RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

29.08.2014 Ҡайтыу

Эй, тыуған ауылым, ҡайһылай ғәйрәтләнеп, ҡуҡырайып ултыраһың! Эйе, шулай итмәй ни, ҙурайып, матурайып, күркәмләнеп киткәнһең дәһә, күңелең дә саф, таҙа бит һинең! Ана, һине уратып алған тау-ҡаяларың да ниндәй ғорур! Һеҙ бит йыл артынан йыл ҡыуып, бер-берегеҙҙе һаҡлап-яҡлап, бер-берегеҙгә таяныс булып йәшәйһегеҙ! Быуынды быуынға бәйләгән ғүмер сылбырына, улай ғына ла түгел, быуаттар шаңдауына шаһитһығыҙ! Эйе, беләм, ниндәй генә шарттарҙа ҡалып, нимә генә кисермәгәнһегеҙ, әммә ләкин һеҙ шул көйө! Тәкәббер, кәрәк булһа шуҡ та, алсаҡ, йомартһығыҙ ҙа. Шулай булмай ни, һеҙ тыуған ерегеҙгә, йәшәйешегеҙгә, ә иң мөһиме, үҙ-үҙегеҙгә хыянат итмәгәнһегеҙ. Эйе, эйе, үҙ-үҙегеҙгә хыянат итмәгәнһегеҙ!.. Хыянат?!

Тыуған ауылы менән һөйләшә-һөйләшә бер ситтәге тау битләүенең үркәс еренән оҙаҡ ҡына ауылына ҡарап һоҡланып торҙо Ғөбәйҙулла. Кинәт турайып, күкрәген кирә биреп тәрән итеп тын алды ла аяҡтарын айыра баҫып күк йөҙөн байҡаны, моңһоуланып ҡына башын эйҙе. Ҡасан ғына һуң, тип әйтһәң дә, хәйер, һәр йылы, көнө, хатта сәғәте һанаулы булды уның. Ун биш йыл элек, юҡ-юҡ, ун биш йыл да өс ай элек, ма­лайлыҡтан саҡ сығып, ошо оло юл­дан, ауылынан ғорур башын юғары сөйөп армияға хеҙмәт итергә киткән йәш егет ине. Ә бөгөн?! Ә бөгөн ул меҫкен Ғөбәйҙулла...

Ғөбәйҙулла оло урамдан ҡайтырға баҙнат итмәне. Ауылдың артҡы яғынан һалынған тыҡрыҡтан яй ғына атлап килде лә, ҡырҡа боролоп, бөтөнләй икенсе яҡҡа барған һуҡмаҡ буйлап китте. Күңеле ауыл ситләтеп аҡҡан йылға яғына тартты. Башта туҡтап, тештәре зымбырлап, теле һыуыҡтан ҡорошҡансы ҡомһоҙланып услап-услап, ҡул һыртынан беләк буйлатып ағыҙа-ағыҙа һыу эсте, көрәктәй ҡулдарына һыу тултырып оҙаҡ итеп битен йыуҙы. Эйе, эйе, бөгөн ир уртаһына еткән Ғөбәйҙуллаға шул урамдан тура баҫып, тәкәббәр ғорур ҡиәфәттә ҡайтыу түгел, күренеүе лә ҡыйын.

…Әле генә, эйе, әле генә кеүек ул ваҡыттар… Әсәһе менән ауылдаштары геү килеп уны әрмегә оҙатып ҡалғайны. Һөйгән ҡыҙы Йәмилә лә бергә ине. Их, ҡайһылай бәхетле ине шул саҡ! Иҫләйһе лә иҫләйһе…

Тыуған ауылына ҡайтыу шатлығы күңелендә ҡайнаһа, уға ҡаршы сығып выждан ғазабы йәнен өттө. Шуға ла ошо тыҡрыҡтан кеше күҙенә күренмәйенсә ҡайтыуҙы хуп күрҙе. Оло урамдың артҡы яғынан буйынан буйына һуҙылған һуҡмаҡ уларҙың өйөнә алып барҙы. Төнөн уның күҙен бәйләп ебәрһәң дә, һис яңылышмай үтер ине һәр бер ташына тиклем таныш күңеленә яҡын һуҡмаҡты. Ҡыҙыу баҫып атлаһаң, биш минут эсендә генә үтә торған юлын бөгөн моңһоу ҡараштары менән тирә-яҡты байҡай-байҡай бик оҙаҡ үтте ул. Ниһайәт, Ғөбәйҙулла үҙе йәшәгән урамға ла килеп сыҡты. Бер нисә йыл элек ауылдың үҙәк урамы булып һаналған, гөрләп, күкрәп йәшәгән урамды танымаҫһың да. Ауылды ситләп уратып ултырған яңы ҙур күркәм йорттар араһында өйҙәре бөтөнләй бәләкәй, ҡотһоҙ күренә, хатта юғалып ҡалған. Ана, ике өй аша уның тыуып үҫкән өйө!.. Их! Көткән бит, көткән уны тыуған нигеҙе!

Ярҙарынан ташып барған шатлыҡ та, йөрәген яндырып өтөп барған ҡайғы ла берсән ҡайнаны Ғөбәйҙулланың эсендә. Нигеҙе яртылаш ергә һеңеп етемһерәп ултырған өйҙө кесерткән баҫҡан, күрерлек тә түгел, ә дөрөҫөрәге, танырлыҡ та түгел. Ҡасандыр нур уйнатып ялтырап торған тәҙрә быялаларын саң баҫҡан. Эске яҡтан үрмәксенең ҙур ауҙары йылпылдай. Әсәһе ап-аҡ буяуҙан өҙ­мәгән тәҙрә ҡапҡастары ҡарайып, салышай­ған, элмәктәрендә лә саҡ эленеп торалар. Талғын ғына иҫкән елгә лә ауыр иңрәп шы­ғырлайҙар. Юҡ, юҡ, иңрәп илай улар. Тик ун йәшендә үҙе ултыртҡан муйыл ғына бирешмәгән, киреһенсә, хужаларса тамыр­ҙарын тәрән ебәреп йәйрәп, ялбырап үҫеп ултыра. Ә ул бит ул саҡта сибек кенә бер тал сыбығы ине! Хәҙер, ана ҡара, ҡайһылай шаян елгә иркәләнә бит әле! Үҙе эйелә-бөгөлә бер туҡтауһыҙ ниҙер шыбырлай. Аңланы ул уның ни әйтергә теләгәнен, аңланы!.. “Хыянатсы, Хыянатсы!” – тип әйтә бит ул. Хыянатсы!.. Аңланы!.. Аңланы уны Ғөбәйҙул­ла! Һин хаҡлыһың…

Ғазапланыуҙары күңел һыҙланыуҙарына ҡушылып, йөрәгенә үтеп инде лә, ҡан тамыр­ҙары буйлап таралып, бөтә тәнен ҡоршап алды. Эйелгән башы тағы ла нығыраҡ түбән эйелеп, бәләкәйләнеп бөршәйеп ҡалды. Кинәт башы әйләнеп, күҙ алды ҡараңғыланды. Яҡлау, таяу эҙләп, сереп, ише­леп төшөп килгән баҡса рәшәткәһенә ике ҡуллап йәбеште. Бер аҙ тынысланғандай булғас, ауыр аҙымдар менән ҡапҡа яғына ыңғайланы.

Бер яҡҡа ҡалтайған ҡапҡаны көскә асып инде. Бында ла уны бар ергә хужа булып алған ҡый үләндәре ҡаршыланы. Ир уларҙы йыра-йыға баҫып, күтәрмәгә – ишек яғына тартылды. Тик уны ишеккә арҡыры эленгән ауыр тут баҫҡан йоҙаҡ ҡаршыланы. Күгәреп бурһый башлаған күтәрмәгә ултырҙы. Елгә бәүелгәндәй, быуынһыҙ булып сайҡала-сайҡала уйҙарына сумып ултырҙы ла, ергә аунап, ҡулына эләккән үләндәрҙе йолҡҡолай-йолҡҡолай: “Әсәй! Әсәй, зинһар өсөн, мине кисер! Кисер мине!” – тип бер үк һүҙҙе ҡабатлай-ҡабатлай, үрһәләнеп илай башланы. Эйе, нисәмә йыл эсенә йомолған ғазап, һыҙланыу-һағыштар урғылып сыҡты ла, мүкләнеп серегән кәртә ҡоймаһына ҡаҡлыҡты.

Ғөбәйҙулла үҙен белгәндән алып әсәһе менән ошо колхоз биргән бәләкәй генә өйҙә йәшәне. Шуға ла уға ирҙәр эшенә бәләкәй­ҙән үк егелергә тура килде. Ауылда уларҙың таяныр, ҡатышып йәшәр туғандары булманы. Үҫә төшкәс, яуызыраҡ әсе телле апайҙарҙың, имеш тә, әсәһе гонаһын йәшерер өсөн ер аяғы-ер башынан ҡасып килеп, ете ят кешеләр араһында йәшәп ята, тип һөйләгәндәрен ишетеп, бик ауыр кисерһә лә, әсәһенән һорар­ға йөрьәт итмәне, уныһы ла был турала һөйләү түгел, бер ауыҙ һүҙ ысҡындырманы.

Әсәһе ғүмере буйы фермала һауынсы булып эшләне. Иртән таң һарыһы менән сығып китә, көндөҙ әҙ-мәҙ ҡайтып күренә лә, тағы төн ҡараңғыһына тиклем эштә. Ғөбәйҙулла, дәрестән ҡайтып, тәүҙә өй эштәрен бөтөрә. Һыу алып килеү, өйгә утын индереп ҡуйыу, һарайҙа торған яңғыҙ кәзәгә һыу, бесән биреп, тиреҫен таҙалау – уның өҫтөндә. Етмәһә, ҡышлыҡ утынды ярып өйөү, кәртә-ҡураны ла тәртиптә тотоу уның елкә­һендә. Эштән арынып, дәресен әҙерләгәс, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән әсәһенә ярҙамлашыр­ға ашыға. Шуғалырмы, вайымһыҙ, тәкмәс атып уйнаған тиҫтерҙәре араһында ул етдилеге менән айырылып торҙо.

Ҡышҡы, бер-береһенә оҡшаған көндәре күбеһенсә ошолай үтә. Ә бына яҙ етеүен Ғөбәйҙулла һағынып көтөп ала. Сөнки улар көндәр йылыныу менән йәйләүгә күсәләр. Бөтә ауыл гөр килеп тора. Ҡаңғылдаған ҡаҙҙарҙы ябыу, тауыҡтарҙың ҡытҡылдауы, һайтылдап эре малдарҙы ферма малдарына ҡушып йәйләүгә ҡыуыу, һауынсыларҙың шар-шор өй кәрәк-яраҡтарын барлауы, һуңынан ҡысҡырыша-ҡысҡырыша машиналарға тейәнеүҙәре, ғөмүмән, былар бөтәһе үҙе бер байрам төҫө ала…

Ғөбәйҙулланың күҙенә лапаҫ аҫтындағы мөйөштә эленеп торған төргәк салынып ҡалды. Яйлап ҡына урынынан торҙо ла һаҡ ҡына төргәкте ҡулына алды. Шифалы үләндәр! Бала саҡтан күңелгә һеңгән, яҡын шифалы үләндәр! Уларҙы әсәһе йыл да йыйып, киптереп, яулыҡҡа төрөп элеп ҡуя ине. Һуңынан, ҡыш буйы ошо үләндәр­ҙән рәхәтләнеп сәй эсә торғайнылар…

Ә яулығы һуң? Сәскәләре уңып, йоҡарып бөткән әсәйемдең яулығы! Танауына үлән­дәр­ҙең хуш еҫе килеп бәрелде, шул саҡ Ғөбәйҙулланы, әйтерһең дә, әсәһе ялан, урман еҫе һеңгән ҡулдары менән башынан һыйпап иркәләгәндәй булды. Әсә наҙын тойорға теләгәндәй, күҙен йомоп, төргәкте күкрәгенә ҡыҫты…
Әсәһе йыл әйләнәһенә яулыҡты башынан төшөрмәй торғайны. Ҡыя бөкләп ябынған яулығын ҡыш көнө лә шәл эсенән ябына ине, ә йәйен бөтөнләй башынан һалманы. Әй-й-й, ошо яулыҡҡа бәйләнгән хәтирәләр. Иҫләһәң, бала саҡ шуҡлыҡтары менән әсәһен нисә тапҡыр хафаға һалды ул...

Йәйләүҙә инеләр. Йәшәгән будкалары эргәһенә усаҡ яғып, таған ҡороп һыу йылыталар, аш бешерәләр, сәй ҡайнаталар. Бер көн әсәһе:
– Бөгөн кер йыуам. Улым, һыу йылытырға ҡоро-һары утын ташы, – тип, үҙе һыу ташый башланы. Ғөбәйҙулла тиҙ арала кипкән ҡоро-һары ташыны. Инде балта менән турап ут яғыр­ға тотонғайны, күҙе ергә яртылаш һеңгән серек түмәргә төштө. “Быны һөйрәп алып килеп усаҡҡа һалһаң, һыу тиҙерәк ҡайнар ине!” – тигән уй башынан йүгереп үтте. Инде тартып сығарайым тигәйне генә ҡапыл ус һыртын беҙ менән сәнскән кеүек булды. Шарылдап ҡулын тартып алыуға, сөрөк эсенән зәһәр ҡара йыландың башы күренде. Беләк йыуанлығындағы йылан ыҫылдай-ыҫылдай шәп итеп шыуышып сыҡты ла, шунда уҡ ерҙә йомарланып, уҡ кеүек өҫкә атылды. Ике-өс тапҡыр шулай йомарлана-йомарлана ҡыуаҡ араһына инеп тә ҡасты. Секунд эсендә булған хәлдән ҡото осҡан бәләкәй Ғөбәйҙулланың ҡурҡыуынан йөрәге ярылырҙай булып ҡысҡырған тауышы урманды телеп, әллә ҡайҙарға яңғыраны. Уның үҙәк өҙгөс тауышын ишеткән әсә йәнтәслим улы яғына йүгерҙе. Ҡулын тотоп, ҡурҡышынан быуыны бушап, таралып төшкән Ғөбәйҙул­ланы йүгереп килгән килеш ҡосаҡлап алды.
– Йылан саҡты! Ҡулымды йылан саҡты! – тип илаған улының ҡулын йылан тешләгән урынынан һурып төкөрә башланы. Ҡапыл туҡтап, башынан яулығын һыпырып алып, яранан өҫтәрәк һыҡтырып бәйләп ҡуйҙы.

Ул арала ҡысҡырыуҙы ишеткән тирә-йүндәгеләр йыйыла ла башланы.

Төрлө кәңәштәр бирә башланылар. Әмәлгә ҡалғандай, һөт ташыусы машина китмәгән ине әле. Малайҙы дауаханаға оҙаттылар. Бер аңына килеп, бер аңын юғалтып, һаташып, ҡоҫоп ауырыған Ғөбәйҙулланы шәфҡәт туташы менән әсәһе оҙатып барҙы. Дауалау бик оҙаҡҡа һуҙылды. Әсәһе эргәһенән бер минут та китмәне. Бер туҡтауһыҙ Хоҙайҙан һауығыуын теләп доға уҡыны.

Дауахананан сыҡҡас, ап-аҡ булып ҡалған Ғөбәйҙулла төндәрен, һаташып, кемдәндер ҡаса-ҡаса шарылдап сыға, йә ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрә ине. Әбейҙәрҙән ҡот ҡойҙороп, мулланан өшкөрткәс кенә был михнәттәре баҫылды.

“Минең бер бөртөгөм, һинән башҡа минең бер кемем дә юҡ! Һау ғына бул!” – тигән һүҙҙәрҙе әсәһенән йыш ишетә ине…
Тағы ла уйылып ҡалған бер йән өшөткөс хәтирә иҫенә төштө. Был да йәйләүҙә булды. Бала шуҡлығы менән әсәһе һыйыр һауған ергә урап инмәй, кәртә аша ғына төшмәксе булды. Төшкән саҡта яҙа баҫып, сысайып торған тимер киҫәгенә ҡолап төшөп, аяғын һындырҙы. Ауыртыуға түҙә алмай, ажарланып ҡысҡырып илап ебәрҙе.

Тиҙ арала әсәһе лә килеп етте.

– Эй, Аллам, нимә булды тағы! Аяғыңа баҫа алмайһың даһа, әллә һындымы икән? – тип урынынан торорға маташҡан улын кире ултыртып, аяғын ҡарай башланы. – Ҡайһы ерең ауырта, ошо ереңме? Сәнсәме?

– Ошо, ошо ерем ауырта! – тип ярһыны Ғөбәйҙулла, ауыртыуына сыҙай алмай, шаулап ҡан аҡҡан яраһын тотоп.
– Эй, Хоҙайым, ярҙам ит, түҙ, балаҡайым, түҙ! – тип өҙгөләнде әсәһе. Үҙе шул арала тейен етеҙлеге менән эргәлә генә үҫеп ултыр­ған үләндең япрағын өҙөп, яраға япты. Яулығын урталай йыртып, үлән менән таҡта киҫәген аяғына һалып, ҡуша бәйләне. Шул саҡта, әсәһе яулығын сискәс, ап-аҡ сәстәрен тәүге тапҡыр күргәйне… Мөхәммәт бабайҙың атының арбаһына һалып, йәйләүгә, һуңынан һөт машинаһы менән дауаханаға алып киттеләр. Әсәһе менән ике аҙна ҡала дауаханаһында ятты. Эй, әсәһенең шул ваҡытта нисек өҙгөләнгәне...

Ҡапыл уның күҙе Ҡытмырҙың кесерткән араһында йәлпәшкән ояһына төштө. Уларҙың ғүмер буйы бер генә эте булды. Ҡытмырҙың килеп эләгеүе лә уйламағанда булды. Ғөбәйҙуллаға ул ваҡытта дурт-биш йәштәр тирәһе булғандыр. Кисләтеп, ҡараңғыға тартҡан мәл булғандыр. Өйҙәре тапҡырында ғына юл буйында нимәлер шыңшый ҙа туҡтап ҡала, тора биргәс, тағы ҡабатлана. Ғөбәйҙул­ла түҙмәне, барһа, бер бәләкәй генә йомарлам көсөк ята. Малайҙы күреү менән теге йән эйәһе ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәй, бер урында тыпырсынып, ҡойроғон уйнатып бер була. Ә үҙе мөлдөрәмә тулы төймә күҙҙәре менән ялбарып, ярҙам һорай. Күп уйлап тормай, малай йомғаҡты ҡосаҡлап үҙҙәренә алды ла ҡайтты. Шулай итеп, тоғро дуҫына әйләнгән Ҡытмыр уларҙа йәшәй башланы.

Күпме бәләләрҙән ҡотҡарҙы уны, юҡ уны ғына түгел әсәһе менән икеһен. Ҡыш, ял көнө ине. Төшкө аштан һуң әсәһе менән эшкә китергә сыҡтылыр. Йылғала боҙ туңғас, юл ҡыҫҡартып тапҡырҙан йөрөйҙәр. Көн йылы. Тәбиғәткә һоҡланып туйғыһыҙ. Ҡырпаҡ ҡар яуып ап-аҡ мамыҡ булып ергә түшәлгән. Бер ваҡыт алдан барған Ҡытмырҙың алғы аяҡтары аҫтынан боҙ уйылып төшөп китмәһенме. Сос эт артҡы аяҡтарына тороп үрә баҫып ситкә ырғыны. Быны күреп әсәһе ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе: ”Әй, Хоҙайым! Беҙҙе үҙе һаҡланы! Көн дә үтеп йөрөгән юлыбыҙға шәре ҡалҡҡан бит. Ҡар аҫтынан беленмәй аҡҡан шәрене аңғармай, уйламай барып, уйлып ҡына төшә лә китә инек бит!” – тип күҙенә йәш алып бер мине, бер этте ҡосаҡлап оҙаҡ тыныслана алманы.

Тағы ла күҙ асып йомған арала булған хәлде хис тә оноталмай. Урам буйлап китеп бара ине. Талғат бабайҙарҙың ирек күрмәй гел бәйле торған башмаҡтай ҙур эте бәйенән ысҡынып, тештәрен ыржайтып ажарланып Ғөбәйҙуллаға килә башланы. Ғөбәйҙулла ни эшләргә белмәй ҡурҡып таш булып ҡатты ла ҡуйҙы. Ҡапыл ситтән анда-бында, еҫкәнеп, төртәндәп вайымһыҙ ғына килгән Ҡытмыр йүгереп хужаһы эргәһенә килеп еттеп, һырт йөндәрен ҡабартып, тештәрен ыржайтып ырылдап теге эткә ҡаршы сыҡмаһынмы. Бындай ҡаршылыҡты көтмәгән эттең ажары шунда уҡ һүрелде. Алай-былай ҡаранып, саң борхотоп аяҡ тырнаҡтары менән ерҙе сапсып торҙо ла кире китте. Шул ваҡытта эте эргәһендә булмаһа нимә менән аҙағы бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Эйе, тоғро дуҫы ине Ҡытмыр. Оҙатҡанда инде ҡартая башлаған эте оҙаҡҡа айырылыуҙарын һиҙепмелер шыңшып, һырпаланып эргәһенән китмәне. Уны ауылдаштары менән бергә оҙатып ауыл осона тиклем барҙы. Тоғро эте лә уны бөгөн ҡаршы алманы. Ғөбәйҙулланың тамағына төйөр килеп тығылды.
Шуҡлыҡтарға, төрлө мажараларға күмелеп бала сағы ла үтеп китте. Урта белем алғас, военкоматтан йүнәлтмә алып шоферға уҡып сыҡты. Туғыҙынсы синыфтан дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Йәмилә менән бөрөләнеп килгән мөхәббәттәре сәскә атты.

Ун һигеҙ йәше тулыуға армия сафына алыу ҡағыҙы ла килде. Күрше – күлән, дуҫ-иштәр шаулап-гөрләп, йырлап-бейеп бер урам булып оҙатып ҡалдылар. Йәмилә лә эргәһенән китмәй, бергә булды. Бойоғоп ҡына: ”Иҫән –һау хеҙмәт итеп ҡайт. Көтәм!” – тип яҡты теләктәр теләне. Тик әсәһе генә айырыла алмай улын ҡат-ҡат ҡосаҡлап башын да күтәрә алмай: ”Балаҡайым! Бер бөртөгөм минең!” – тип иланы ла иланы. Ни эшләптер шул ваҡытта әсәһен йыуатып Ғөбәйҙулла бер һүҙ ҙә әйтә алманы.

Хеҙмәт итергә матур ҡалаларҙың береһенә эләкте. Башҡортостандан түгел хатта үҙ районынан да ситкә сыҡмаған егет бындай ҙур ҡалала беренсе тапҡыр ине. Һалдаттар телендә әйтелгәнсә автобатҡа эләкте.

Хәрби машиналарҙы үҙләштереп, өс ай үтеүгә тырыш, сос, һәр эште урынына еткереп башҡарған егетте командир үҙенә шофер итеп алды. Бер йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә, аҡҡан һыу кеүек үтте лә китте.Тыуған яҡтарына ҡайтыу ваҡытын һанап, көтә башланы. Инде машинаһын гаражға ҡуйып, ҡайтырға тип казарма яғына ғына ыңғайлағайны ғына,генерал эргәһенә саҡыртыуын әйттеләр. Бындай бойроҡ һалдатҡа аяҙ күктә йәшен йәшнәгән һымаҡ тойолдо, нимәгә саҡырта икән, эш боҙғаным да юҡ, тип аптырап ҡалды.

Генерал үҙе саҡыртһын әле. Тиккә саҡыртмайҙыр ҙа ул. Төрлө уйҙарға сыуалып генералдың ишек төбөнә лә килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Килеп еткәс аяҡ быуындары бушап, ҡаушап ҡалды. Генерал үҙе саҡыртһа ла инергә ҡыйыулыҡ тапмай бер аҙ иҫәңгерәп тапанып торҙо ла, һаҡ ҡына ишекте туҡылдатты. Эстән:
– Әйҙә, әйҙә ин! – тигән көслө тауыш ишетелде. Инеп ҡулын күтәреп честь биреп тә бөтмәне.
– Әйҙә, бында яҡыныраҡ, ултыр! – тип таҙа башҡортса һөйләшеп ҡаршы алмаһынмы генерал. Ғөбәйҙулла ҡапыл албырғап ҡалды, һуңынан эсенә йылы йүгерҙе, йөҙөндә аптырау ҡатыш йылмайыу әҫәре күренде. Йылдан ашыу хеҙмәт итеп, бер башҡорт һүҙе ишеткәне юҡ ине. Бына һиңә мә. Генерал тиклем генерал уның менән башҡортса һөйләшеп ҡаршылаһынсы.
– Һаумыһығыҙ! – тип егет көскә әйтә алды,ҡыйыуһыҙ ғына күрһәтелгән урынға ултырҙы..
– Һаубыҙ! Һаубыҙ! Ташморондо һағынмайһыңмы?! – тип көр тауыш менән – йылмайып һүҙ башланы.
– Һа- һағындым , беҙҙең яҡтағы тауҙы ҡайҙан беләһегеҙ ул!? – тине тамам аптыраған һалдат.
– Беҙ һинең менән яҡташтар булып сыҡтыҡ. Хатта бер районданбыҙ. Документтарыңды ҡараным. Ауылыңдың исемен әйт әле.
– Өсюл ауылынан мин.
– Эйе, ул ауыл райүҙәктән алыҫ та түгел бит. Мин үҙем шул райүҙәктә үҫтем, дөрөҫөрәге балалар йортонда тәрбиәләндем. Үҙем һеҙҙән биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡара йылға ауылынанмын. Ике ауылды түшен киреп ҡаҡайып торған Ташморон тауы ғына айыра инде.
Егет баш һелкеп ҡыуанып тыңланы. Ротала ғына түгел, тотош батальонда уның яҡташтары юҡ ине. Бына һиңә, генерал үҙе уның яҡташы булып сыҡты. Етмәһә үҙенә саҡыртып алып танышыуы, уйында түгел төшөндә лә юҡ ине.

– Ғөбәйҙулла, бөгөн мин һине кискә үҙемә ҡунаҡҡа саҡырам, һөйләшеп ултырырбыҙ. Берәй өс сәғәткә командирығыҙҙан һорарбыҙ ҙа. Эш ваҡыты ла үтте! Бөгөнгә башҡа пландарың юҡмы.

– Юҡ! – тип Ғөбәйҙулла ризалыҡ белдереп башын һелкте. Шылтыратып ҡына часҡа иҫкәртте лә, яҡташын ултыртып үҙенә алып ҡайтып та китте.
Ялтырап торған еңел машина, һә тигәнсы елеп генералдың өйөнә барып та етте. Пульт менән генә ауыр ҡапҡаны асып ихатаға инделәр. Ғөбәйҙулла Фәрит Юнысович йәшәгән ихатаға түгел , әйтерһең дә, әкиәттәге зиннәтле батша һарайына барып индеме ни. Бындай донъяны ул әкиттәрҙә генә уҡып ҡына белә лә һәм әкиәттә генә булалыр тип уйлай ине. Ике ҡатлы итеп һалынған бейек таш йорт. Төрлө ят-ят сәскәләргә күмелгән баҡса. Ихатала төрлө-төрлө ағастар тигеҙ итеп ултыртылған. Айырыуса ҡупшы күк шыршылар күҙен яуын алып маһайышып ултырылар. Таштар араһынан урғылып сылтырап аҡҡан шишмәнең гәлсәр һыуы байып барған ҡояштың нурҙарында йымылдығын сыға. Гүйә, тау-таш йырып сыҡҡан да, иркенлекте тойоп ҡыуанысынан ниҙер һөйләп сылтырай. Тирәһенә йәтешләп йылға таштары түшәлгән. Унан арыраҡ, бер яҡ ситтә майлы табалай түңәрәк күл ялтырай. Уны тирәләтеп ялбыр ҡамыштар, күрән үләндәре баҫып алған. Улар араһында балыҡ тотоп эре генә, башлығын ҡырын төшөрә биреп, балыҡсы һыны ултыра. Хатта, биҙрәһе менән ҡармағы ла бар. Баҡса шундай зауыҡлы итеп төрлө ағастан семәрләп эшләнгән, һындар менән биҙәлгән. Иҫ-аҡылы китеп ҡарап тора ине:
– Ҡустым, әйҙә өйгә инәйек ! – тип Фәрит Юнысовичтың ҡысҡырған тауышы ишетелде. Егет йорт яғына ыңғайланы. Тигеҙ итеп йәйелгән биҙәкле поркет юл өйгә илтә.

Фәрит ағай ишекте ҡайыра асып, ҡоласын йәйеп өйгә саҡырҙы. Өйгә ингәс үтергә бер аҙ баҙнатһыҙланып, баҙап ҡалды. Затлы келәмдәр күпереп ята, стеналар ваҡ-ваҡ гәлсәр менән биҙәктәр семәрләп төшөрөлгән. Иркен залға уҙҙылар. Зал шундай бөхтә, бында бөтөнләй икенсе зауыҡ. Күн диван-креслолар, быяла өҫтәл, ят гөлдәр араһында ҙур аквариум. Ҡыйбатлы ауыр гәлсәр люстра аҫылынып тора. Ул арала Фәрит ағай:
– Бына таныш бул, был минең ҡатыным – Зинаида була – тип рус телендә егетте ҡатыны менән таныштырҙы. Ҡыйыуһыҙ ғына торған егетте ҡотҡарып Зинаида апай үҙе һүҙҙе дауам итте:
– Бик яҡшы! Шатмын! Әйҙә сәй эсәйек! Был яҡҡа үт! – тип егетте аш бүлмәһенә саҡырҙы.
Аш бүлмәһе лә иркен, яҡты. Киң өҫтәл артына ултырып һөйләшә-һөйләшә ашап алдылар. Зинаида апай булғас әңгәмә рус телендә барҙы. Улар Фәрит ағай менән бер-береһенә ихтирамлы, ихтибарлы булыуҙарына Ғөбәйҙулла һоҡланып ҡарап ултырҙы. Киске ашты ашап алғас, Фәрит ағай йорттоң икенсе ҡатына саҡырҙы.

Бында күтәрелгәс Ғөбәйҙулланы бөтөнләй икенсе күренеш ҡаршыланы, әйтерһең дә йорттоң икенсе ҡатына түгел, ә хәтфә туғайлы урманға барып инде.
Иҙәндә йәм-йәшел күпереп торған балаҫ. Күн йомшаҡ диван алдында һоро ҙур айыу тиреһе ята. Стеналарҙа тәбиғәт төшөрөлгән фотообойҙар. Маһайышып күпереп үҫкән гөлдәрҙән хуш еҫтәр тарала , ә мөйөштәге гөлдәр араһында йәтешләп таштар өйөлгән, шунда уҡ тегеһенә ҡарағанда ике тапҡырға ҙурыраҡ аквариумда төрлө-төрлө төҫтә ялтырашып балыҡтар йөҙә, өҫкәрәк беркетелгән клеткала тутыйғош сырылдап ебәрҙе. Тағы ла ныҡ аптыратҡаны стенаға беркетелгән болан мөгөҙө. Егеттең текләп ҡарап торғанын күргәсме, Фәрит ағай килеп һүҙ башланы.

– Был мөгөҙҙәр беҙҙең яҡтыҡы ул. Бына был әҙ саталыны миңә Әмир ағай бүләк итте, был ике ҙур мөгөҙҙө, беләһеңдер теге беҙҙең яҡтың данлыҡлы һунарсыһы Хажиморат ҡартты, шул ағайҙан һатып алдым. Үлеп ҡалды бит ул. Ҡайтҡан һайын эргәһенә барып, хәлен белеп китә инем.

– Эйе, арыуыҡ ҡына йәшендә, яңылышмаһам туҡһанға , күп булһа ике –өс йәш кенә етмәгәндер, үҙе дан ғына бабай ине ул, – тип уртаҡ таныш кешеләрҙең исемдәрен ишетеп егет йәнләнеп китте.

– Уй-й-й, белмәгән, күрмәгән нәмәһе булмағандыр! Һөйләй башлаһа теүәл ваҡытын әйтеп, дәлилдәп һөйләй ҙә ҡуя ине. Хәтәр шәп бабай була торғайны шул! – тип ауыр көрһөнөп бер аҙ туҡтап тынып торҙо ла артабан дауам итте.. – Бындағы күп нәмәләрҙе үҙебеҙҙең яҡтан алып килдем. Ышанһыңмы-юҡмы хатта бынау ятҡан таштар ҙа үҙебеҙҙең Ағиҙел йылғаһынан алын­ған. Йыл һайын үҙебеҙҙең тәбиғәттә, Иҙел буйҙарында кинәнеп ял итеп, иҫтәлеккә бер нәмә алып килә инем. Бынау таштар ябай ғына , ҡарай белһәң, үҙе бер мөғжизә. Шулай бит!

– Матур-матур, – тип, хатта төрлө төҫтә ялтырап торған ташты ҡулына уҡ алып. Үҙҙәрендә бер ҙә генә иғибар итмәгән, ысынлап та алтын һымаҡ йымылдап торғандары, сағыу әллә ниндәй төҫтәрҙә ялтырап торғандары ла бар икән дәһә.

– Әйҙә был яҡҡа үт. Фотолар күрһәтәйем әле һиңә, бәлки белгән кешеләрең, таныш яҡтар булыр, – тип Фәрит ағай мут ҡына йылмайып икенсе яҡҡа әйләне.
Ҡулына ҡалын итеп эшләнгән, ҙур ғына фотоальбом алып килеп тотторҙо.

Минең тыуған ерҙәрем
Балдай татлы һыуҙарым

Тип тышына матур иттереп яҙып ҡуйған. Фотоальбомдағы иҙел буйҙары, тау-ҡаялар, балалар, ғөмүмән, төрлөсә төшөрөлгән гүзәл тәбиғәт, ауыл күренештәре, тыуған ерҙәр, хатта ҡош –ҡорттар ҙа бар бында. Бөтәһе лә таныш, йәнгә яҡын!

– Тәүҙә йыл һайын отпускамды үҙебеҙҙең тыуған яҡтарҙа үткәрә инем. Һуңғы ун йыл инде ҡайтҡаным юҡ, – тип тәрән итеп көрһөнөп бер аҙ туҡтап торғас кәйефһеҙ генә дауам итте. – Дөрөҫөрәге мине көтөп торған кешем дә ҡалманы инде. Ә тыуған яҡтар, ҡустым, һағындыра ла ул, айырыуса, олоғайған һайын нығыраҡ һағындыра икән ул. Хәрби бойороҡтар менән ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәне лә, ниндәй генә ерҙәр күрелмәне, ә тыуған ерем, телем, халҡым бер ҡасан да күңелемдән сыҡманы, сыҡмай ҙа икән ул…

Өс сәғәттәй һөйләшеп ултырып ваҡыт уҙғанын да һиҙмәгәндәр, казармаға ҡайтырға ваҡыт та етте.

– Ярай, ҡустым, яйы сыҡһа килеп йөрө, еңгәң яҡшы мөғәмәле, асыҡ күңелле кеше ул, – тип ҡул биреп тороп һаубулашып оҙатып ҡалды.
Ғөбәйҙулла генерал дәрәжәһенә еткән кешенең шундай итеп үҙен ябай тотоуы, сит ерҙәрҙә йөрөп саф башҡортса һөйләшәүе, тағы ла тыуған ерҙәренә булған һөйөүенә иҫ аҡылы китте. Ҡайтҡансы ошо уйҙар башында сыуалдылар.

Бынан ары ул яҡташына яйы сыҡҡан һайын йыш йөрөнө.

Бер көндө, күп ваҡытын Украинала өләсәһендә үткәргән берҙән-бер бөртөк ҡыҙы Санта менән дә танышты. Төҫ-башҡа атаһына оҡшаһа ла, үтеп –шытып барған холҡо менән бөтөнләй киреһе. Зәңгәр күҙҙәрен уйнатып, юҡ –барға хихылдап көлөп, егеткә инә яҙып бара. Тәүҙә егет уның ҡылыҡтарына сәйерһенеп ҡарай ине, аҙаҡ өйрәнеп китте.

Хеҙмәт итеп бөтөрөү ваҡыты ла етеп килә. Бер барғанында генерал:
– Ҡустым, хеҙмәт итеп итеп бөтөү ваҡытың да етеп килә,контракт төҙөп бында ҡалырға уйлаймайһыңмы?
– Әллә тағын, әсәйем мине көтә бит. Һуңынан уны яңғыҙ ҙа ҡалдырғым килмәй. Юҡ ҡалмаҫмын ул, – тип егет көтөлмәгән тәҡдимдән албырғап ҡалһа ла, бар зиһенен йыйып, генералдың тәҡдимен кире ҡаҡты.
– Тора-бара әсәйеңде лә бында алыр инек, – тип ныҡашты Фәрит ағай. – Үҙемә кейәү булһаң шәп булыр ине. Үҙебеҙҙең халыҡтан кейәүем булһа ине, тип уйлай торған инем… Минең Сантанан башҡа бер кемем дә юҡ бит.

Линиза ШАКИРОВА.
Белорет районы.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)