«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бензин ҡыйбат, хаҡ тешләшә



06.02.2017 Бензин ҡыйбат, хаҡ тешләшә

Бензин ҡыйбат, хаҡ тешләшәБензин ҡыйбат, хаҡ тешләшә,
Был бер шәп ысулдыр...
Машинамды егеп алдым,
Тағы кемдәр ҡушылыр?

Шоферһыҙ ҙа елә генә,
Яғыулыҡ та кәрәкмәй...
Был бәхет ул беҙҙә генә,
Башҡа илгә эләкмәй!

Елле ҡайыш сыбыртҡынан
Ҡурҡҡанға ул шәп саба!
Яйлап кире китмәбеҙме
Иҫке заманға табан?!

Нуридә Илһамова
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға