«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовҡа – 60 йәш



20.02.2015 Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовҡа – 60 йәш

Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов 1955 йылдың 20 февралендә Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. 1972 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡый, уны 1975 йылда тамамлап, фельдшер һөнәрен ала, һуңынан әрме сафында хеҙмәт итә. 1979 – 1984 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала. Йылайыр, Ейәнсура райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, һуңынан Һабыр ауылына ҡайтып, мәктәптә эшләй, Йылайыр районы «Башҡорт» совхозында партия кабинеты мөдире, Һабыр ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын да башҡара, бер аҙ Йылайыр районы хакимиәтендә лә эшләп ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға