«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



07.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Спорт тауарҙары магазины. Һатып алыусы һатыу­сынан парашютты нисек ҡулланыу тураһында һораша.
– Ҙур «балдаҡ»ты тарт­һағыҙ, парашют асыла, – ти һатыусы.
– Ә асылмаһа?
– Асылмаһа, бәләкәй «балдаҡ»ты тартырһығыҙ – запас парашют асыла.
– Уныһы ла асылмаһа?
– Уныһы ла асылмаһа инде беҙгә яңынан килер­һегеҙ, икенсеһенә алмаштырып бирербеҙ, – тигән һатыусы, иҫе лә китмәй.
* * *
Бер йәш ҡыҙ эргәһенә джип килеп туҡтай. Тәҙрәһен асып, ир:
– 100 доллар өсөн нимә эшләй алаһың? – ти.
– Бөтәһен дә, – ти ҡыҙ.
– Ярай улайһа, әйҙә, тиҙ генә ултыр, киттек, нигеҙҙе бетонлашырға ярҙам итер­һең, – тигән ир.

* * *
Хәрби комиссариатта:
– Иптәш Хөснуллин, һеҙ тыуған ил алдындағы бурысығыҙҙы үтәргә уй­лай­һығыҙмы?
– Әлбиттә, ә мин күпме тейеш?

* * *
– Ауырыу, минең һеҙгә ике яңылығым бар. Береһе – яҡшы, икенсеһе – насар. ҡайһыһынан башларға?
– Тик насарын ғына әйтегеҙ, ә яҡшыһы кәрәкмәй.
– Ни өсөн?
– Аңлайһығыҙмы, табип әфәнде, минең профессиям – журналист.

* * *
– ҡара әле, һинең сәсең парик һымаҡ та ул.
– Эйе, был – парик.
– Ысынмы, ә шул тиклем үҙ сәсеңә оҡшаған?

* * *
– Мин тәүге тапҡыр буласаҡ ирем менән та­ныш­ҡанда ул, ир-ат өсөн өйләнеү – һуңғы юл, тигәйне.

* * *
Әгәр ҡатын-ҡыҙ, өшөйөм, тиһә, ир-ат уны ҡосаҡларға кәрәк тип уйлай. Ә ҡатын-ҡыҙ, ир-ат затлы тун алыр, тип хыяллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға