«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



19.12.2014 Мәҙәктәр

Күптән күрешмәгән ике дуҫ осраша.
– Эшең яҡшымы һуң?
– Кемгә нисек инде.
– Фатирың һәйбәтме?
– Кемгә нисек инде.
– Машинаң?
– Кемгә нисек инде.
– Ҡатының?
– Кемгә... Тфү! Ҡатын яҡшы!

* * *
– Шулай итеп, һеҙ минең ҡыҙыма өйләнергә булдығыҙмы?
– Эйе!
– Ғаиләгеҙҙе ҡарай аласаҡ­һығыҙмы һуң?
– Әлбиттә.
– Ныҡлап уйлағыҙ, беҙ бит ете кеше!

* * *
МәҙәктәрПрапорщик медицина комиссияһы үтә. Күҙ табибы:
– Һул күҙегеҙҙе йомоғоҙ. Был ниндәй хәреф?
Прапорщик өндәшмәй.
– Уңын йомоғоҙ. Быныһы ниндәй?
Тынлыҡ.
– Һеҙ нимә, бөтөнләй күрмәйһегеҙме ни?
– Юҡ, күреүен бик яҡшы күрәм, әммә нисек аталғанын ғына оноттом.

* * *
– Улым, – ти әсәһе, – өйҙә ниңә шул тиклем тәртипһеҙлек?
– Кисә... э-э... дуҫтарым менән бер аҙ байрам иттек.
– Ә пианино ҡайҙа булды?
– Тыңлап торорға бирҙем...

* * *
Күп ҡатлы йорттағы бер фатир­ҙың ишеген шаҡыйҙар.
– Хәйерле көн! Беҙ – һеҙҙең аҫ­тағы күршеләрегеҙ.
– Шунан?
– Һеҙ ваннағыҙҙағы кранды яба алмаҫһығыҙмы икән? Юҡһа аяҡтарығыҙҙы сылатыуығыҙ, һалҡын тейҙереп, ауырып китеүегеҙ һәм үлеүегеҙ бар... Йәки һеҙҙе үҙебеҙ үлтерәбеҙ!..

* * *
– Взвод, көрәктәр алығыҙ ҙа окоп ҡаҙырға тотоноғоҙ!
– Иптәш командир, ә ниңә кәрәк ул окоп?
– Дошман һөжүм итергә йыйына, беҙ һаҡланасаҡбыҙ.
– Минеңсә, үҙебеҙ һөжүм итһәк, яҡшыраҡ булыр, окопты улар ҡаҙһын әйҙә.

* * *
Ике альпинист Эверест түбәһенә үрмәләй. Береһе – икенсеһенә:
– Иҙел, һин теге фатирҙы һатып алырға булдыңмы әллә юҡмы?
– Һин нимә, мине иҫәр тиһеңме, дүртенсе ҡат, ә лифт эшләмәй.

* * *
Ҡыш. Һалҡын. Хәрби часть.
– Рядовой Иҙрисов, урамда һыуыҡмы?
– Белмәйем, иптәш прапорщик.
– Казармалағы термометрҙы урамға алып сыҡ та үлсә!
– Ул бит нулдән юғарыны ғына күрһәтә.
– Ә һин уны баштүбән әйләндер.

* * *
Ҡарсыҡ тәҙрәһен ватҡан малай­ҙы ҡолағынан эләктереп, атаһына алып килә.
– Һеҙҙең улығыҙ шайбаны минең тәҙрәгә индерҙе.
– Шулаймы ни? Нисәнсе осор­ҙа?..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға