«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » КВНдан мәҙәктәр



17.10.2014 КВНдан мәҙәктәр


КВНдан мәҙәктәр– Оһо, ҡара, ниндәй матур ҡыҙ ултыра!
– Эйе… Рәсәй Президентына оҡшаған, эйеме?
– Нисек инде?
– Ути-путин ғына!

* * *
– Минең этем көсөкләгәйне, һиңә кәрәкмәйме?
– Юҡ, минең ҡатыным бар!
(“Еңмештәр” командаһы).

* * *
– Наил, мин ишеткәйнем, һин дөрөҫ юлға баҫҡанһың икән?
– Эйе, аҡ юл менән барам (танауын һөртә).
(“Централ” командаһы).

* * *
– Әгәр ҙә Шекспир Башҡортостанда тыуһа, “Отелло” трагедияһы нисек булыр ине?
– О, Дездемона, Дездемона! Тәһәрәт алдыңмы, Дездемона?!

* * *
Теше төшөр бала олатаһы менән йоҡлай.
(“РайКом” командаһы).

* * *
Туҡтап ҡалды инет, кермәне...
Бар эштәрем минең эшләнде...
Ике ҡапсыҡ туҙан, тараҡандар астан үлгән…
Мөйөштә телевизор барлығын белдем мин... Эх...
Туҡтап ҡалды, инет кермәне…


– Гөлназ, ҡара әле, тегендә икәү ҡосаҡлашып ултыра.
– Ҡосаҡлашһа ни, нимә булған?
– Егет менән егет бит!
– Ҡайҙа? Мин дә ҡарайым. (Илай башлай). Хатта егеттең дә егете бааар!

* * *
Студенттарҙың төрлөһө була:
– Ҡыҙҙар, ә бына мин ике аҙна элек дәфтәр башлағайным, бөттө лә ҡуйҙы.
– Ә мин ике йыл элек башланым, һаман өс бите генә тулған.
– Ниндәй дәфтәр?!.

* * *
Файҙалы кәңәштәр.
– Әгәр ҙә ябығам тиһәң, бәрәңге бешер ҙә көнө буйы уның һыуын ғына эс!
– Әгәр ҙә егетегеҙ бокссы икән… Бәхәсләшеп тә йонсомағыҙ!
– Оҙон сәсле ҡыҙҙарға йыуғыс кәрәкмәй. Сәс үҫтерегеҙ!
– Ятҡан килеш иламағыҙ, әтеү күҙ йәштәре ҡолаҡты ҡытыҡлай.
– Ирегеҙгә төшкө аш тағы ла тәмлерәк тойолһон өсөн уны 2 – 3 көн ашатмай тороғоҙ.
– Кейемдәге тап күренмәһен өсөн уны бөтөнләй кеймәгеҙ.
(“Хыялыйҙар” командаһы).

* * *
Бөрйәндә балалар, баштарын умартаға тығып, айыуҙы баҫтырып күңел аса.

* * *
Тату салонында.
Кавказ кешеһе:
– Эшләп бөттөгөҙмө, юҡмы?
Оҫта:
– Юҡ, әлегә йөнөңдө генә ҡырып бөттөм.
(“Ҡорот” командаһы).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға