«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



25.12.2015 Мәҙәктәр

Ни өсөн Алладиндың шайтаны – лампанан, ә беҙҙең Хоттабыч шешәнән сыға?
– Ә һин үҙең улар урынында булһаң, ҡайһыһын һайлар инең – араҡынымы әллә кәрәсиндеме?


* * *
Мәҙәктәр1 ғинуар иртәһендә район дауаханаһында табип палатаға инә һәм, исемлекте ҡарап:
– Иҙрисов бындамы? – тип һорай.
– Мин.
– Фамилияң нисек?..

* * *
Ресторан. Яңы йыл. Сәғәт төнгө 2-се ярты.
– Официант, – тип ҡысҡыра бер ир, – һеҙ миңә ниндәй ит килтерҙегеҙ? Инде ярты сәғәт бер нисек тә ҡырҡа алмайым.
– Әфәндем, ашыҡмағыҙ, беҙ бит бөгөн таңғы 8-гә тиклем эшләйәсәкбеҙ, – тигән тегеһе тыныс ҡына.

* * *
– Әсәй, – ти бәләкәй улы, – әйҙә 31-ендә сәғәт 12-се яртыла уҡ: "Ура, Яңы йыл! Яңы йыл!" – тип ҡысҡырайыҡ.
– Бәй, ни өсөн? – тип аптырай әсәһе.
– Күршеләр Яңы йыл беҙгә иртәрәк килгән икән тип уйла­һын.
* * *
Ҡыш бабай саҡырыу буйынса сираттағы фатирға килә. Ундағы бәләкәй малайҙан:
– Шунан, улым, нимә теләй­һең? – тип һорай. Ә малай бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә бар көсөнә уның яңағына һуға.
– Ни өсөн?
– Былтырғы өсөн.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға