«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Балтатау мажаралары - 4



30.01.2015 Балтатау мажаралары - 4

Балтатау  мажаралары - 4Ике ғалимдың һүҙенә ҡушылмай ултырған Әхиәргә кеҫәһендәге пластик карточка тынғы бирмәне. Ул һаман да мәмерйәнән нисек сығып китеү тураһында баш ватты. Атаһы менән әсәһе уны юғалтҡандыр инде. Хәйер, уның ғүмер буйы ферма ҡарауылсыһы булып эшләгән атаһы ла йыш ҡына сәйер рәүештә ғәйеп булып тора. Уның был ҡылығына әсәһе лә, Әхиәр ҙә әллә ҡасан уҡ күнегеп бөткән. Ысынлап та, бик сәйер кеше ул Әхиәрҙең атаһы. Кем инде университет тамамлап, уның кеүек ферма ҡарауылсыһы булып эшләп йөрөй? Утыҙ йыл самаһы элек университет дипломы алған Тимерйән өсөн Балтатау итәгендә урынлаш­ҡан һарыҡ фермаһы ҡарауылсыһы йорто икенсе өйөнә әйләнгән. Әллә ҡасанғы, иҫкереп, “таушалып” бөткән көпләүле кузовлы “Москвич” автомобиленең һәр ваҡыт шул ҡарауылсы йорто янында ғына торғаны бала саҡтан Әхиәрҙең күңеленә һеңгән. Ҡайһы ваҡыттарҙа Тимерйән бер-ике көнгә юғалып тора. Уның ҡайҙа йөрөүе, ни эшләүе менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай. Элегерәк Әхиәрҙең әсәһе: “Өйгә килеп тә күренмәйһең бит, атаһы, әҙерәк булһа ла балаларың янында булыр инең”, – тип әйткеләп тә ҡараны. Ләкин аҙ һүҙле, сәйер тәбиғәтле Тимерйән өндәшмәй ҙә ҡуя. Уны район мәғариф бүлегенән килеп мәктәптә уҡытыу эшенә лә димләп ҡаранылар, барыбер бер ни ҙә килеп сыҡманы.
Әсәһенең һөйләүе буйынса, Әхиәрҙең атаһының ҡартатаһы борон бик бай кеше булған. Октябрь революцияһынан һуң ул, бөтә мал-тыуарын һатып, алтын-көмөшкә әйләндереп, ҡайҙалыр йәшергән. Хазинаның ҡайҙа йәшерелгәнлеген белгән берҙән-бер улы Оморҙаҡ һуғышта һәләк булған. Ә Оморҙаҡтың һуғыш дәүерендә ас-яланғас үҫкән улы Тимерйән бала саҡтан ана шул алтындарҙы эҙләп табырға хыялланған...
Атаһы, әлбиттә, Әхиәр өсөн борсолмаясаҡ. Уға улы бар ни ҙә, юҡ ни. Ә бына әсәһе ҡайғыға сумғандыр.

* * *
“Ҡунаҡхана”ға ингәс тә, Әхиәр стеналарҙы, түшәмде ентекләп тикшерә башланы һәм стенала бәләкәй генә бер тишек барлығын абайланы.
“Бында видеокамера урынлашҡан”, – тип уйланы. Камераға күренмәҫ өсөн стена буйлап ҡына барып, һәр ваҡыт кеҫәһендә йөрөткән лейкопластырь менән тишекте ҡаплап ҡуйҙы.
– Ни эшләйһең, Әхиәр? – тине Нәзиф.
– Тс-с-с, – тип дуҫын тынысландырҙы ул, бармағын ауыҙына терәп. Артабан шыбырлап ҡына өндәшеп һәм ҡулы менән ишаралап, ҡайҙа йәшерен видеокамера ҡуйылғанлығын күрһәтте.
– Беләһеңме, Нәзиф, бына нимә таптым, – тине Әхиәр тағы ла шыбырлап, кеҫәһенән профессорҙыҡы һымаҡ пластик карточка сығарып күрһәтте.
– Был бит – асҡыс!
– Эйе, нәҡ үҙе.
Нәзиф йәнләнеп китте:
– Әхиәр, профессор беҙҙән тағы ла ниндәйҙер бер бик мөһим серен йәшерә, буғай. Теге “тәүтормош” кешеләре янына барғанда шуға иғтибар иттем: ул бер бүлмәһе янынан беҙҙе йәһәтләп атлатты. Унда ниндәйҙер бик ҡыҙыҡлы нәмә йәшеренгән һымаҡ тойола миңә.
– Мин һиңә нисек сығыу юлын эҙләргә тәҡдим итәйем тиһәм, һин һаман үҙеңдең “ҡыҙыҡлы” бүлмәләреңде эҙләй­һең икән, – тине Әхиәр.
– Сығыу сараһын берәй нисек табырбыҙ әле! Бына теге бүлмә... Лифттың ҡайһы төймәһенә профессор баҫҡанын да хәтерләп ҡалдым. Әйткәндәй, лифт та ошо асҡыс менән асыла. Бындағы кешеләр беҙҙә асҡыс барын белмәй, ахырыһы, үҙҙәрен бик тыныс тота. Уларҙың да йәшәү режимы ер өҫтөндәге һымаҡ, – Нәзиф ҡул сәғәтенә ҡарап алды. – Ваҡытында ял итәләр, буғай. Бөгөн, төн уртаһы үткәс, барыһы ла йоҡлаған мәлдә, шул бүлмәгә “экскурсия” яһайыҡ әле.
Әхиәр өндәшмәне.
Сәғәт төнгө ике тулып үткәс, Нәзиф дуҫын уятты:
– Әйҙә, Әхиәр, моғайын, “электрошок” менән үлтермәҫтәр, баяғы ергә төшөп киләйек, йөрәк түҙмәй.
Әхиәр йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа риза булды.
Улар, асҡыс менән ишекте еңел генә асып, коридорға сыҡты. Лифт та ҡаршылашып торманы. Тик унан сығыуҙарына электрошокер менән ҡоралланған һаҡсы күренде. Әхиәрҙең көрәш алымдарын белеүе бик тә ярап ҡалды. һаҡсы, ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, бер нисә секундтан ерҙә һушһыҙ ята ине.
– Үлдеме әллә? – Нәзифтең ҡобараһы осто.
– Юҡ, һушын ғына юғалтты. Был зарарһыҙ алым. Ун биш минуттан уянасаҡ.
Дуҫтар теге бүлмәне табып, ишеген асты...
Ишек асылыу менән уларҙың күҙенә ташланған ҡот осҡос күренешкә тетрәнгән Әхиәр ҡурҡышынан кире сығып китергә уҡталғайны, Нәзиф уны тотто:
– Туҡта, улар бит ситлектә, ниңә ҡурҡырға ти?
Ә ситлектәрҙә фантастик фильмдарҙа ғына була торған хәшәрәт йән эйәләре бикләнгәйне.
Тәүге ситлектә ауыҙҙарынан шайыҡтары ағып торған ике башлы кеше иҙәндә ҡулдары менән ике аяғын ҡосаҡлап ултырып алған да ике бүре бергә ҡушылып олоған һымаҡ тауыштар сығара. Был “күкле-йәшелле” имәнес тауыштар­ҙан тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып, манма тиргә батҡан, ысынлап та, “шыр ебәргән” дуҫтар, нәҡ кескәй балалар һымаҡ бер-береһенә тотоношоп, киләһе ситлек янына килде.
Был ситлектә олононоң осонда бөркөт ҡош башлы тере ағас үҫеп ултыра. Ике ҡанат кеүек ҡыбырлаған ике ботағын һәм тере башын иҫәпкә алмағанда, был ерҙә үҫә торған ябай саған ағасы ине. Бөркөт-ағас бер туҡтауһыҙ башын борғолап, ян-яғына алан-йолан ҡарана. Егеттәр, бик ныҡ шөрләһәләр ҙә артабан күҙәтеүҙәрен дауам итте.
Быныһы ситлек түгел, ә үтә күренмәле быяла стеналы ҙур булмаған бүлмә. Бүлмә эсендәге өҫтәлдә – аквариум. Аквариум ҡапҡасының өҫтөнә бала башы беркетелгән. Ул баш йоҡлай, ахырыһы – күҙҙәре йомоҡ. Ә бөтә эске органдары – һыу эсендә. “Физраствор”, – тип уйланы Нәзиф. һыуҙы тулҡынландырып дөп-дөп итеп тибеп торған йөрәге, үпкә-бауырҙары, эсәктәре, хатта ҡан тамырҙарына тиклем үтә күренеп тора!
– Юҡ, башҡаса ҡарай алмайым, Нәзиф, тайҙыҡ бынан! – Әхиәр ишеккә ҡарай йүнәлде. Башҡа ситлектәрҙә, бәлки, тағы ла ниҙер булғандыр, ләкин сәйәхәтте артабан дауам итеү теләктәре һүрелде.
Ишектең тыш яғында уларҙы профессор ҡаршы алды...

* * *
– һеҙ, егеттәр, юҡҡа ғына видеокамераның объективын ҡаплап, йәшерен рәүештә был лабораторияны ҡарарға маташаһығыҙ, – тине профессор, кабинетҡа ингәс. – Мин бит һеҙҙең һөйләшеүегеҙҙе генә түгел, хатта тын алышығыҙҙы ла ишетеп торам. Икенсенән, үҙем дә һеҙгә бөгөн, таң атҡас та, ул бүлмәне күрһәтергә уйлағайным. Ә бына һаҡсыға ҡағылып, хата эшләнегеҙ. Ул – лабораторияның иң хөрмәтле хеҙмәткәрҙәренең береһе. Үҙ ғүмерендә хатта себенде ҡыйырһытҡаны юҡ. Хәйер, әлегә, һеҙ килгәнсе, утыҙ йыл буйы һаҡсыларҙың кәрәге лә теймәгәйне. Ярай әле ныҡ имгәнмәгән.
– Ғәфү итегеҙ, профессор, – Әхиәр пластик карточканы уға һуҙҙы.
– Ә был “асҡыс”ты иҫтәлеккә алырға мөмкин, – тине профессор, көлөмһөрәп. – Йоҙаҡтарҙың программаларын үҙгәрттем инде. Ул асҡысығыҙ башҡаса бер ишекте лә асмаясаҡ.
Әле генә күргән тәжрибә һөҙөмтәләренең тәьҫиренән сыға алмай кәйефһеҙләнгән Нәзиф:
– Профессор, былар ҙа һеҙҙең эшегеҙҙең “ҡиммәтле” экземплярҙарымы? – тине.
– Үкенескә күрә, иптәш коллега, һәр тәжрибә шыма һәм ыңғай ғына булмай. Был хаҡта, фән эшмәкәре булараҡ, һеҙ үҙегеҙ ҙә бик яҡшы беләһегеҙ. – Профессор уфтанып алды. – Былар – тап уңышһыҙ килеп сыҡҡан тәжрибәләр һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, ситлектәге ике башлы кеше игеҙ булып яралырға тейеш ине, ләкин, ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле, кәүҙәләре ҡушылып үҫте. Ә бөркөт башлы ағас лаборатория шарттарының бигүк стерилле булмағанлығынан килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Саған орлоғо күҙәнәгенең ҡош үҫтерә торған пробиркаға нисек барып эләгеүен ошо көнгә тиклем башыма һыйҙыра алмайым, – тине профессор, ғәҙәтенсә, ҡулдарын ҡаушырып, креслоһына һөйәлде.
– Ә кәүҙәһеҙ бала?
– Бында, күрәһең, тәжрибәгә алынған күҙәнәктең генетик информация һалынған хромосомаларының ҡайһы бер органдар өсөн яуаплы бер нисә нуклеотиды ниндәйҙер сәбәп менән үҫеш процесынан ситтә тороп ҡалған... Эш һәр ваҡыт һин ниәтләгәнсә генә бармай бит ул, – тине профессор, аҡланған ҡиәфәт менән.
Нәзиф бер аҙҙан:
– Ғәфү итегеҙ, профессор, уңышһыҙ тәжрибәләрегеҙҙең “ниндәйҙер сәбәптәре” саманан тыш күп һымаҡ тойола. Әгәр ҙә ошондай уҡ “уңышһыҙ” тәжрибәләрегеҙ ер өҫтөндә киң күләмдә үткәрелә башлаһа, берәй ваҡыт шул “уңыш­һыҙлыҡ” һөҙөмтәһендә рак күҙәнәктәре кеүек тәртипһеҙ рәүештә һәм бик тиҙ үҫә торған мутанттар килеп сығыр, тип ҡурҡмайһығыҙмы? Ул саҡта был процесты туҡтатып алыу мөмкин булмаясаҡ! – тине.
Профессор бер аҙ уйланып ултырҙы.
– Дөрөҫөн әйткәндә, – тине ул Нәзифкә, аҙыраҡ йылмая биреп, – бына был уй минең башыма бығаса килгәне юҡ ине.

* * *
Егеттәр менән ошондай әңгәмәләрҙән һуң профессор­ҙың эше һис кенә лә алға барманы. Йыш ҡына башҡа уйҙар­ға бирелеп, лабораториялағы эшенә күңел һалмай башланы. Бөгөн дә ул ял бүлмәһендә ҡулдарын баш аҫтына ҡуйып түшәмгә ҡарап ятҡан килеш уйға сумды. Ысынлап та, ул, байтаҡ кешене иркенән мәхрүм итеп, үҙенең “төрмә”һендә тота түгелме? Ул ер өҫтөндә иректә йәшәгән, лабораторияны бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп торған “ышаныслы ассистент”ын иҫләне. Яҡшылап уйлап ҡара, профессор, ул ассистентың ысынлап та иреклеме? Бәлки, ул да, башҡа кешеләрең кеүек, һинең бығауҙарың менән бығауланғандыр?..
Профессор ҡасаңдыр үҙенән ике генә йәшкә йәшерәк булған Тимерйән Юлдашевҡа бәйле ваҡиғаны хәтерләне.
Тимерйән университеттың бишенсе курсын тамамлап барған осорҙа, кемделер урам буйында хулигандарҙан яҡлашып, ғәйепһеҙгә милицияға эләккәйне. Нисәмә йыл тырышып, һуңлап ҡына уҡырға инеп китә алған Тимерйәнгә университеттан ҡыуылып сығыу хәүефе янай ине. Тап бына шул ваҡытта ул Зәйнулла Рәжәп улына – ул саҡта ҙур абруйлы йәш профессорға ярҙам һорап килде, уға бығаса бер кемгә лә һөйләмәгән серен систе. Үҙҙәренең ауылы янындағы ҙур мәмерйәлә олатаһынан ҡалған алтын-көмөштәре йәшерелгәнлеген әйтте. Әлбиттә, кемдең юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсынан ҡыуылып сыҡҡыһы килһен инде. Хазинаның ысынбарлығына ышанып етмәһә лә, профессор күңелендә йөрөткән ниәтен тормошҡа ашырыуға өмөт бағлап ҡуйҙы. Ышаныслы ярҙамсылар ғына түгел, ә бик күп аҡса ла кәрәк ине.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ
(Дауамы. Башы 1 – 3-сө һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға