RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булып Теҙеләйем микән юлыңа?!.”

30.05.2014 “Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булып Теҙеләйем микән юлыңа?!.”

ҠЫҢҒЫРАУЛЫ ЯҘ

Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булып
Теҙеләйем микән юлыңа?!.
Күҙең һирпеп кенә ҡараһаң да,
Һулымам был яҙҙа, һулымам.

Мөлдөрәмә моңға тулышам да,
Төштәреңә инеп, зыңлайым.
Иҫкә алып ҡыңғыраулы яҙҙы,
Йөрәк тибешеңде тыңлайым.

Араларҙың алыҫлығы нимә?
Тын алышың, гүйә, янымда.
Мин йәшәйем ҡыңғыраулы яҙҙа,
Ҡыңғыраулы мәлем – аңымда.

Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булдым –
Асылды ла йөрәк, зыңланы!..
Һуңлап томалыуҙар түгел
микән?
Әллә инде яҙҙар һуңланы.

Ҡыңғырау ҙа ғына сәскә булып
Ҡыңғ(ы)рау ҡаҡһын әле йөрәгем.
Ишетмәһә, бер ишетер әле –
Күккә алып китмәм ерҙәген!

БАШҠОРТ ТАРХАНЫ

Кемдәр генә түрә, ай, булмаған,
Данламаған кемдәр илдәрен?!
Һиҙгер йөрәкле лә зирәк зиһен
Аңлай алыр тархан хәлдәрен.

Бер ҡулында ҡылыс уйнағанда,
Икенсеһе алған ҡурайын.
Милләтенә яу килгәндә үҙе
Ҡалҡан булып баҫҡан турайып.

Халайыҡҡа кәрәк һүҙҙе тап та,
Кәрәк һүҙҙе әйт һин батшаға!
Тархан күңелендә ҡояш сыға,
Тархан күңеленән ай баға.

Ул уң ҡулын һуҙған милләтенә!
Һул ҡулына батша таянған!
Тархандарҙың хатта
бер һүҙенән
Оло Башҡортостан уянған!

Халыҡ менән батша араһына
Күпер һалған башҡорт тарханы:
Түрәкәйҙең зирәк аҡылҡайы
Көл булыуҙан илде аяны.

Ай, түрәкәй генә, түрәкәй шул!
Исемдәрен яҙған тарихҡа.
Унан ҡалған алтын аҡыл мәңге
Доға булып торор халыҡҡа!

Ул Уралдың үҙе кеүек ғорур –
Ир аҫылы, илдең ҡалҡаны.
Милләтенең аҡыл-зиһене ул –
Көслө рухлы башҡорт тарханы.

УТҠА ӨНДӘШЕҮ

Эйәләшһен әле ҡулға утым,
Буйһондорам әле мин утты.
Тыңлап тороп усаҡ тауыштарын
Көҙгө урманымда йыр оттом...

Илағандай ине башта ялҡын,
Юҡ, сеңләүе икән ҡыҙҙарҙың...
Сеңләп ҡыҙҙар оҙатмайҙар
хәҙер,
Ут алдында эстән ҡыҙарҙым...

Өзләгәндәй кеүек булды утым,
Хәтерләтеп йырлы табынды.
Табып була хәҙер айыҡ табын –
Ут алдында эстән ҡабындым.

Иңрәү тауышы ла килгән кеүек,
Йәшен булып йәшнәй усағым.
Һуғыш та юҡ кеүек, тик йәштәргә
Төбәп ташлай әжәл бысағын.

Ут уйнатып ярһый ғына усаҡ,
Имләгәнде көҫәй ут илде.
Утҡа табыныусы бабам рухы
Ут йөҙөндә, гүйә, терелде.

Усаҡ, усаҡ, әгәр һинең аша
Ҡот ҡойолһа изге еремә,
Мин әҙермен ҡабат төшөнөргә
Ялҡындарҙың зәһәр серенә.

Йолаһын да теүәл
башҡарырмын,
Осҡон телдәрен дә тойормон.
«Һаҡла телде!
Һаҡла ерҙе!» – тиеп,
Илде һаҡлар ғәм-ҡот ҡойормон.

Утым, утым, ялҡын телдәрендә,
Йәлләдтәрҙе бейет утыңда!
Килгәндәре кире китә торһон,
Төп халыҡтар ҡалһын йортонда!

Һәр береһе үҙ илендә кәрәк,
Үҙ теленә һәр кем һыйынһын!
Ут ҡабынһын һәр бер аҫабала,
Телгә ҡаршы сығыу тыйылһын.

Ҡайҙан ғына килһә, шунда
китһен
Ил эсенә тулған ваҡлыҡтар!
Ихлас ғәмәл илдә хаким итһен,
Халыҡ зиһенендә хаҡлыҡ бар!

Утҡа ҡарап теләк теләнем мин,
Ҡот ҡойҙом мин ғәзиз еремә.
Шуны ғына көткән аҫыл һүҙҙәр
Аныҡ ғәмәл булып терелә.

Эйәләшһен әле кире утым,
Ҡулдарыма алам ҡуҙ-күмер.
Үҙ ереңдә гөрләп йәшәмәһәң,
Үҙ телеңдә йырлап йәшәмәһәң,
Бысағымамы ни был ғүмер?!

АЛИ КАРНАЙҘЫҢ УЛЫ САРИМ
КАРНАЙҒА ҺҮҘ

Ҡырын итеп һиңә ҡарамайым,
Эй, тартаһың мине һин, Ҡырым!
Осоп ҡына барып ҡайтыр инем –
Араларҙа меңәр саҡрым...

Ялт-ялт итә минең зиһенемдә
Ялта ҡалаһының исеме.
Ял ит, тиеп саҡырғандан түгел,
Әллә бер уҙаман өсөнмө?!.

Шул тарафҡа мине тартып тора
Карнай тоҡомоноң дауамы.
"Беҙ ҡайтырбыҙ!.." тигән
олатайҙың
Һүҙкәйҙәре һеҙгә дауамы?!.

Ҡырымдарҙан ҡыйыр-ҡыймаҫ
ҡына
Берәү ҡарай кеүек был яҡҡа.
Тауышында һағыш моңо сыңлай,
Ҡуҙ өҫтәлгән кеүек усаҡҡа.

Ҡырым буйҡайҙарын
ҡыҙырманым,
Уйҙарымда ҡылдым сәйәхәт.
"Беҙ ҡайтырбыҙ!.." тиеп
йәшәй ағай,
Йөрәгенә йомоп йәрәхәт.

ЙӨРӘК ТЕЛЕ

Беҙ икебеҙ ике телдә
Һөйләшәбеҙ шикелле.
Тағы оҙаҡ былай барһа,
Аңлашыу ҙа икеле...

Аралашыу күсеп киткән
Телмәренә һүҙҙәрҙең.
Тоймайбыҙ ҙа төҫлө хәҙер
Ишараһын күҙҙәрҙең...

Ишетмәйбеҙ эске аңды
(Ул бит хистәрҙә терәк!)
Тойор инек, әгәр һүҙҙе
Йөрәккә әйтһә йөрәк!..

Онотҡанбыҙ йөрәк телен,
Һөйөү китабы ябыҡ.
Тәүге сәскәңде хәтерләп,
Их, булырмы хис табып?!.

...Тәүге хистәрҙе хәтерләп,
Хисемә үрәм хисте.
Хәтирәләр зиһенемә
Яҡты нур булып күсһен!..

Иҫкә алам шишмә башын,
Беҙ тәмләгән сафлыҡты.
Беҙҙең өсөн шул көмбәҙҙән
Ҡотлораҡ та наҙ юҡтыр!

Яңынан иҫкә төшөрәм
Онотҡан йөрәк телен –
Кешене кеше итеүсе
Иң миһырбанлы белем!

АТҠА МЕНҺЕН ӘЛЕ БЫЛ ХАЛЫҠ

Ат йәнле был башҡорт, тигән
даны
Алыҫтарҙан киткән алыҫҡа!
...Бөгөн генә атһыҙ ҡалып бара,
Ах, ошо һүҙ тейҙе намыҫҡа.

Ат үрсетмәҫ халыҡ түгел дә беҙ,
Арыған шул башҡорт аттары.
Яуҙар һайын ҡырылғандар ғына:
Күккә ашҡан йылҡы аһтары.

Дәүер һайын халҡы менән бергә
Оло һынау тотто был аттар.
Тамға һуғылғанға йөктән ауҙы,
Тонсоҡтолар ыуҙан юртаҡтар.

Башһыҙ һыбайлылар
булмайыҡ беҙ,
Атҡа менһен әле был халыҡ!
Былар мине йүгәнләне тиеп,
Ҡарап торһон Ваҡыт таң ҡалып.

Ат тояғы тауыштары килһә
Машинаның үткән юлында,
Тимәк, заман менән боронғолоҡ
Ышаныслы дәүер ҡулында.

Тимәк, әле дөрөҫ юлда саба
Мәңгелеккә табан Кешелек!
Аҡбуҙаттар һаҡлап тора илде,
Төшмәҫ элек бәлә ишелеп.

Ат тояғы даға эҙе һалып,
Үтә икән тыуған ереңдән,
Килгән афәттәр ҙә кире китер,
Бәрәкәттәр ҡайтыр киренән.

Ат йәнле был башҡорт, тигән
даны
Киткәндә лә бер мәл сайҡалып,
Атта сабып Уңыш үҙе килә:
Атҡа менһен әле был халыҡ!

Атҡа менһен әле милләтебеҙ!
Йүгәндәрен алһын ҡулына!
Асылыкүлдән йылҡылары
сыҡһын,
Толпарҙары сыҡһын юлына!


ТӨНГӨ ҺАНДУҒАС
Гөлнара Хәлфетдиноваға

Һиҫкәндереп ғашиҡтарҙы,
Ғәм өҫтәп уйлыларға,
Эй, һайраны бер һандуғас,
Төндө сорнап йыр-моңға!

Оҙон көйҙө көйләйме ул?
Халыҡ йырын һуҙамы?
Тауҙарға ул йыр үрелә,
Һыуҙар буйлап уҙамы?

Нағыш итеп сигә йырын,
Йырынан үрә толом.
Моңонан хасил урмандар,
Йырынан хасил болон!

Эй, таңдарҙы данлай йырсы!
Таңдарға яҡын ара.
Көндәр нисек тә үтә ул,
Һин төндә һайрап ҡара!

СИЛӘБЕ
БАШҠОРТТАРЫ

Оло Башҡортостан –
мәмләкәтем!
Эҙләп табырлыҡмы сигеңде?!
Әле ҡасан ғына батшаларҙы,
Башҡорт ҡалҡыр, тигән
шик еңде...

Берҙәм булһа, улар ҙур көс тиеп,
Аямаған улар халыҡты.
Күпме башҡорт ябай фарман
менән
Ябай түгел хәлгә юлыҡты.

Күпме милләттәшем ситтә
ҡалды,
Төшөп ҡалған кеүек караптан.
Ярай әле Күктәр ҡәүемемде
Сәмле рухлы итеп яралтҡан!

Бер йөрәкте телгеләгән кеүек,
Унан-бынан ерҙәр бысылған:
Миңзәләнең йылғалары һыҡтай,
Ырымбурҙа илай сал ҡылған.

Баш йортоңда башҡорт булыу –
бер хәл,
Башҡорт булып ҡара һин ситтә!
Силәбенең башҡорттары беҙгә
Ысын башҡорт рухын күрһәтә!

Силәбенең башҡорттары беҙгә
Алып килә яугир ҡомарын.
Үҙ ниәте менән ватып инде
Улар Рәсәй сиге диуарын.

Милләт ҡаны ҡайнап торғас, ана,
Һөйләшәләр гүзәл һөйләштә!
Силәбенең батырҙарын донъя
Еңә алғаны юҡ көрәштә!

Силәбенең башҡортона, гүйә,
Һис булмаған илдең сиктәре.
Ҡан хәтере менән асты улар
Рәсәй киңлегенең биктәрен.

Силәбегә хәҙер бармайым мин,
Силәбегә хәҙер мин ҡайтам.
Ата-бабам ҡаны тамған ерҙе
Башҡорт ҡәғбәһе тип яратам!

Силәбелә – Зәйнулланың эҙе!
Аҡмулланың һуңғы һулышы.
Оло Башҡортостан берҙәмлеге –
Киләсәккә беҙҙең юл ошо!

Лариса АБДУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)