RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Саҡ ҡына ла юлым ситкә төшһә, Башҡортостан, һине һағынып ҡайтам!»

01.08.2014 «Саҡ ҡына ла юлым ситкә төшһә, Башҡортостан, һине һағынып ҡайтам!»

Башҡортостан

Саҡ ҡына ла юлым ситкә төшһә,
Башҡортостан, һине һағынып
ҡайтам!
Ҡайҙан килә шундай
һөйкөмлөлөк?
Тартыу көсө, илем, һиндә ҡайҙан?

Аңым аша һөйөү хисе һеңгән
Күңелемдең иң-иң түрҙәренә.
Үҙ йөрәген ғәййәр батырҙарың
Байраҡ итеп элгән үрҙәреңә.

Йәнгенәһен һис тә аямайса,
Һинең өсөн улар башын һалған.
Ҡаһармандар һөргөн һөрөлгәндә
Иҫтәлеккә Урал ташын алған...

Ата-инәңдәй күреп яратырлыҡ,
Үҙ балаңдай күреп, йән атырлыҡ –
Берҙән-берем минең, илгенәм!
Яғылмаһын һиңә бер афәт тә,
Ҡағылмаһын дауыл-ғәрәсәттәр,
Елбер елдәр иҫһен һил генә!

Көс-ғәйрәтле ҡотло илебеҙҙә
Яҡты таңдар имен-аман атһын.
Тоғролоҡҡа беҙҙе әйҙәп торһон
Батырҙарҙың изге аманаты!

* * *

  «Саҡ ҡына ла юлым ситкә төшһә, Башҡортостан, һине һағынып  ҡайтам!»Башҡортса кемдер өндәшһә,
Һөйләшһә берәй ҡайҙа –
Атҡа менгәндәй ҡыуанам,
Йөрөп әйләнәм Айҙан!

Моңло, яғымлы һәм наҙлы
Саф теле милләтемдең.
Телгенәм менән был ерҙә
Һәр кемгә типә-тиңмен!

Тел онотҡан – телен йотҡан
Рухы зәғиф әҙәмдер.
Ундайға башҡорт ерендә
Һулар һауам әрәмдер!

* * *
Ямғыр ҡосаҡлаған болот
Күктә тора аптырап.
Уның итәгенән тартып,
Елдәр ҡояш таптыра!

Болот тегеләй йүгерҙе,
Аҙаҡ былай ынтылды.
Ел менән һуғыша торғас,
Һыу тоҡсайы һытылды.

Болот ҡосағынан ағып,
Ергә ямғыр ҡойолдо!
Миңә – ыҙғыш шаһитына
Был мәрәкә тойолдо.

Бомж

Тәүҙә йәлләп ҡарай инек,
Хәҙер күҙҙәр өйрәнде.
Донъя үҙе шаулап торғас,
Ишетмәйбеҙ һөрәнде.
Улар барыһы ла бер иш:
Тешһеҙ, бысраҡ, шешенгән.
Булды микән бахырҙарҙың
Хәлдәренә кеш(е)ингән?
Кешелектән сыҡҡанғамы
Кешегә һыйынмайҙар.
Йәй – йәннәт тә, алда көтә
Һыуыҡ ҡыш – ҡыйын айҙар!
Көтөү-көтөү бүленешеп,
Ойошоп көн күрәләр.
Бөгөнгөгә риза улар,
Иртәнгә төкөрәләр.
Бомж исемле халыҡ тыуҙы
Аяуһыҙ был заманда.
Аты-заты юҡ әҙәмдәр
Үрсей бара һаман да.
Һаҫыҡ еҫтәре тын быуа –
Аңҡый кейем, сәсенән.
Салауат исемле бомж да
Барлығына әсенәм!

Һағыныу

Һығып ҡосаҡлағым килә,
Һурррып үпкем килә!
Һинең менән ҡултыҡлашып
Урамдан үткем килә.

Һығғғып ҡосаҡлағым килә,
Һурррып үпкем килә.
Сәстәреңде ҡулым менән
Сырмалтып, һүткем килә.

Бер-беребеҙгә тартылабыҙ
Саҡрым-саҡрымдар аша.
Һөйөүебеҙ даръя булып
Аҡрын-аҡрынлап таша!

Уны быуыр бер көс тә юҡ –
Бер донъя беҙ икебеҙ.
Бәхетлеләргә асыҡбыҙ,
Бәхетһеҙгә биклебеҙ.

Бесәндә

Ҡара ямғырҙа ҡыуышта
Эшһеҙ тәк ятҡан хәлдәр:
Ҡысҡырышып кәрт һуғыуҙар,
Ҡыҙып гәп һатҡан мәлдәр...
Һәнәк-тырмалар ямғырҙан
Дымланып тора ине.
Ямғыр болоттарын ҡыуып,
Ҡояшты һорай инек.
... Ҡыҙыу селлә тән бешерә –
Беҙ тағы ла болонда.
Ҡайһы саҡ уйнап алабыҙ,
Азат, шаян ҡолондай.
Елкәгә тейһә ауыр эш,
Ямғырҙы һағынабыҙ.
Һыуға сүлмәк түңкәрәм, тип
Уныһын ағыҙабыҙ.
Утҡа яғабыҙ йәш үлән,
Беҙгә ямғыр бик кәрәк:
Яуын ауылға ҡайтара –
Икмәк кәрәк, ит кәрәк.
...Бала сағым эшләп үтте.
Ғүмерем көҙгә ауыш.
Ҡолағымдан китмәй бер ҙә
Салғы сүкегән тауыш.
Хәтеремдән китмәй бер ҙә
Шажлатып бесән сабыу!
Үткәндәрем үкенесһеҙ,
Бала саҡ төҫө сағыу.


Айырылған тай

Тыпырҙығы сығып ямғыр яуа,
Баш тығырлыҡ түгел өйөмдән.
Әйләнә лә килә ҡара болот –
Айырылған тайҙай өйөрҙән.
Тыпырҙығы сығып ямғыр яуа,
Тас-тос килеп сәсрәй тамсылар.
Ҡаңғырған тай, сабып тегеләй-
былай,
Күҙе аларып сәсәй ҡамсынан.

Ҡайырам, тип айырылған тайға
Күк-көтөүсе гөрҫләп аҡырҙы.
Йәшен-ҡамсы тайҙы ярыу менән
Йәлләп ҡуйҙым уны, бахырҙы.

Ел – уҫал эт, аҙғын тай-болотто
Абалап та йөрөп ҡаманы.
Өйөрөнә ҡушылыуҙан башҡа
Бер сара ла тайға ҡалманы.

Сыбыртҡылар шартлап туҡтау
менән
Йыһан тынысланды тағы ла.
Ҡапҡа булып ҡалҡҡан киң
йәйғорға
Йылҡы-болот, ана, ағыла.

Миләш

Миләшкә ҡарап беләләр
Ҡыштың нисек килерен.
Емештәрҙе суҡый турғай,
Бәхетенән илереп.

Үҙәккә үтһә лә һыуыҡ,
Хәсрәте юҡ ҡошсоҡтоң.
Йомарт ағас арҡаһында
Нисә тапҡыр ҡыш сыҡты.

Мин миләштән кәмменме ни?
Тәлгәштәрем тос, суғым.
Ҡулымда иркә бәүелә
Бәпәйгенәм-ҡошсоғом.

Киләсәктә сабыйымды
Яҙмыш ярлыҡар, тимен.
Уның өсөн йыйған малдан
Эйелә арҡам, иңем.

Миләш менән тиңдәш булып
Шау сәскәгә төрөнәм.
Емеш бирер мәлем үтһә,
Һут һурырҙар бөрөнән.

Һиңә

Һинең матур ирендәрең,
Һинең матур күҙҙәрең.
Һинең матур тауышҡынаң,
Һинең матур һүҙҙәрең.

Һинең "аҡҡошом" тип наҙлап,
Көн һайын өндәшеүең.
Мине һиңә тиклем уҙған
Йылдарҙан көнләшеүең...

Һинең мине күтәреүең,
Балалай өйрөлтөп.
Йәнде күккә аштырыуың,
Ҡоштарҙай сөйөрөлөп...

Барыһы ла ихлас инде,
Барыһы ла ныҡ танһыҡ,
Сөнки һин
әкиәт кеүек
Хыялымдан сыҡҡанһың.

Күҙҙәрең

Күҙҙәрең бигерәк моңһоу,
Баш юғалтырлыҡ тәрән!
Шул тәрәнгә хис ҡойоно
Өйрөлтөп этәрә.

Төпһөҙ матур күҙҙәреңдә
Бер ҡалҡынам, бер батам.
Айнығас, ябай донъяның
Ярына сығып ятам.

Тәрән күҙҙәреңдә күрәм
Батҡан ҡыҙҙарҙың һынын.
Һәләк булғым килмәй минең
Буш хыялға ымһынып.

Ау ҡорған керпектәреңдән
Илай-илай ҡотолам.
Ҡотолам да эс бошорғос
Тормошомдан йотолам…










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)