«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Силәбелә – әҙәбиәт байрамы



14.11.2015 Силәбелә – әҙәбиәт байрамы

Силәбелә –  әҙәбиәт байрамыСиләбе башҡорттары үҙҙәренең телен, илен, шәхестәрен онотмай. Иҫәндәренең юбилей сараларын, мәрхүмдәрҙең хәтер кисәләрен ойоштороп, йәш быуынға әҙәби, мәҙәни мираҫтарҙы еткереп тора. Күптән түгел Арғаяш районының Бәжекәй ауылында Кәтибә Кинйәбулатованың 95 йыллыҡ юбилейына арналған “Һүҙ байлығы” тип аталған конференция үтте. Уның тәүге өлөшөндә мәктәп уҡыусылары үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡы­ны. Өлкәнең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе башлығы Ҡамса Дәүләт улы Мор­тазин етәкселегендәге жюри ағзалары уларға ҡыҫҡаса анализ яһаны. Яңы Субыл мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Денис Мөхәмәтшиндың “Үтәл­мәгән хыялдар” шиғыры улар тарафынан юғары баһа алды.
Конференцияның икенсе өлөшө шағирә, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың ижадына арналды. Яратҡол, Ҡуйһары, Аҡбаш, Яңы Субыл, Аяҙғол, Бә­жекәй ауылдарының мәктәп уҡыу­сылары әҙибәнең шиғри шәлкемдәренән әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне. Уларҙың һәр береһе поэтик театрға тиң ине. Айырыуса Зилә Мәғәсүмова әҙерләгән Яңы Субыл һәм Гүзәл Фазылова етәкселегендәге Бәже­кәй мәктәптәре уҡыусыларының сығыштары айырылып торҙо.

Конференция барыһына ла бик оҡшаны. Уҡыусылар үҙҙәренең ижадына баһа алып ҡыуанды. Уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар – Бәжекәй мәктәбе директоры Амур Хәби­буллинға, “Таң нурҙары” берекмәһе етәксеһе Гөлъямал Нәзми ҡыҙына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Юлиә ИСМАИЛОВА.
Силәбе өлкәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға