RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хәйҙәр ТАПАҠОВ: Ҡунаҡ ашы

06.06.2014 Хәйҙәр ТАПАҠОВ: Ҡунаҡ ашы

Ҡатышып йәшәгән Солтановтар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барҙы ниһәң, ни алып ни бире­­рен белмәй аяҡ өҫтө баҫып һыйлайҙар улар, Ғәйфулла дуҫым да, ҡатыны Фәниә лә бигерәк ихлас, йомарт, ҡунаҡсылдар. Пар килгән ундайҙар хаҡында ғәҙәттә: «Бер ҡап та бер һап», – тиҙәр. Ауылдарының буш ятҡан көнсығыш өлөшөн иркен итеп кәртәләп, ҙур йорт күтәреп ебәргәйнеләр, әле өҫтәмә хужалыҡ ҡаралтыларын төҙөп бөтөрөп, гөрләтеп йәшәп ятҡан көндәре. Өйҙәренең һыртында умарта баҙы күренгән, кәртә ҡырлатып умарталары теҙелгән ҙур картуфлыҡ баҡсаһы, шуның эргәһендә мал ҡаршылау өсөн ҡапҡаһы урман яғына ҡаратып асылған, шифер менән көпләнгән һарай, ары мунса, келәт, аласыҡ, төшөр урынына ҡулайлап, ҡыйыҡлап эшләнгән өкәлтәкле ҡар баҙы ҡушарлап теҙелгән. Эшсән, тырыш булғас, бер ҙә генә замана ауырлыҡтарына зарланып күктән көтмәйҙәр, йүнләгәнгә яйы табылып тора.

Был юлы барғаныбыҙҙа ла шулай булды: оло мәжлескә туған-тыумасаһын, яҡындарын йыйып ҡунаҡ күрһәттеләр, оҙон бер урамға һуҙылған ауылдың осонан-осона йөрөп һыйландыҡ.

Кис еткәс, сираттағы мәжлестән ҡайтышлай ишек алдындағы баҡсала ҡатындар беҙҙе аулаҡта ҡалдырҙы. Хужа үҙе менән тотоп килгән ҡурайын ойоҫҡотоп уйнап ебәрҙе, шунан килешле, яғымлы ғына итеп оҙон көй ҙә һуҙҙы. Ғүмер буйы аралашып йәшәгәс, Ғәйфулланың холоҡ-ҡылығын беләм, ул бына ошолайтып йәшәүенең һәр мәленән матурлыҡ эҙләй, шунан ләззәт, көс-дәрт таба.

Йыр-моңдан кинәнес алып һүҙҙе һүҙгә ялғап ултыра биргәс, ул башынан үткән бер ғибрәтле хәлде һөйләп ташланы. Ғәйфулла, артыҡ һүҙсән булмаһа ла, телгә бөткән, күргән-кисергәндәрен мауыҡтырғыс итеп хикәйәләй белә.

– Ҡорҙаш, минең ҡыҙҙың Германияға китеп, шунда кейәүгә сыҡҡанлығын беләһең. Берҙән-беребеҙ булғас, уны һөйөп, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙек. Йәшермәйем, ҡыҙыбыҙ сит тарафҡа юлланып, шундағы институттарҙың береһендә тел буйынса уҡытып, фән кандидаты дәрәжәһенә күтәрелгәс, ҡатын менән бик тә ғорурландыҡ. Күрегеҙ, йәнәһе, төпкөлдән сығып та, Европа кимәлендә бирешмәй эшләп йөрөй, ят телдә һөйләшкән студенттарға һабаҡ бирә! Торараҡ, ҡыҙыбыҙ, немец егетенә кейәүгә сығам, тигәс, ошоғаса булмышыбыҙҙы ҡымырйытҡан ҡыуанысыбыҙ һүрәнләнде, һүрәнләнеү генә түгел, икәүләп, бот һынып ултырып көйәләнә башланыҡ. Күҙ алдына килтер: ейер ризығыңдың яртыһын өҙөп ҡаптырып үҫтергән балаң сит ил егетен яҡын күреп, ғаилә ҡорорға йыйынһын әле! Ниндәйҙер күрмәгән-белмәгән нимес өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен дә. Нимә, беҙҙә, дастуйный егеттәр бөткәнме, тип янып киттем башта, ана, беҙҙән ике өй аша йәшәгән агроном Фәнил кемдән кәм, алыҫтаныраҡтан һайлайым тиһә, күрше ауылдағы ҡорҙаштың нефть институтын бөтөргән улы бар! Оҙаҡ туҙындым шулай, йәшерен-батырын түгел, инәнән күргән тун бесә, бөтә бәләнең башында һин генә, тип тел менән Фәниәне туҙҙырып ташланым да пуштыға елтерәп барып телеграмма оҙаттым: «Кейәүгә сығыуыңа минән, туйыст, беҙҙән рөхсәт юҡ. Ҡалғанын ҡайтҡас һөйләшербеҙ! – Рәсми ҡырыҫлыҡты белдерергә теләп, иң аҙаҡҡа былай тип тә өҫтәнем. – Ғәйфулла, Фәниә Солтановтар». Үҙемсә план да ҡороп ҡуйҙым: ялға ҡайтып төшһә, яйын табып, теге Фәнил менән осраштырып, килештереп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, бата ла уҡытып ҡуйырбыҙ әле. Шунан һикерәңләр-һикерәңләр ҙә тынысланыр бер килеп, ҡайҙа ғына барһын, ошоғаса тулаған ат тәртә һындырғаны юҡ әле. Мәктәпте бөтөргәнсе быларҙың яҡын итеп дуҫлашыуҙарын да урыҡ-һурыҡ ишеткәнебеҙ бар ине. Элек оҡшатҡас, моғайын, хәҙер ҙә яҡын күрер, прусты, ситкә киткән дә һыуына төшкән, иҫтән сығарып ебәргән! Уҡытам, тиһә, беҙҙә лә юғары уҡыу йорттары етерлек, ҡалаға күсерҙәр ҙә шуларҙың береһенә урынлашыр, беҙҙең ярҙам менән фатир мәсьәләһен дә хәл итерҙәр. Ҡорған пландарым бына ошолайыраҡ ине. Уйымды ҡатынға ла еткерҙем. Шик белдерә был: «Кем етте шуға етәкләп кенә оҙатырға ҡыҙыбыҙ бүлтерәк һарыҡ бәрәсе түгел дә, ауылса фекерләп, баһалап еткермәһәк тә ғалимә бит ул. Фәнил тиһең дә ул, хәҙерге йәштәр бит үҙҙәренсә, һөймәгәнгә һөйкәлдереп булырмы икән?» «Булыр! Бына хәҙер Фәрит ҡорҙашҡа барам да яйын тап килтереп төшөндөрәм». «Йөрөмәйһең, ике аяғыңдың береһен баҫмайһың, белекһеҙ! Баҙары үтмәгән ултыраҡ ҡыҙ түгел Зөлфиәбеҙ!» Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле, иртәгеһен Фәрит беҙгә үҙе килеп инмәһенме! Һитәле балдан ҡойолған бал сығарҙым. Зәхмәтле эсемлек ҡеүәтенән теле сиселә төшкән ҡунағым һүҙ араһында, ҡағып-һуғып ҡына үҙенә иш таба алмаған улы хаҡында әйтеп һалды, беҙҙең ҡыҙ хаҡында ла белеште, йәштәр килешә ҡалһа, ҡоҙа булышып тупһаға туҙан ҡундырмай татыу йәшәр инек, тип тә ебәр­ҙе. Әйтелгәндәр йәнемә майҙай яғылды.

Ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы, өс-дүрт көн үтеүгә яуап телеграммаһы килеп төштө. «Генрих менән граждан никахындабыҙ. Ҡунаҡҡа килегеҙ». Бына һиңә, мә, аңламаҫһың хәҙерге йәштәрҙе, йә кейәүгә сығам, тип башты ҡатыралар, рөхсәт итмәйем, тиһәң, һылтауын уйлап сығаралар. «Граждан никахы ғәҙәтиһенән ҡайһы яғы менән айырыла?» – тип һораным бисәнән. «Йәштәрҙең үҙ-ара бер ниндәй бурыстары ла булмай. Ҡыҙыҡһыныуҙарының, характерҙарының тап килмәүе асыҡланыу менән икеһе ике яҡҡа китә лә бара». Бына килде бит көнитмеш, бата уҡытһаң, һин ҡорған ғаиләң өсөн Алла ҡашында яуаплыһың, был яңыса өйләнеү сараһы әхлаҡ ҡалыптарына һыймаған еңел-елпе бер нәмә икән. Шулай үҙ алдыбыҙға янып-бөтөрөндөк тә, ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай, күндек. Аҙна-ун көндән Зөлфиә ҡабатлап телеграмма һуҡты: «Көтәбеҙ. Килегеҙ». Ҡатындың күҙ-ҡарашы, барам, тип янһа ла, яйымды яйлап өйрәнгән бит инде ул, өнһөҙ тиҫкәреләнеүемде самалап, ауыҙ асып һүҙ өндәшмәне. Тағы ла бер нисә көн үтеүгә йәнә саҡырыу килеп төштө. Ниһайәт, Фәниәнең сабырлығы һынды шикелле, шырпылай тоҡанып, мине әрләп ташланы: «Был тиклем дә таш бәғерле булырһың икән, әйтәгүр, баланың һағынып үҙәге өҙөләлер, юғиһә ҡат-ҡат хәбәр ебәрәме? Теләмәһәң, ҡал әйҙә, үҙем барам, алыҫ ер булһа ла нисек тә табырмын әле!» Утты ут менән һүндермәйҙәр, инде килеп үҙем өндәшмәй ҡалдым.
Ҡунаҡҡа күрше ауылға бармайбыҙ бит, әкренләп йыйына башланыҡ. Сит ил паспорты юлланыҡ, бараһы еребеҙгә рәсми рөхсәт алыуға ла апаруҡ ваҡыт китте. Ҡатындың хәстәре башҡа, уның бар белгәне: алып бараһы күстәнәстәрҙе хәстәрләү. Күрмәгән-белмәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың алдында мах бирге килмәй, хәлебеҙҙән килгәнсе ҡуҫтарландыҡ. Юлға сыҡтыҡ, Өфөнән Мәскәүгә остоҡ, шунан «Домодедово» аэропортынан Берлинға. Германияның баш ҡалаһына өсөнсө көн тигәндә, төштән һуң барып еттек. Самолетҡа трап биргәс ҡаршы алыусылар алдында ыҫпай күренергә теләп, башымда ялпашҡан эшләпәмде төҙәтә биреп кейҙем, нисәнсе көн инде муйынымды быуып ыҙалатҡан галстугымды төҙәттем. Түбәнгә төштөк, аэропорт пассажирҙары өсөн тәғәйенләнгән ян-тирәһе асыҡ автобусҡа ултырып, көтөү залына килдек. Беҙҙе әллә ҡайҙан күреп ҡалған ҡыҙыбыҙ йүгереп килеп муйыныбыҙға һырылды. Танымаҫлыҡ кимәлдә матур, күркәм, шул уҡ ваҡытта беҙҙәгеләргә оҡшатмай кейенгән. Саҡ таныныҡ, бындағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан һис айырырмын тимә. Илай-көлә күрештек, һаулыҡ һораштыҡ. Ҡыҙымдың яңғыҙ булыуы аптырауға ла, ҡурҡыуға ла һалды, нисек инде, әллә теге нимес кейәү ҡыуып та сығарғанмы быны? Минең уйымды күҙҙәремдән уҡыған Зөлфиәм тынысландыра һалды: «Бөтәһе лә һәйбәт, атай!»

Һәйбәт булғас һәйбәттер инде, сығып, ҡиммәтле иномаркаға ултырҙыҡ. Зөлфиә машинаны оҫта йөрөтә, һыуҙағы балыҡ һымаҡ иркен ҡылана, ҡаланы ла яҡшы беләлер. Ул эргәһендәге миңә һирпелде: «Үҙемдең шәхси машинам, атай. Бында машина байлыҡҡа иҫәпләнмәй, бары уңайлы хәрәкәт итеү сараһы ғына». Ә беҙ Фәниә менән өйләнешкәндә ҡара төтөн борҡотҡан «кәзә» матайым ғына бар ине, шуны ла мөлкәткә хисаплай инек.

Мине иң беренсе әйләнә-тирәләге бөхтәлек хайран итте, саң-туҙан, ҡый-һай ҡунған ерҙе күрмәҫһең, урамдар, юл ҡырҙары аллы-гөллө сәскәгә күмелгән, үрмә гөлдәр хатта бағаналарҙы уратып, юғарыға үрләгән. Бөтә урында ла – күҙҙе сағылдырған йәшеллек. Ожмахҡа барып юлыҡтыҡ, валлаһи, фани донъяла сәскә атҡан ожмахҡа! Юл ыңғайы туҡтап, Зөлфиә беҙҙе, супермаркетҡа алып инде, әсәһенә шәшке тун, ҡиммәтле итек, миңә костюм-салбар, туфли бүләк итте. Кәшелүгендәген көн дә йөрөткән аҡсалай күреп, еңел генә иҫәпләште. Үәт, йәшәй бит бындағы халыҡ, беҙҙәге шәшке түгел, мутон тунды алыр өсөн генә лә билеңде етенән быуып ике-өс йыл бил бөгөргә тура килер ине әле. Тик бер нәмә баштан уҡ күңелемә ятманы: бындағы кешеләрҙең ташҡа әүерелгән туң йөҙҙәре. Улар бер ниндәй хис тә, тойғо ла белдермәй, әйтерһең дә, аҡ мәрмәр таштан юнылғандар. Шаулашмайҙар ҙа, ҡысҡырышмайҙар ҙа, тере мәйеттәй ҡабаланмай ғына ҡымғырлайҙар, төҫ-баштан айырыптыр инде, беҙҙең яҡҡа яратмай ҡаш төйөп алалар.

Ҡыҙыбыҙ ғына ҡабаттан руль артына тығылыу менән артҡы ултырғыстағы әсәһенә боролоп, эргәһендәге миңә ҡарап, мауығып хәбәр һөйләй, көлөп ебәрә. Бала саҡтағы асыҡ-ярыҡлығы, алсаҡлығы ҡалмаған тимәк.

Тәҙрә аша Берлинды күҙәтәм, боронғо менән хәҙерге һыйышып йәшәгән мөһабәт ҡала. Быяланан хасил замана йортона бер нисә быуат элек төҙөлгән хараба һыйынып ҡалҡҡан. Иҫкене берәү ҙә, дөйөм камиллыҡты боҙа, тип һүтеп ырғытмаған. Боронғоноң хәҙерге менән берләшеүе ҡайһылыр кимәлдә ниндәйҙер бөтөнлөк, тамамланғанлыҡ хасил итә. Саҡырыусы атамаһы әллә ҡайҙан йәлеп иткән ҡунаҡхана янында туҡталдыҡ, беҙҙең бараһы ер, моғайын, ошо тирәләлер, тип уйлап ҡуйҙым. Яңылышҡанмын икән, ҡыҙыбыҙ беҙҙе шунда индереп алдан хәстәрләнгән номерға урынлаштырҙы. Аңшайып, юғалып ҡалып асҡан ауыҙыбыҙҙы йома алмай торабыҙ. Зөлфиәбеҙ хәлде ябай ғына итеп төшөндөрҙө: «Һеҙгә ял итергә ҡулай булыр, иң ҡиммәт номерҙы һайланым. Бында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, хеҙмәтләндереү юғары класлы. Туҡланыу өсөн борсолорға кәрәкмәй, бүлмәгеҙгә үк килтерерҙәр. Германияла ҡунаҡты өйҙә йоҡлатыу йолаһы юҡ шул. Беҙҙә ҡуна ҡалһағыҙ, быны Генрих аңламаҫ, ҡабул итмәҫ».

– Ә ҡоҙа-ҡоҙағый, кейәү ҡайҙа? – аптырап һораным.

– Генрих футболға китте. Бөгөн бундеслигала* хәл иткес осрашыу, уны бер нисек тә ҡалдырырға ярамай. Ә ҡайным менән ҡәйнәм, этебеҙ ауырып китте, шуны ветеринарға алып бараһы бар, тип шылтыратты, ғәфү үтенде.

– Ә-ә-ә, шулайҙыр инде, – тип һуҙҙы Фәниә, күп нәмә аңына барып етмәһә лә.

Йәшерен-батырын түгел, кәйеф китте, күңелемдән: «Ер аяғы ер башынан килгән ҡоҙаларына ҡарағанда эте ҡәҙерлерәк икән», – тип уйлап ҡуйҙым.
Зөлфиәбеҙ ҙә оҙаҡ тотҡарланманы, кисектергеһеҙ осрашыуға барам, иртәгә сәғәт һигеҙҙә килеп етербеҙ, тип сығып китте. Һағыныуы шул самалыр инде, йәнә, күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тигән мәҡәл дә бар бит әле, ул да йәшәй-йәшәй бындағы халыҡтың яйына күнеп баралыр.

Аулаҡта ҡалғас, сиратлап ванна бүлмәһендә юл туҙанын сайып алдыҡ. Уңғарсы һыйыр телендәй бутерброд менән минераль һыу килтерҙеләр. Үтә лә наҡыҫ тәғәм асығыуҙы баҫаһы урынға оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Киске ашҡа ла шул уҡ ҙурлыҡтағы бутерброд менән кефир эләкте. Ҡатыным, аппетитым юҡ, тигән булып һыйҙан баш тартты, һиҙәм – минең тамаҡты ҡайғыртыуы. Өйҙән инселәп килтергән өй аҙыҡтарына оронманыҡ, төшкә тиклем йыйған балын төштән һуң йыпырған һағыҙаҡ һымаҡ Европаға килеп, үҙ күстәнәсеңде үҙең ашап ултырып булмай ҙа.

*Бундеслига – Германиялағы юғары футбол лигаһы.
(Дауамы бар).







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)