«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡышты яҙҙар итер һөйөүҙәргә Юҡтыр сиктәр, юҡтыр аралар



27.11.2015 Ҡышты яҙҙар итер һөйөүҙәргә Юҡтыр сиктәр, юҡтыр аралар

Дуҫтарыма

Бала саҡта мәктәп һуҡмаҡтарын
Йүгерә-йүгерә бергә тапаныҡ.
Ҡыңғырауҙар ҡағып, хушлаштыҡ та,
Үҙ юлыбыҙ менән атланыҡ.

Ул саҡтарҙа беҙ ашыға инек,
Хәҙер инде йылдар ашыға.
Даң-доң һуғып, ғүмер сәғәттәрен,
Елеп килә улар ҡаршыға.

Елеп килә һәм киҫәтеп уҙа:
«Һайыҡҡанда ғүмер диңгеҙең,
Һары көҙҙә һары утрауҙарҙа
Тороп ҡала күрмә бер үҙең.

Ғүмерҙәрҙең яҙы, көҙө булғас,
Ҡыштары ла уның бер килер.
Сал көрттәргә сумған һәр тарафтан
Үкенесле моңдар бөркөлөр.

Шул моңдарға сорнап,
ҡышҡы таңда
Дуҫтарыңа сәләм юлларһың,
Тик аяуһыҙ ҡыштар сәләмеңде
Бары елгә һибер... Һуңларһың…

Ҡышҡы әсе елдәр сәләм-ҡоштоң
Ҡаурый-ҡанаттарын туңдырыр.
Туңған ҡанаттарҙы йылытырға
Тик һуң булыр инде, һуң булыр…»

… Дуҫтар көттө мине, саҡырҙылар,
Ә мин булдым, гүйә, һаңғырау.
Бөгөн килеп күңелемдә яңыра
Үткәндән моң – беҙҙең ҡыңғырау.

Бөгөн килеп һағынам шул йылдарҙа
Етәкләшеп уҙған юлдарҙы.
Йылыларын тоям устарымда
Дуҫтар миңә һуҙған ҡулдарҙың.

Йырҙарым да ярһыу, дәртле көйлө,
Үҙәк өҙгөс зарлы моң түгел.
Дуҫтар йөҙөнә бағып, йылмайырға
Һуң түгел бит әле, һуң түгел.

Өләсәйем нәсихәте

Ҡояш менән уян, балаҡайым,
Бәхет таңың йоҡлап үтмәһен.
Хоҙай ҡушҡан бөгөн эшләр эште:
«Иртәгәгә», – тиеп әйтмә һин.

Күңел сәме һәм тырышлыҡ кәрәк
Ҙур, бәләкәй булған һәр эшкә.
Ялҡауланып, әгәр йоҡлап ятһаң,
Ташлап осор бәхет фәрештәң.

Ҡояш менән уян, балаҡайым,
Ҡояш менән башла эшеңде.
Ҡояш кеүек янып, эшләп йәшәү –
Бына ошо биҙәй кешене.

* * *
Был донъяла кемгә – сылтыр
көмөш,
Кемдер өлөшөнә – тик алтын.
Өлөшөмә төшкән еҙ-баҡырым
Бик ҡәҙерле миңә, бик яҡын.

Мең төҫтәрҙә баҙлап, балҡый төҫлө
Өлөшөмә төшкән баҡырым.
Алтын-көмөш яттар ят иткәндә,
Ят итмәне ҡәрҙәш-яҡыным.

Ялтыр-йолтор алтын яттыр миңә,
Үҙ баҡырым биләй бәғерҙе.
Бер тамырҙан булып, бергә үҫкән
Үҙ туғаным мең ҡат ҡәҙерле.

* * *
Йөрәгемдә әрһеҙ дауылдарға
Ҡаршы тора алыр көсөм бар.
Кәрәк икән, ҡара дошман яуын
Юҡ итерлек асыу, үсем бар.

Ҡаршы елдәр мине еңә алмаҫ,
Юлдарымды ташҡын быуалмаҫ.
Күңел өшөтөрлөк һалҡын көҙҙәр
Яҙҙарыма кәртә булалмаҫ.

…Үҙ туғаным ситкә типһә әгәр,
Етем бер ҡош кеүек булырмын.
Ҡояш нурын көтөп алалмаған
Меҫкен сәскә булып һулырмын.

Үҙ бауырым мине ҡаҡһа әгәр,
Ҡаршы яуға сығыр көсөм юҡ.
Һис бер ҡаршылыҡһыҙ еңелермен –
Сөнки йөрәгемдә үсем юҡ.

Һөйөү көсө

Йәшәү һуты алып тамырына,
Ангараның көмөш һыуынан.
Йылы төйәк табып йәндәренә
Байкал яны Иркут буйынан.

Себер тупрағында тамыр йәйгән,
Ниғмәттәрен уның татыған.
Һомғол һылыу башҡорт ҡайынҡайы,
Өршәк ҡайындары затынан.

Алған уны ышыҡ-ҡурсыуына
Мәғрур ағас – Себер имәне.
Яндарында ошо имән булғас,
Ел-ямғырҙар уға теймәне.

Урап үтте уны әсе елдәр,
Өшөтмәне ҡыштар һалҡыны.
Себер имәнендә тапты ҡайын
Боҙҙар иретер һөйөү ялҡынын.

Бер үк көйҙө көйләй япраҡтары,
Нисә йылдар парлап шаулайҙар.
Имән ышығындағы ҡайынға
Ап-аҡ ҡыштар, гүйә, аҡ майҙар…

Ҡышты яҙҙар итер һөйөүҙәргә
Юҡтыр сиктәр, юҡтыр аралар.
Себер имәне һәм Өршәк ҡайыны
Етәкләшеп бергә баралар.

Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға