«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)



07.02.2017 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)
Үлем юҡ, һәр ни
Мәңгелек, тимә.
Һыйһа ау эсенә,
Мәңгелек нимә?!
(“Ҡыр арып ял итә...”).

* * *
Үҫкән гөлдөң төҫө уңмай,
Дөрләп торған ялҡын туңмай.
(“Йәшә, көрәш. Һин бит йәшһең...”).

* * *
Үтелгән көндәргә ҡабат
Ҡайтыу ул – мөмкин түгел!
(“Мөмкин түгел”).

* * *
Хаким – хаким булып ҡала,
Ҡол һәр саҡ ҡол килеш үлә!..
(“Ғәйрәтле усаҡтың үлеме”).

* * *
Хаҡ һүҙ әйтһәң, бышылдау ҙа
Был донъяға ишетелә.
(“Дуҫым! Бушҡа тамаҡ ярма...”).

* * *
Хаҡлыҡ үлгән ерҙә – тормош үлә,
Тормош үлгән ерҙә Ваҡыт үлә...
(“Күпме генә елкенһә лә Ваҡыт...”).

* * *
Хаҡлыҡ хатта, хаҡлыҡ үҙе лә бит
Ялған хөкөмдәрҙән азат түгел.
(“Мин маҡтансыҡ түгел. Юлдарыма...”).

* * *
Халҡым менән тип һин, йөрәгем!
(“Йөҙөнә бәр”).

* * *
Хеҙмәт менән үҫһә генә кеше
Еңел атлай тормош юлында,
Һәм шул юлда ҡылған барлыҡ эше
Мисәтләнеп ҡала ҡулында.
(“Ҡулдар”).

* * *
Хистән фекер түгел, тыуа фекерҙән
хис, –
Сөнки, дуҫым, хис гел иҫке, фекер
– яңы.
(“Шағир”).

* * *
Хистәреңде юйып ташлар өсөн
Әллә күңел ҡара таҡтамы?
(“Онотор ҙа инем кеүек, дуҫтар...”).

* * *
Хыял, тормош – тигеҙ хоҡуҡлы.
(“Кисерегеҙ, таң хаҡында ине...”).

* * *
Һайға тарып туҡтай икән бер мәл
кәмә,
Йәш түккәнгә, диңгеҙ һыуы артыр,
тимә.
(“Һайға тарып туҡтай икән бер мәл кәмә...”)

* * *
Һалдат йәшәй ҡайыш эсендә,
Донъя иркен шуның өсөн дә!
(“Ике юллыҡтар”).

* * *
Һалдат ҡына ерҙә үлемһеҙ!
(“Һалдат бәхете”).

* * *
Һалдат – һалдат булмаҫ ине,
Йәшәһә еңел генә.
(“Төймә”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға