«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күлдәргә батам икән



19.06.2015 Күлдәргә батам икән

Күлдәргә батам икәнЭлек ауыл клубы гөрләп тора торғайны. Концерт, спектакль тиһәң, халыҡ эркелеп шунда ағылды. Ул Һиндостан киноларын иҫебеҙ китеп, ултырғаны ултырып, баҫып торғаны аяғүрә тороп ҡараныҡ.
Март айы ине. Ауылға киномеханик әлеге беҙ яратҡан һинд фильмын килтергән. Эй урам буйлап йүгереп ултырам, урын алып өлгөрөргә кәрәк. Ялпылдап бара торғас, тайып китеп бер ҙур күләүеккә сумдым да яттым. Ҡайҙа ти ул кире ҡайтыу, кино тиһәң, үләм дә китәм. Әле лә шул ғәҙәтемдән ҡотола алмайым. Өҫ еүеш, күңел барыбер көр. Фильмда күрһәтелгән аяныслы мөхәббәт тарихының юғары нөктәһенә еткәс, халыҡ мыш-мыш килеп илай башланы. Минең ултырғысым аҫтына шапылдап тамсы тама. Бер заман залды яңғыратып бер ир таҡмаҡ әйтеп йырлап ебәрмәһенме! "Сәхрәләргә сыҡтым тиһәм, һыуҙарға барам икән. Ышто такой аптырайым, күлдәргә батам икән." Һалырға яратҡан Заһит ағай артымда ғына ултырған бит, суҡынған. Ҡырын тейәп килеп йоҡлап киткән дә, нәҡ ошо кешеләр илашҡанда уянып киткән. Ул иҙән аҫтындағы һыуға ғәжәп ҡылып йырлаған, халыҡ, беҙ илашҡанға төрттөрөп таҡмаҡ әйтә, тип уйлаған. Мин генә ни иламай, ни көлмәй, итәк һыуымды ағыҙа-ағыҙа кино ҡарап тик ултырҙым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға