«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Әсәм биргәнде йыпырам»



24.02.2017 «Әсәм биргәнде йыпырам»

«Әсәм  биргәнде  йыпырам»
Кейәүләп йөрөгән егет буласаҡ ҡайныһы өйөндә бик ситләтелә. Эш һуңынан ултырып ашау ҙа таҡы-тоҡо ғына була. Шуға егеттең әсәһе көлдә бешкән сөсө икмәкте улының ҡуйынына тығып ебәрергә мәжбүр була. Уныһы форсат сыҡҡанда йәшеренеп кенә ашанып ала икән.
Бер саҡ шулай эш менән булғанда, буласаҡ ҡайныһы тышҡа сығып, тыштағы буранға ҡарай ҙа: «Һыпырта буран, һыпырта», – ти икән. Буласаҡ кейәү, был һүҙҙәрҙе үҙенсә аңлап: «Һинекен түгел, әсәм биргәнде йыпыртам», – тип яуаплаған.

Зиннәтулла ӘЛЕКБАЕВ.
Ырымбур өлкәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға