«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » НИҢӘ ТУҠТАНЫҒЫҘ?



08.01.2016 НИҢӘ ТУҠТАНЫҒЫҘ?

– Бер сәғәттән килеп алырмын.
Апайымды магазин янында төшөрөп ҡалдырҙым да, ҡатынымды эшенән барып алырға киттем. “Гаишник”тар бәйләнеү сәбәпле, әйткән ваҡытҡа килеп етә алманым.
Апайым юл буйында ярты сәғәттән ашыу мине көткән. Ниһайәт, уның янына таныш “иномарка” туҡтаған. Йәшен тиҙлегендә артҡы урынға инеп ултырғас, ул күңеле булғансы һуңлап йөрөгәне өсөн “ҡусты”һының тетмәһен теткән. Шунан иғтибарын эргәһендә ятҡан обой төргәктәре йәлеп иткән. Уларҙы ҡарай-ҡарай, апайым аҡыл өйрәтергә тотонған:
– Һеҙҙең фатирға был обой бармай, ә бына минең йоҡо бүлмәһенә...
Машина кире яҡҡа боролғас ҡына апайым алда бөтөнләй ят кешеләр ултырғанын шәйләгән.
– Туҡтағыҙ, мине ҡайҙа алып бараһығыҙ?
Руль артындағы ир, көлөмһөрәп:
– Мин һеҙҙе ҡатынымдың танышылыр тип уйланым, – тигән.
Эргәһендәге ҡатын иңбаштарын һикерткән:
– Ә мин һинең танышыңдыр тип уйланым.
– Улайһа, ни өсөн туҡтанығыҙ һуң? – тип дәғүә белдергән апайым.
– Беҙ һеҙҙе ултыртманыҡ, үҙегеҙ машина светофорҙа торғанда ишекте астығыҙ!

И. ӘЛИМҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға