә түгел, Аллаһы Тәғәләгә әйттем…
* * *

– Үткән тыуған көнөмдә үҙемә, ай һайын ҡыҙҙарҙы алмаштырып торорға теләр инем, тип теләк теләгәйнем.
– Шунан?
– Теләгем тормошҡа ашты! Ҡыҙҙар төшөрөлгән өҫтәл календары бүләк иттеләр.
* * *

– Ялҡыттың! Мин һинән китәм! Һимеҙлегем тураһында бер туҡтау­һыҙ төрттөрөүҙәреңде башҡаса түҙеп тормам!
– Туҡта, йәнем! Китмә инде! Балабыҙ тураһында уйла!
– Ниндәй балабыҙ тураһында?
– Нисек? Һин ауырлы түгелме







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға