«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.03.2017)



06.03.2017 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.03.2017)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.03.2017)
* * *
Ялҡауҙан бәхет ялтана.
(“Хеҙмәт”).

* * *
Ялҡын булһа халҡыңдан –
Гөлдәр үҫер артыңдан,
Әгәр тыуһа алтындан –
Йән өшөр был ялҡындан.
(“Ялҡын булһа халҡыңдан...”).

* * *
Ялтыраған һәр нәмәне ялҡын тимә.
(“Ҡар һәм күмер”).

* * *
Яңылышыуҙар, ауыр
яңылышыуҙар...
Һабаҡ улар һинең, минең дә.
Яңылышманым ләкин,
яңылышманым
Ватаныма булған һөйөүемдә.
(“Яңылышыуҙар, ауыр
яңылышыуҙар...”).

* * *
Яраһыҙ булмай тик еңеү ҙә...
(“Ҡояшлы төн”).

* * *
Ярты бәхет ялған.
(“Һалдат кеше. Тартам
тәмәкемде...”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға