«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туғандар, гастарбайтерҙар”



24.05.2016 “Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туғандар, гастарбайтерҙар”

“Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туғандар, гастарбайтерҙар” Мин генәме заман тарафынан
Ояһынан ситкә тибелгән.
Күпме башҡорт бөтә Рәсәй
буйлап,
Төрлө тарафтарға һибелгән.

Ситтә ирҙәр тороп ҡалған ерҙәр,
Иламһырап ята ҡара ер.
Әллә ерҙе, әллә ирҙе уйлап,
Ҡараймаҫтан йөҙөң ҡарайыр.

Еркәйенең хәлен аңлай ҙа бит,
Әйтеү кәрәк бында тураһын.
Балаларҙы ашатырға кәрәк,
Кемдән генә ярҙам һораһын.

Әммә ләкин ул бит башҡорт атлы,
Йөрөмәҫ ул һис тә һоранып.
Башын баҫып эш эшләүен белер,
Эстән генә көйләп оранын.
Юҡ, йөрөмәҫ башҡорт һоранып!

***
(Р. Ғариповҡа)
Их, дөрөҫлөк, яҡты ҡояшым һин,
Шыҡһыҙлыҡта дөрләр бер усаҡ.
Осам һиңә, ҡоршауҙарҙы еңеп,
Һәм һиҙенәм, ҡанат янасаҡ.

Йәнселеп тә барып төшкән
мәлдәр,
Массаларға фәһем буласаҡ.
Булһын әйҙә, ун(ы)һы мөһим
түгел,
Йөрәктәрҙә йондоҙ ҡабынасаҡ,
Бик булмаһа, осҡон ҡаласаҡ...

***
Мин арыла, һин бирелә,
Икебеҙ – ике яры.
Тормошобоҙ – оло даръя,
Икебеҙ ике яры.

Йәнем, күҙ һал, килә ямғыр,
Күктән ағыла һыуҙар.
Оҙаҡламаҫ инде, ҡалҡыр
Беҙ ҡауышыр йәйғор ҙа.

***
Аймылышты юлдарыбыҙ тиеп,
Йәштәреңә сәсәп, быуылма.
Араларҙа меңәр саҡ(ы)рым
ятһын,
Икебеҙгә бары бер донъя.

Һөйгән кешең менән гелән
бергә булыу
Фанилыҡта, эйе, ят ҡанун.
Барыһынан мөһимерәк бөгөн
Йөрәктәребеҙҙә янған ут.

Хоҙай беҙҙе бары һынар өсөн
Юлыбыҙға ҡуя кәртәләр.
Ышан, йәнем, улар алыҫ түгел,
Беҙҙең иркәләнер иртәләр.
Улар беҙҙе күптән көтәләр.

* * *
Ысын һөйөү бары берәү була,
Ә ҡалғаны шәүлә, күсермә.
Ялған хисте татып иҫермә һин,
Йән-йәреңдән ҡалыу кисермә.
Иҫермә һин, берүк иҫермә…

***
Тойғоларым аҫау айғыр төҫлө,
Тәҡәтем юҡ һинһеҙ түҙерҙәй.
Күңелеңдә тамсы сабырлыҡ тап,
Ауыҙлыҡты сәйнәп өҙөрҙәй.

Остоҡ алға, өмөттәрем минең
Тау ҙурлығы диңгеҙ тулҡыны.
Томаланды аҡыл, ялмап китте
Күңелемде хистәр ялҡыны.

Һәм иҫәрең, торам алдарыңда,
Йөрәгемде йолҡоп ташларҙай.
Һин әйт кенә, гөл-баҡсалар
тыуыр
Ошо ятҡан һуйырташтарҙа…

… Кәрәкмәне баҡса, яҙ тигәнем,
Булған икән әбей сыуағы.
Ваз кистермә, йәнем, бары
өмөтөмдән,
Киләсәктә, бәлки, сәскә атыр
Һөйөүебеҙ – сирень ҡыуағы.

***
Ҡый-һай менән төптө юҡҡа ғына
Үтеп бара икән был ғүмер.
Бөгөн әле сәскә атҡан сағың,
Ә иртәгәң инде көл-күмер.

Бәндә шулай алға, артҡа саба,
Уңға, һулға, артҡа яңынан.
Юҡ-бар менән булған була
меҫкен,
Ә яҙмышы үтә янынан.

Их, туғандар, өйрәтегеҙ әле,
Кеше булып нисек йәшәргә?!
Кәрәк түгел миңә
Ғүмер буйы быҫҡып яныу,
Нисек берҙе, нисек йәшнәргә?!

Бер минутҡа, бары бер минутҡа,
Ә ҡалғаны китһен сәс(е)рәп.

Хәким АЛСЫНБАЕВ

БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта Күгәрсен районының Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыта. "Күңел дәфтәре" китабы авторы. Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты. Ҡатыны Физәлиә Рәфҡәт ҡыҙы менән дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға