«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)



05.09.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)
* * *
Яңғыҙ йылға, күпме ярһымаһын,
Ҡушылмаһа уға иштәре,
Һаҙамыҡҡа ҡойоп, юлын ослай,
Түңгәктәргә күмә эштәрен.
(Автографтан. 10. X. 1974).

* * *
Яңы заман яңы йыр һорай.
(“Көндәлектәр”. 14. XII. 1963).

* * *
Яңы фекер һәр саҡ бәхәс тыуҙыра.
(“Көндәлектәр”. 28. VIII. 1961).

* * *
Яңы һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр,
Дөрөҫлөктө әйт һин тартынмай.
Һүҙең яңы булыр.
Яңылыҡ бит
Йөрөй дөрөҫлөктөң артынан.
(“Яңы һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр...”).

* * *
Япа-яңғыҙ тороп ҡалыр инем,
Ярай әле бар һеҙ – үткәндәр!
(“Их, йәшәйһе килә ел уйнатып...”).

* * *
Яратаһың икән – ҡыйыу бул!
(“Яҡтылыҡ”).

* * *
Яратҡан кеше ваҡлыҡты ғәфү итмәй һәм бәләкәй генә нәмәгә лә һыҙлана, яратҡан кешеһенең бәләкәй генә насарлығы ла уға ҙурыраҡ булып күренә.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955).

* * *
Яратҡандар ҡауышһындар! –
Шул минең әмер.
(“Кем, ни өсөн?”).

* * *
Яратылырға хаҡлы тик
Ярата белгән генә.
(“Үҙ-үҙеңде алдама һин...”).

* * *
Яулағанда тыныслыҡ,
Булһын ҡулда ҡылыс ныҡ!
(“Именлек һөрәне”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға