RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Минең өсөн шиғриәт– юғары сәнғәт өлгөһө

10.10.2014 Минең өсөн шиғриәт– юғары сәнғәт өлгөһө

Минең өсөн шиғриәт– юғары сәнғәт өлгөһөТынғыһыҙ йән, тиер инем мин уның хаҡында. Республикала үткән күп сараның ойош­тороу­сыһы, ҡатнашыусыһы, хатта тәнҡитсеһе, журналист, шағир, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм тураһын ярып һалыр фекер­ҙәре, яҙмалары менән “Бәйләнештә” сайтында киң популярлыҡ яулаған шәхес үҙенә ябайлыҡ менән бөйөклөктө һыйҙырған. Яратҡандар, тәнҡитләгәндәр, аңлағандар бар, аңлаған булып ҡылан­ғандар ҙа юҡ түгелдер. Әммә битарафтар юҡ… Ир-егетте йәше буйынса түгел, башҡарған эштәре буйынса баһалау дөрөҫ булһа, уға бөгөнгө көн 50 түгел, 100-ҙө лә йәлләмәйсә бирергә булыр ине. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Азамат Рәмил улы Юлдашбаев.

– Әңгәмәбеҙҙе 50 йәшкә еткән ир уҙаманының бала сағынан башлайыҡ. Һеҙҙең бала сағығыҙ ниндәй шарттарҙа үтте? Тормошҡа, йәшәүгә, белемгә ынтылыш нисек барлыҡҡа килде?

– Атай-әсәйҙәрҙең мөмкинлегенә һәм улар­ҙың янсығының ҡалынлығына ҡарап, хәҙерге заманда ғына бала саҡ күп төрлөлөр ул. Ә беҙҙең заманда һәммәбеҙҙең дә бала сағы бер төрлө һәм бер иш ине. Беҙгә тулыһынса тормош иреклеге бирелгәйне. Сөнки атай-әсәйҙәр ғүмер буйы ҡара таңдан ҡара кискәсә колхоз эшендә булды. Ә беҙ үҙ иркебеҙҙә үҫтек, сыныҡтыҡ, буй еткерҙек. Шуға күрә беҙҙең бала саҡтың үҙенсәлектәре тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә кәрәк түгелдер. Шул уҡ ваҡытта билдәләп үтер нәмәләр ҙә бар, әлбиттә.

Беренсе һүҙем ҡартәсәйем тураһында. Иҫ киткес ҡарсыҡ ине ул. Башҡорт әбей­ҙәренең, сабырлыҡтың, баҫалҡылыҡтың, бер үк ваҡытта етдилектең, хатта ҡырыҫлыҡтың гүзәл бер өлгөһө булып күңелемдә һаҡлана. Бәлки, ул саҡтарҙа уның хәсрәттәрен аңламағанмындыр ҙа. Йылдар үткән һайын ҡартәсәйемде нығыраҡ һағынам һәм баһалайым. Мин уның ҡайҙалыр, ҡасандыр, кем менәндер ғәйбәт һөйләп, яҙмышҡа һуҡранып ултырғанын иҫләмәйем. Ә бит ҡартәсәйем ике һуғышты үтеп, ике ирен, 13 балаһының 11-ен ерләп китте яҡты донъянан. Көслө рухлы башҡорт ҡатыны ошо ҡайғы-хәсрәттәрҙе кисереп, бөтә булған аһ-зарын үҙенә йомоп, бер нәмәне лә тышҡа сығармай йәшәй белгән. Ҡартәсәйем миңә тәүҙәрәк әкиәттәр, ә үҫә төшкәс, ҡарһүҙ һөйләне. Мине йоҡо баҫа, тыңлағы килмәй. Ә ул оҙон көндәр, оҙон төндәр буйына һөйләй ҙә һөйләй. Хәҙер аңлауым буйынса, ул үҙенең яҙмышын һөйләгән икән. Шул бала саҡта ҡартәсәйем күңелемә нин­дәй­ҙер орлоҡ һалғандыр ҙа, һәм улар бына 50 йәшкә етәрәк кенә шыта баралар­ҙыр, тип уйлайым. Ә мулла ҡартатайым бик уҡымышлы заттан булған. Мин уның менән аралашып йәшәп өлгөрмәнем, баҡый донъяға иртә күскән. Уның фатихаһы һаман да мине һаҡлап йөрөтәлер тип уйлайым. Ҡартатайым борон­ғо китаптарҙан торған бик ҙур китапхана туплаған. Ул үҙенең вафатынан алда кейәүҙәренең береһен саҡыртып алып, китаптарын кәфенгә төргән дә зыяратҡа алып барып күмергә ҡушҡан. Советтар Союзының гөрләп сәскә атҡан заманы, аллаһыҙлыҡтың шашҡан мәлендә булған уның вафаты. “Мин үлгәндән һуң китаптарым әләф-тәләф, исраф булып йөрөмәһен”, – тигән. Тотош бер китапхана шулай зыяратҡа китеп юҡҡа сыҡҡан. Уның тәрбиәһен алған әсәйем беҙҙең өйҙә лә уҡыу культын һәм уҡыу мәҙәниәтен булдырҙы, бәләкәйҙән китап уҡып үҫтек. Бына ошолар, бөтәһе лә минең бала саҡтан ҡалған хәтирәләр һәм үҙенсәлекле тәрбиә. Ә башҡаһы инде барыһы ла бөтә малайҙарҙыҡы кеүек үк: йәй кеше баҡсаһына төшөп алма, ҡыяр урлау, ҡыш көндәрендә тау битендә сана шыуыу, бәләкәйҙән олораҡтар менән бергә ауыл клубына эйәләп алыу (тәүҙәрәк тәҙрәнән ҡарап йөрөй инек, аҙаҡ инде эскә үтеп индек); киске уйындар, үҫә биргәс инде, төндө ярып, фарһыҙ мотоциклдарҙа йөрөү, иләҫ-миләҫ килгән күңел, ҡыҙҙар, улар өсөн һуғышыуҙар.

– Һеҙ минең өсөн иң тәүҙә уҡытыу­сым, остазым булып тора­һығыҙ. Тәүге еңеүегеҙ ҙә – республикала беренсе тапҡыр үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсындағы гран-при. Нисек уҡытыусы булып киттегеҙ? Осраҡлылыҡмы йәиһә ул ваҡытта үҙегеҙҙең булмышығыҙҙы уҡытыу­сылыҡта күрә инегеҙме?

– Мин үҙемде бер ваҡытта ла уҡытыусы итеп күрмәнем. Уҡыған саҡта ла уҡытыусылар менән мөнәсәбәт урталыҡта булманы. “Яҡшы” йәки “бик яҡшы” билдәһендә ине улар. Тырнаҡ эсендә. Элек тәртип буйынса билдә ҡуялар ине. Һәйбәт булһа – “отлично”, ә бик үк яҡшы булмаһа – “хорошо”. Ә мин мәк­тәп тарихында аттестатында тәртип буйынса “удовлетворительно” билдәһе алып сыҡҡан тәүге һәм һуңғы уҡыусылыр. Эш боҙоп, шашып, тәртипһеҙләнеп йөрөнөм, тип әйтә алмайым, бары тик дөрөҫлөктө әйтергә күнеккән телем арҡаһында булды барыһы ла. Мәктәптә ярайһы уҡ һәйбәт уҡыным. Ә ҡайҙалыр уҡырға барырға бөтөнләй уйымда ла булманы. Бала саҡта летчик булырға хыялландым. 9-сы класты тамамлағас, танауымды һындырғайным. Ә летчик өсөн танау­ҙың һәм тын юлдарының һау булыуы тәү шарт икән. Шуға күрә бала саҡ хыялдары менән хушлашып, 10-сы класты тамамлағас, тракторсы булып колхозда хеҙмәт юлымды башланым. Көҙгөлөккә армияға, тигән хыялдар менән йөрөйөм. Бер көн әсәйем: “Улым, һине уҡыһын тип тырыштым. Класташтарың юғары уҡыу йорттарына инергә тип тырышып йөрөй”, – тине. Мин дә юлға сыҡтым. Һәр ваҡыттағыса ҡайҙа юл тотҡанымды ла белмәйем. Стәрле­тамаҡ ҡалаһында ике дуҫ егет йәшәй ине, уларға туҡталдым. Ир­тәнсәк педагогия институты янындағы иғландар менән танышып, ҡайһы факультет­ҡа уҡырға инергә икән, тигән уйҙарға баттым. Шунда үҙ-үҙемә: “Азамат, һин был донъяла нимә эшләргә яратаһың?”– тигән һорау бирҙем. Ә минең иң яратҡан шөғөлөм китап уҡыу ине. Шуға күрә филология факультетын һайланым. Филологияның, уҡытыусылыҡтан бигерәк, китап менән бәйле булыуы үҙенә тартты ла инде. Шулай итеп, филология фа­культетына уҡырға индем һәм вузды тамамлап, диплом алып сы­ғыуға үҙемдең уҡытыусы икәнемде аңланыммы йә аңлаттылармы, хәтерләмәйем. Ғүмеремдең 13 йылы мәктәп, уҡытыусылыҡ менән бәйле булды. Ҡыҫҡа ғына итеп аңлатҡанда, мәктәп һәм мәғариф системаһы менән бәйле тормошомдо кардиограмманың зигзагы һымаҡ һүрәтләргә була.

– Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәреш, ҡырҡа боролош – Өфө ҡалаһына юлланыу, журналистика, шиғриәт, Яҙыусылар союзы...

– 2002 йылда Өфөгәме йәки ҡайһылыр тарафҡамы сығып китер өсөн яҙмышымда бөтә уңайлы шарттар булдырылғайны. Күңел ҡабул итә алмаһа ла, аҡыл быны аңлай ине. Аҡыл көслөрәк булып сыҡты. Йылдар һәм юлдар буйы йөрөткән ҡара сумаҙанды тотоп, юлға сыҡтым. Өфө мине ҡолас йәйеп, маңлай­ҙан үбеп, арҡанан һөйөп, миллион халҡының яртыһы күперҙән икмәк-тоҙ менән оркестр уйнатып ҡаршы алманы. Мин быны аңлай инем. Сөнки миллион кеше шаулап торған ерҙә, бер бәндәнең килеп инеүе бер кем өсөн дә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, ҡыуаныс та булмағандыр. Яңыраҡ ҡына иҫемә төшөр­ҙөләр, шул ваҡытта бер фраза әйткәнмен: “Өфө, йә һин минең аҫтымда ятасаҡһың, йә мин һинең аҫтыңда ҡаласаҡмын!” Бөгөн улай тип әйтә алмаҫ инем. Ә ул ваҡытта азат инем һәм әйтә алғанмын. Азатлығым нимәнән ғибәрәт ине һуң? Азатлыҡ бөтә юғалтыр әйбереңде юғалтып бөткәндән һуң башлана. Өфөгә килеп ингәндә ҡулымдағы ҡара сумаҙандан тыш юғалтыр бер нәмәм дә юҡ ине. Исемем дә, эшләгән эшем дә... Бөтәһен дә өр-яңынан, аҡ ҡағыҙҙан башларға кәрәк булды, һәм шулай башланым да. Минең хәҙерге аңым, аҡылым һәм бөтә системаны аңлауым менән һаман да аптырайым һәм аңлай алмайым: ни өсөн тап шул ваҡытта Өфөлә миңә бер эш тә табылманы икән? Биография таҙа, бөтә шөһрәт, регалиялар бар, эш стажы етә. Әммә Хоҙайҙың шундай һынауы булғандыр инде, ике ай буйы бер ергә лә эшкә урынлаша алманым. Бөтә таныштар: “Өфөгә нишләп килдең? Еңел булмаясаҡ, ҡайтып кит”, – тип кире ҡаҡҡанда, килеүемде хуплаған һәм ярҙам иткән берҙән-бер кеше булған Илфат ҡустыма рәхмәтлемен. Ул миңә Өфөгә йәбешеп йәшәргә ярҙам итте һәм мөмкинлек тыуҙырҙы (ул ваҡытта бик һирәк күренеш булған интернет һәм компьютер мөмкинлектәре). Уның компьютерында тәүге мәҡәләмде баҫтым. Уны уҡыған егеттәр миңә “Йәшлек” гәзите редакцияһына эшкә барырға тәҡдим итте. Һуңғы сиккәсә ризалашманым, ҡаршылаштым, әммә амбициялар көслөрәк булып сыҡты. Сөнки тышта 15 август ине, ә 1 сентябргә, улым мәктәпкә ба­рыу­ға, мин ҡайҙалыр эшләгән кеше булып өйгә ҡайтырға тейеш инем. Шуға күрә, тураһын ғына әйткәндә, минә үҙ ихтыярымдан тыш Ғилман мәрхүмдең тәҡдиме һәм юллауы менән “Йәшлек” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эш башларға тура килде. Бер мәҡәлә яҙып ҡараным, икене. Ул ваҡытта ҡул менән яҙа инек, компьютер юҡ. Сүп кәрзине ҡараламалар менән тула бара, тула бара. Ирекле заман, сәйәси темаларға яҙырға мөмкин ине әле ул ваҡытта. Октябрь айы, бер төндө мин баш мөхәррир ҡушҡанды түгел, ә үҙем теләгән темаға уйлаған уйҙарымды теркәп, сәйәси темаға ҙур ғына мәҡәлә яҙҙым. Ул ваҡытта “Йәшлек”тә баш мөхәррир Сәлмән Яр­муллин шул яҙғандарымды ҡурҡмайынса баҫтырып сығарҙы. Был аҙымы өсөн уға ихтирамым һәм рәхмәтем ҙур. Шул мәҡәлә донъя күргәндең иртәгеһенә бик һаҡ һәм оялып ҡына үҙемдең журналист икәнемде аңланым. Ошо урында гәзиттәге һынау ваҡытым да үтте, эшемдәге статус та үҙгәрҙе. Һәм шулай итеп сәйәси журналист булып киттем. Ғөмүмән, ул ваҡытта шул тиклем эшкә, ижадҡа һыуһағайным, бер үк ваҡытта мәҡәләләр, шиғырҙар яҙҙым, телевидениела алып барыусы булып эшләнем. Барыһы ла бер осор­ҙа, бер ваҡытта ҡайнап китте. Мин, сүллектә һыуһап, сарсап килеп, саф һыулы шишмәнән йотлоғоп-йотлоғоп һыу эскән кешеләй, эшкә, тормошҡа сумдым. Хатта һаман да туҡтай, һа­ман да өлгөрә алмайым. Ә ши­ғыр­ҙарға килгәндә, ғүмер буйы шиғыр яҙҙым. Тик улар­ҙы бер ҡасан да ҡағыҙға төшөрмәнем. Бәлки, уны етди ҡабул итмәгәнмендер. Бер осор Ғилмандың шиғырҙарын уҡып ултыр­ғанда, үҙемдең бер нисә шиғырымды һөйләнем. Яҙып би­рергә ҡушты, мин яҙҙым. Белмәйем, ул ниндәй һүҙ, ниндәй ҡиәфәт менән алып барып биргәндер, нисек баҫтырырға ышандырғандыр, әммә улар гәзиттә донъя күрҙе. Ни булһа ла, шиғырҙар баҫылып сыҡты һәм шул бер шәлкем яҙмышымда хәл иткес ҙур роль уйнаны ла инде... Шәйехзада Бабич тураһында бер әҙәби тәнҡит мәҡәләм бар ине. Әммә ни өсөндөр уны бер ҡайҙа ла, бер кем дә баҫтырырға теләмәне. Миңә: “Был тема Рауил Бикбаевтың сабынлығы, һин уға алып барып, уҡытып ҡара”, – тип кәңәш бирҙеләр. Мин Яҙыусылар союзына юлландым. Бына шул бөйөк шәхес ул шиғырҙарҙы уҡып, иҫендә ҡалдырған, таныштыҡ, аралашып киттек. Һәм ул, тәүгә күргән кеше, бер шәлкем шиғырымды уҡып, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дөйөм ятағынан бер бүлмә юллап алып бирҙе. Ә бер йылдан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары булып эш башланым. Яҙыусы, шағир булып киттем, тип ауыҙ тултырып әйтә алмайым. Үҙем белгән тиклем, кисергән тиклем яҙам. Ҡалын-ҡалын китаптар, ҙур-ҙур әҫәрҙәр юҡ та, бәлки, булмаҫ та. Башҡорт әҙәбиәте тигән үтә лә ҙур майҙанда Азамат Юлдашбаев тигән бәләкәй генә урын тапҡанмындыр ҙа, бәлки, үҙемсә һөргән, сәскән, урған буламдыр. Был – минең донъям. Бәлки, ҙурыраҡ, ҡояшлыраҡ аҡланда йөрөгәндәр барҙыр. Һоҡланам, ҡыуанам, әммә көнләшмәйем. Иң мөһиме – кемдеңдер артынан ҡалған сабынлыҡты сабып, кемдер һөргән ерҙе һөрөп йөрөмәйем. Бәләкәс кенә булһа ла, үҙ ерем һәм үҙ сабынлығым…

– “Шоңҡар”ҙың даими уҡыусыһы булараҡ, һеҙ журналды баштан аяҡ үҙгәрттегеҙ, тип ышаныслы әйтә алам. Ә тормошоғоҙҙа баш мөхәррир булған журналдар ниндәйҙер роль уйнанымы?

– Ә журналдар – тормошомдоң бөтөнләй яңы этабы. Яҙыусылар союзында биш йыл эшләгәндән һуң үҙемде яңы майҙанда һынап ҡарар­ға тәҡдим иттеләр. Ул ваҡытта башҡа тәҡдимдәр булһа, бәлки, уйлап ҡарар инем. Ә “Шоңҡар” тигәндә уйлап та торманым, ризалаштым. Йәштәр мөхите, даирәһе һәм иң мөһиме – тап шул мәлдә, тап минең өсөн кәрәк нәмә булған. Был эштә үҙ-үҙемде, донъяны, йәштәр мөхитен өр-яңынан астым. Биографиямдың иң сағыу, иң яҡты һәм иң ҡыуаныслы осорҙары “Шоңҡар” журналы менән бәйле. Шул ваҡытта редакцияла эшләгән егеттәремдең һәм ҡыҙҙарымдың һәр береһенә айырым рәхмәт әйткем килә. Сөнки улар журналда эшләмәне, ә осто, янды. Ул ваҡытта ла, хәҙер ҙә “Шоңҡар” әҙәби-мәҙәни нәфис журнал ғына түгел, ә үҙенең яңы идеялары менән Башҡортостан йәштәре араһында ниндәйҙер бер яңы хәрәкәткә әйләнеп китте. Ә инде мин етәкселек иткәндә эшләгән егеттәр менән ҡыҙҙар булмаһа, нисек кенә тырыш­һам да, уларһыҙ бер ни ҙә килтереп сығара алмаҫ инем. Ә ваҡыт үтеү менән, әлбиттә, кәүҙә лә, йән дә, хәрәкәттәр ҙә ауырая төшә. “Ватандаш” журналына күсергә тәҡдим булғас, күстем. Сөнки тәмле нәмә күп булмай тигәндәй, бер үк урында, бер үк кеше бер баҫҡысты оҙаҡ тота алмай. Үҫеш өсөн яңы кеше, яңы ҡан, яңы фекер, яңы идеялар кәрәк. Ә “Ватандаш”та бына инде ике йыл күнегергә тырышып эшләп йөрөйөм.

– Ә “Ватандаш”та ниңә үҙгәрештәр юҡ?

–Уның фәнни журнал булыуы үҙен үк консерваторлыҡҡа дусар иткән. Академик журнал, эшләгән кешеләр ҙә, темалар ҙа икенсерәк. Революцияны йәштәр менән эшләп була. Шевчуктың әйткән һүҙе бар бит: “Һиңә әгәр 17 йәш һәм революционер түгелһең икән, тимәк, һинең йөрәгең юҡ. Ә инде һиңә 50 йәш һәм һин һаман да революционер икәнһең, тимәк, һин ахмаҡ”.

– Тимәк, һеҙ ахмаҡ булмаҫҡа тырышаһығыҙ?

– Юҡ, ахмаҡ булып күренмәҫкә тырышам. “Шоңҡар”ҙа мөмкин булған нәмә “Ва­тандаш”та мөмкин түгел. Һабантуй көрәшендә үлсәү категориялары төрлө булған кеүек, журналдарҙың да үлсәме төрлө.

– Һеҙҙең башланғыс менән “Ҡош юлы”, ”Минең Рәми” кеүек дауамлы проекттар эшләй башланы. Уларҙың яңылары, яңыртыл­ғандары буласаҡмы?

– Проекттар тураһында үткән заманда һөйләү иртәрәктер. Проект проект менән эшләргә тейеш. Ул проекттар йәшәй, эшләй һәм Башҡортостан мәҙәниәтендә лайыҡлы урындарын алған һәм эшләйәсәк. “Минең Рәми” проекты тағы ла яңы проекттарҙың тыуыуына килтерҙе. Ә беҙ уны тормошҡа ашырған ваҡытта ниндәй маҡсат ҡуйғайныҡ? Йәштәрҙең виртуаль донъяға китеүен күреп, шундай девиз уйлап сығарҙыҡ: әгәр ҙә улар беҙгә килмәй икән, тимәк, беҙ уларға барыр­ға тейешбеҙ. Виртуаль донъяны башҡортса контент, башҡортса йөкмәтке менән тул­тырыр­ға, башҡортса хәрәкәткә килтерергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. “Минең Рәми” проекты иҫ киткес әһәмиәткә эйә булды. Унан һуң инде “Халыҡ шағиры Бикбай” проекты сыҡты. Бөгөн интернет селтәре беҙҙе донъяға яңыса ҡарарға, артыҡ сығымдарһыҙ дистанцион рәүештә яңыса эшләргә өйрәтә. Маҡсат бер ине: ошолай эшләп булғанын күрһәтергә һәм башҡалар ҙа, беҙҙең арттан эйәреп, ошолай эшләһен. Тағы ла “Бәйләнештә” селтәрендә, иғтибар иткәнһегеҙҙер, минең аудиомонологтар, видеояҙмалар сыға башланы.

Яңы проекттар ҙа буласаҡ, әлбиттә. Идеялар бар, әммә улар тураһында һөйләргә иртәрәк. Бер нәмәне асыҡ итеп әйтә алам: ҡабатлауҙар булмаясаҡ. Беҙҙең ҡатнашлыҡта Бабичҡа арналған яңы форматтағы конкурс башланып тора. Ҡайһы бер проекттарыбыҙ хатта донъянан да алда бара. “Минең Рәми” башланған ваҡытта бер телдә лә, бер илдә лә, бер халыҡта ла ундай проекттар юҡ ине. Әле беҙ әҙерләп ятҡан проекттың да аналогы юҡ. Тәүге яҙмалар октябрь аҙаҡтарында “Бәй­ләнештә” сайтына сығыр, алла бирһә.

– Шиғриәт темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, һеҙҙең шиғриәттә тойғолар өҫтөнлөк итәме йәиһә аҡылмы?

– Сәйәси темаға ултырып мәҡәлә яҙа алам. Ә шиғриәтемдә шәхси кисерештәр сағыла, импрессионизм яҡыныраҡтыр. Уның тәржемәһе “тәьҫорат” тигәнде аңлата. Шиғриәт минең өсөн – ошо мәлдә, ошо минутта үҙеңдең кисерештәреңде һүҙҙәр ярҙамында кешегә еткереү. Ғөмүмән, шиғриәттең ике төрө бар: кемдер өсөн һәм фәҡәт үҙең өсөн яҙылғаны. Кемдер өсөн икән, тимәк, һин кәм тигәндә 10 – 15 уҡыусыны күҙ алдында тотаһың, мотлаҡ баҫтырып сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуяһың һәм уның өсөн ниндәйҙер гонорар, йә, булмаһа исем, юғары награда өмөт итәһең. Ә инде үҙең өсөн генә яҙаһың икән, тимәк, ул эске диалог, үҙ-үҙең менән һөйләшеү. Әлбиттә, уларҙың да ҡасандыр, ҡайҙалыр баҫылып сығыуы мөмкин. Әммә бөгөнгө көндә социаль селтәрҙәрҙә эшләүҙе өҫтөнөрәк күрәм. Яҙҙың, ҡуйҙың һәм шунда уҡыйҙармы, юҡмы икәнен күрәһең. Ә инде ниндәйҙер әҫәр яҙып, алтын күкәй һалғандай, редакциялар буйлап йөрөү, нәшриәт юлдарын тапау, һәм баҫылып сығыу менән китабыңды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, юғары исем талап итеп Аҡ йортҡа йүгереү – быларҙың береһе лә минең өсөн түгел. Был насар тип әйтмәйем, бер кемде лә тәнҡитләмәйем. Һәр кемдең үҙ юлы һәм һәр кемдең үҙ маҡсаты. Рәхим итһендәр. Фәҡәт үҙем тураһында ғына фекер йөрөтәм.

Минең өсөн шиғриәт – интим күренеш һәм юғары сәнғәт өлгөһө, сәнғәт әҫәре. Бына беҙ, шиғырҙы уҡыусылар кәмей, ти һөйләйбеҙ. Ә ни өсөн улар күп булырға тейеш һуң ул? Кемдең опера һәм балет театрына, милли оркестрыбыҙҙың концертына инә алмайынса, тамаша­сылар­ҙың һуғышып йөрөгәнен, йә булмаһа, Нестеров исемендәге музейҙа күргәҙмәләрҙең аншлаг менән үткәнен күргәне бар? Ни өсөн уларға тик әҙерлекле, шул кимәлгә барып еткән кешеләр йөрөргә тейеш тә, ә шиғриәтте бөтәһе лә уҡырға тейеш һуң ул? Сәнғәттең дә бит мәҙәниәт тигән өлөшө бар. Шиғриәттә лә шундай бүленеш булырға тейештер. Кемдәрҙер һәүәҫкәр, ә кемдер юғары сәнғәт өлгөһө булырҙай әҫәрҙәр ижад итә. Һәм һуңғыларҙың яҙғандарын уҡыр өсөн әҙерлек, шул кимәлгә етеү кәрәк. Шуға ла, шиғыр уҡыусылар кәмей, тип әйтәләр икән, ҡыуанырға ғына кәрәк. Тимәк, шиғриәт янында уны аңлаған, тойған, кисерә белгән кешеләр генә тороп ҡаласаҡ.

– Һуңғы һорау юбилейығыҙға бәйле. 50 йәште ҡап урталыҡ тип алғанда, үткәндәр һәм киләсәккә өмөттәрҙе барлайһығыҙмы?

– Мин үткәндәр­һеҙ йәшәйем. Бәлки, был һүҙ кемделер рәнйетер, кемделер асыуландырыр, әммә минең үткәнем юҡ. Бер ҡасан да фотоһүрәттәр ҡарап ултырмайым, үҙем тураһындағы видеояҙмалар­ҙы ҡарағаным, класташтар, төркөмдәштәр осрашыуында булғаным юҡ. Бөгөнгө көнөм менән башым да, күңелем дә шул тиклем тулы, ниндәйҙер һағыныу­ҙарға урын юҡ. Һәм киләсәккә лә ниндәй­ҙер ҙур хыялдар ҡормайым. Алдағы көндәргә, ҡыҫҡа ваҡытҡа ниндәй­ҙер пландарым, ниәттәрем бар. Мин һәр төн, көнөмдө тамамлап йоҡларға ятҡанда был көн менән хушлашам һәм иртәгәһенә йоҡонан торғанда яңы көнгә сәләм биреп, бөтәһен дә яңынан башлайым. Үҙемә бер һүҙ әйтәм: “Азамат, һин бөгөн бер кем дә түгел. Әммә кискә тиклем кемдер булырға тейеш­һең”. Әгәр ҙә ниндәйҙер үткән һағыштарымды, рәнйеүҙәремде алып киләсәккә ынтылһам, мин киләсәк ишегенә һыймаясаҡмын. Ә инде үткән бейеклектәремде, еңеүҙәремде, исемдәремдә күтәреп барып инһәм, киләһе көнөм мине ҡабул итмәйәсәк. 50 йәшкә етеп, бер нәмәне аңланым: мин бер кем дә түгел. Һәм 50 йәшкә етеп, тағы ла бер нәмәне аңланым: мин кемдер булырға тейеш.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)