«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Төш



18.04.2015 Төш

Төш

Бөгөн төштә, иркәм, аҡҡош
булып,
Күтәрелдек зәңгәр күктәргә.
Икебеҙҙә, имеш, көслө ҡанат,
Ҡеүәт бирер беҙҙең һүҙҙәргә.

Йондоҙҙарға осоп сәләм
бирҙек,
Ерҙең йәмен күреп һоҡландыҡ.
Ал ҡояштан һүнмәҫ ялҡын алып,
Бәхет усағына ут һалдыҡ.

Йыһан тынып ҡалды бер
миҙгелгә,
Аҡҡош тауышынан моңланып,
Бәхет усағынан төн балҡыны,
Бөтә донъя китте нурланып.

Шунан төштөк зәңгәр күл
буйына,
Томбойоҡҡа серҙәр һөйләргә...
Күргән төшөм өндә өмөт өҫтәй,
Солғап алып яҡты хистәргә.

Гөлнара ҠОТЛОШИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға