«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



23.10.2015 Мәҙәктәр

– Бесәй алдым… Хәҙер уға ҡарап аптырайым: ул һәр ваҡыт һыуытҡыс эргәһендә тапана, шул тиклем эшлекле йөҙ менән диванда аунай, теләһә, урамда йөрөп инә, йә ҡысҡырып ебәрә, минең әхирәттәремде күрә алмай, туҙан һурҙырғыстан ҡото оса… Уйлап-уйлап торам да, үҙемде икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡандай хис итәм, – бер ҡатын әхирәтенә.

* * *
Дарыуханала:
– Һеҙҙә сәс үҫтерә торған дарыу бармы?
– Бар!
– Яҡшымы?
– Бик яҡшы! Ана, касса артында торған мыйыҡлы кешене күрәһегеҙме? Ул – минең ҡатыным. Дарыу һалынған шешәне теше менән бороп асмаҡсы булған…

* * *
Ҡытайҙарҙың зәңгәр төҫтәге түшәк кәрәк-ярағын һатып алһаң, төн сыҡҡансы аватарға әйләнерһең.

* * *
Һауыт-һаба магазинында.
– Әсәй, ниңә һатыусы сынаяҡтарға ҡәләм менән һуғып ҡарай? – ти улы.
– Уларҙың сифатын һәм ватыҡ түглме икәнен тикшерә?
– Ә-ә! Бына ни өсөн кисә уҡытыусы минең башыма указка менән тондорған икән…

* * *
Хәйерселектең өс билдәһе:
1. Аҡса юҡ.
2. Аҡса бөтөнләй юҡ.
3. Долларҙарҙы алмаштырырға тура килер, ахыры.

* * *
Ухрюпинсктың зообаҡсаһынан өс тауыҡ, сусҡа, һыйыр һәм биш ҡуян сығып ҡасҡан. Ни өсөн тик ашай торған хайуандар ҡасыуын, тикшеренеү органдары асыҡлай.

* * *
Аҡсаһы күп кеше бер үк ваҡытта әллә нисә урында була ала. Мәҫәлән, Гавай утрауҙарында һәм федераль эҙләүҙә.

* * *
– Шунан, иртәнге ашҡа һинең нимә?
– Һоло бутҡаһы менән һоло кеҫәле.
– Англия?
– Ипотека.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға