«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Иҙән мөйөшө һәм... ир башы



13.03.2017 Иҙән мөйөшө һәм... ир башы

Иҙән мөйөшө һәм... ир башыҺеңлеләремдең ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа алып ҡайттым да, бер көн уларҙан, ике кескәй ҡыҙҙан, иҙән йыуҙыртырға булдым. Улар бар күңелен һалып, һыуҙы йәлләмәй, ихласлап иҙән таҡталарын йыуғыс менән тызырға кереште.
– Ҡыҙҙар, мөйөштәрҙе яҡшылап йыуығыҙ, – тип өйрәтәм ҡыҙсыҡтарҙы, – саң ҡалмаһын!
– Ә ниңә? – бәләкәй балалар яратҡан һорауҙарын бирмәй ҡаламы һуң?
– Мөйөштө таҙартып йыумаһағыҙ, ирегеҙ пеләш булыр, – тип етди яуаплайым.
– Ә-ә, – тип һуҙған ҡыҙҙар тағы ла тырышыбыраҡ иҙәнде һыулай...
Иҙән йыуып бөткән ҡунаҡ ҡыҙҙарым бер аҙҙан минең яҡҡа шелтәле ҡарай-ҡарай:
– И-их, бабай, бабай, элек Баныу әбей иҙәндең мөйөштәрен еренә еткергәнсе йыуһа, һин былай ялтас булмаҫ инең, – тип икеһе ике яҡтан тороп, иремдең тап-таҙа итеп ҡырылған ялтыр башын ысын күңелдән йәлләп һыйпай ине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға