«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



16.10.2015 Мәҙәктәр

Ҡарт йәһүд ейәненә ботинка бүләк итә.
– Мә, улым, тик бик ҡәҙерләп кей, – ти.
Бер аҙнанан ейәне олатаһына:
– Бүләк иткән ботинкаларың йыртылды, – тип килә.
– Нисек, йыртылды? – Уларҙы бит минең атайым – ун, мин – һигеҙ, ә һинең атайың алты йыл кейҙе. Һин, йүнһеҙ, бер аҙнала эшлектән сығарҙың!

* * *
Әгәр ҙә кеше күршеһен маҡтай башлай икән, тимәк, ул үҙ фатирын һатырға йыйына, тигән һығымтаға килергә кәрәк.

* * *
Таңғы сәғәт алты. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән сәскә магазинына ҡиәфәтенә ҡарағанда интеллигент ир инә. Һәм һатыусыға:
– Матур сәскә бәйләме әҙерләгеҙсе… ҡатыныма, – ти. Бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– Йомшағыраҡтарынан… – тип өҫтәп ҡуя.

* * *
– Ҡатыныма бриллиант балдаҡ алып бирҙем, – ти бер ир танышына. – Шунан алып бына ике аҙна инде ул минең менән һөйләшмәй.
– Бәй, ниңә? – тип аптырай тегеһе.
– Ошондай шарт ҡуйғайным.

* * *
Бер дини ҡатын, рухани эргәһенә килеп:
– Үтенеп һорайым! Миңә иремдән айырылырға рөхсәт итегеҙсе, – ти.
– Нимә булды һуң? – ти уға рухани.
– Көн һайын иҫерек, бер ерҙә лә эшләмәй, хатта миңә ҡул да күтәрә.
– Ниңә һуң ундай кешегә кейәүгә сыҡтың?
– Иҫәр булғанмын!
– Ул бит һине иҫәр тип тормаған, ә өйләнгән.

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Бөгөн төндә һин тағы һөйләштең!
– Йә, Хоҙай, – ти ир, – миңә хәҙер төндә лә ауыҙ асып һүҙ әйтергә ярамаймы ни?

* * *
Ҡатын-ҡыҙ сәғәттәр буйы өс әйбергә ҡарап тора ала…
Һөҙөмтәлә туғыҙҙы һатып аласаҡ.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға