«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Тышауланған аттар (Ғилман Ишкинин ижадынан)



23.05.2016 Тышауланған аттар (Ғилман Ишкинин ижадынан)

Тоноҡ ҡына төн тынлығын уйып,
Ҡыңғырауҙар ҡуя уянып.
Тупылдаған тояҡ тауышына
Күңелемде өтә уй янып.

Аттар, аттар, тышауланған аттар,
Оноттоғоҙмо әллә заманды?
Бәйгеләрҙә елгән, яуҙар сапҡан
Шаңдау бөтмәй әле һаман да.

Ҡараңғы төн, болоттарҙан ҡасып,
Йондоҙҙарын өйә ай ғына.
Кәртәләрен емерерҙәй итеп,
Әрнеп кешнәй өйөр айғыры.

Күҙ алдынан сабып үтә шул саҡ
Эйәрҙәрҙә тыуған сиреүҙәр.
Биҙҙерҙеме һеҙҙе ерегеҙҙән
Ҡарайтҡанда ҡанды иҙеүҙәр?
(«Шаңдау», 1997).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға