«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Батыр бул!



04.04.2016 Батыр бул!

Батыр бул!Батыр бул!

Яраталар беҙҙә бахырҙарҙы,
Бахырҙарҙы беҙҙә йәлләйҙәр,
Шуға, ахыры, һау-сәләмәттәр ҙә
Зарланырға сәбәп эҙләйҙәр.

Яратмайҙар беҙҙе батырҙарҙы,
Батырҙарҙан ғәйеп эҙләйҙәр,
Батырҙарға күптәр аяҡ сала,
Йәки ситтән генә күҙләйҙәр.

Бахырҙарға юлдар иркен, таҡыр,
Янып тора гелән йәшел ут,
Батырҙарға йәшәү ауыр, ләкин
Улар менән илдә бәхет, ҡот.

Тик батырҙар менән донъя матур!
Әйҙә, эйәр! Улар һуҙыр ҡул!
Бахыр менән ярышып батыр булма,
Батыр менән ярышып батыр бул!
Батыр менән йәнәш баҫыр бул!
30.03.2016.
Фирүзә Абдуллина







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға