«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Ике донъя, ике мөхит Ята беҙҙең арала...”



26.06.2015 “Ике донъя, ике мөхит Ята беҙҙең арала...”

Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Олеся Әхмәтрәхимова Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. “Тау шишмәһе” шиғри йыйынтығы авторы.


Сит өлкәлә…

“Ике донъя, ике мөхит Ята беҙҙең арала...”Рәсми ҡунаҡ көткән кеүек,
Көткәндәр икән, тием.
Аҡ ҡайындар.
Өҫтәрендә –
Ямалған милли кейем.
“Здравствуй!” – тиеп,
күрешәләр
Башҡорт ҡарағайҙары.
Кокошниклы ике уҫаҡ
Хихылдап тора ары.
Башҡорт тупрағында тыуып,
Ситтәр һаналаһығыҙ.
Беҙҙең аралар бүленгән,
Йәндәр бәйләнгән тығыҙ.
Административ сиктәрҙең
Һеҙ икенсе яғында.
Һеҙҙе күреү ҡыуаныслы,
Һеҙгә ҡарау ҡыйын да.
Сит өлкә иҫәпләнәме
Башҡортостан урманы?
…Ә һәр кем: “Һаумы,
яҡташ!” – тип,
Күрешә мине танып.

Кем һин?

Кем булаһың һин?
Таный алмайым.
Ҡыйын,
Хәлеңде
Төшөнгән һайын.
Ҡунаҡсыл, имеш,
Ә балаларың?
Килмешәктәргә
Тарата барын.
Үҙен һөймәгән
Баҫылған бахыр.
Туҡтама!
Тағы
Ҡунаҡтар саҡыр!
Уларҙы һыйлар
Һый әҙерләнер.
Үҙебеҙ иһә
Китербеҙ Себер.
…Кем булаһың һин?
Танығы килмәй.
Үҙ балаларын
Һөймәгән инәй.

Союзға алынғас

Элек: “Бәйләнмәсе!” – тиеп,
Этәрҙем гелән.
Баш тартырға хоҡуғым юҡ
Бөгөндән, беләм.
Законлы мөнәсәбәттәр,
Артҡа юҡ юлдар.
Теләгән яҡҡа сабаһың,
Етәкләп ҡулдан.
Тартҡылашып торорға ла,
Юҡ хәҙер хаҡым.
Асыуым килһә лә, миңә
Һин үтә яҡын.
Законлы мөнәсәбәттәр –
Ят та, яҡын да...
Шиғриәт!
Яҙғандыр яныу
Һинең ялҡында.

Һыйышмау

Бер нисек һыя алмайым,
Хас һин тар кейем.
Йыртҡыслап ҡына ташларға
Ҡайҙа һуң тием.
Һин – бығау,
Ҡулды-аяҡты
Быуаһың,
Йәнде.
Өҫтөнлөгөң күрһәтәһең,
Типкесләп мине.
Футболсы, имеш…
Ә мин бит
Туп түгел, кеше.
Һинең менән йәшәп булмай,
Һис тә килешеп.
Хистәр артыҡ, уй урынһыҙ.
Ҡыҫыла тыным.
…Ташлаша (а)лмай
ҡаңғырабыҙ
Мин һәм заманым.

Ике донъя

Һинең донъя үҙеңдеке,
Минең үҙемдең донъя.
Һиндә яҙҙар сәскә ата,
Миндә көҙ япраҡ ҡоя.
Һин юғары, ҡояш кеүек,
Мин ереккән тупраҡҡа.
Һин тынысланған саҡтарҙа,
Таба алмайым толҡа.
Ике донъя, ике яҙмыш,
Киҫешмәһәсе бүтән.
Эҙҙәрең күренгән ерҙән
Ҡабалан үтеп китәм.
Һорау бирергә самалап,
Күҙҙәремә ҡарама!
Ике донъя, ике мөхит
Ята беҙҙең арала.

Наҙлылыҡ

Нимә арбап, ымһындыра
Гел тиҫкәре яҡҡа?
Ҡатын-ҡыҙҙар наҙлы.
Хилаф
Төштө был сифатҡа.
Сыныҡтыра әйләнәнең
Уҫал ҡанундары.
Һаман алға!
Ә бит теләк
Наҙлы булыу бары.
Иркәләнеп ҡосағыңда,
Иреп торор инем.
Тик беренсел булып китте,
Хеҙмәт, аҡса, ғилем…
Гүзәл зат байрағы бөгөн
Үҙаллылыҡ.
Беләм.
…Урау юлдан, наҙлылығым,
Һиңә ҡайтып киләм.

Тағы ла

Мине төҙәтәм тигәнсе
Барыр һуҡмаҡты,
Әйләнәмде,
Ҡанундарҙы
Итһәңсе яҡты.

Үпкәләмә!
Мин дә һиңә
Асыу һаҡламам.
Мең сүрәткә индереүсем –
Хыялый заман!

Сәйер йылмайыу

Йылмайыу ҙа була икән
Төрлө сифатта.
Көҙгөләге ҡыҙ таныш та,
Нисектер ят та.
Ирендәр
Һәр саҡтағыса,
Көләләр былай.
Тик күҙҙәргә нимә булған?
Башыма һыймай.
Башҡалар был үҙгәреште
Һиҙмәһә, булды.
...Ә мин танымайым көҙгө
Күрһәткән һынды.

Олеся Әхмәтрәхимова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға