«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Махсус биттәр » Репертуар кәрәк



23.04.2015 Репертуар кәрәк

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! “Йәшлек”те һәр ваҡыт көтөп алам, йотлоғоп уҡыйым. Бай йөкмәткеле гәзит сығарыуығыҙға рәхмәтемде белдерәм. Артабан да халҡыбыҙ өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе теләп ҡалам.
Һеҙгә шундай һорауым да бар ине: баҫманың 20-се битендә концерт-театрҙар программалары тураһында гел иғлан бирелеп килде. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы репертуарын ошонан ҡарап, концертҡа йөрөй инек. Бик уңайлы булды. Хәҙер ниңәлер анонс юҡ. Ниңә икән? Ғөмүмән, бер урында бөтә концерт­тар, театрҙар репертуары баҫылыуы бик уңайлы бит“.
Нәсимә СӘҒИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Редакциянан. Бына ошондай хат килеп төштө беҙҙең хаттар бүлегенә. Эйе, ысынлап та, гәзиттә репертуарҙар хаҡында иғлан бирелеп килде. Республикабыҙҙың башҡа ижади берекмәләренән әле лә баҫыла. Ә Башҡорт дәүләт филармонияһыныҡы ваҡытлыса туҡталып тора. Был, бәлки, унда етәксе алмашыныуға бәйлелер. Киләсәктә иғлан биреү тергеҙелер, тип һеҙҙе өмөтләндерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға