RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшлек”тең ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар”

17.05.2014 “Йәшлек”тең ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар”

Яңы йыл сценарийҙары конкурсына күптән һығымта яһаныҡ инде, призлы урындар яулаусылар бе­рәм-һәрәм редакцияға килеп, танышып, бүләк алып ҡыуанып ҡайтты. Ә бына гран-приға лайыҡ булыусы еңеүсебеҙ – Белорет ҡалаһынан Зөл­фиә Сәлихова үҙен оҙаҡ ҡына көттөрҙө. Уны аңлар­ға була, ара яҡын түгел, етмәһә, Өфөгә сыҡҡанда бер нисә эште бер юлы йомошлауың файҙалыраҡ. Баш ҡалаға йыйынғансы, ваҡыт тигәнең үтеп тә киткән, тип тыйнаҡ йылмая ҡатын.

“Йәшлек”тең ниндәйҙер  һөйкөмлө һөйәге бар”Еңеүсебеҙ сығышы менән Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт ауылынан. Зөлфиәнең атаһын, РФ-ның, БАССР-ҙың мәғариф отличнигы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы, мәрхүм Марат Ғизетдин улы Муллағоловты белмәгән, хөрмәт итмәгән кеше заманында һирәк булғандыр. Әсәһе Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы – почетлы мәғариф хеҙмәткәре. Уҡы­тыусылар династияһынан сыҡҡан Зөлфиә лә педагог һөнәренә эйә, БДУ-ның филология һәм журналистика факультетын тамамлаған.
Зөлфиә Сәлихованың Яңы йыл тамашаһы “Йәшлек”тә баҫылып сыҡҡас, уға бер нисә дуҫы рәхмәт әйтеп хат яҙа. “Сценарийыңды Яңы йылда файҙаландыҡ, матур килеп сыҡты, иң мөһиме – еңел яҙыл­ған, балалар тиҙ хәтерләй”, – ти улар. Хеҙмәтенең кемгәлер файҙа килтереүенә автор ҙа ҡыуана. Башҡа байрамдар өсөн сценарий һорап мөрәжәғәт итә башлайҙар, берәү хатта, туй өсөн дә яҙ әле, тип һорай.

– Төрлө байрам тамашаларын туплап, мәктәп, мәҙәниәт йорто сәхнәләре өсөн ҡулланма төҙөйөк тип, “Йәшлек” гәзите кәрәкле эш башҡарыр­ға уйлай. Ҡәләм тибрәтеүсе барлыҡ гәзит уҡыусыларҙы ошо эшкә әүҙем ҡушылырға саҡырам, – ти еңеүсебеҙ. Тәү башлап сценарийҙар яҙыуға тотоноуын ҡатын былай тип һөйләй:
– Юғары уҡыу йортон та­мамлағас, районда, Яуымбай ауылында эш башланым. Ди­ректорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булдым. Сценарий яҙырға өйрәнеүем дә ошо вазифаға бәйле. Сөнки бөтә байрамдар, мәҙәни кисәләр үткәреү минең яуаплылыҡта булды. Һәр сара үткәреү өсөн тәүҙә яҡшы сценарий кәрәк бит инде. Үкенескә күрә, ул ваҡытта башҡортса сценарийҙар табыуы бик ауыр була торғайны. Интернет та булманы. Шуға күрә үҙемә уйлап сығарып яҙырға тура килде. Төп ярҙамсылар – китап-журналдар, барлыҡ фантазияңды эшкә егергә генә кәрәк.

Еңеүсенең ғаиләһенә килгәндә, ул һәр яҡлап өлгөлө. Тормош арбаһын лайыҡлы тартҡан Зөлфиә һәм Иршат Сәлиховтар ике ул тәрбиәләй. Кейәүгә сыҡҡас, ҡатын уҡытыусылыҡ эшенән китергә мәжбүр була, үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышлай. Ә ир янғын һүндереү часында эшләй. Ҡала мөхитендә Айтуған һәм Азаматҡа башҡорт рухын һеңдереүҙә әсә менән ата ҙур көс һала, улдарыбыҙ хәҙерҙән үк ике тел белә, тип ғорурлана. Малайҙар кескәй генә саҡтарынан халҡыбыҙҙың “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күсәк” кеүек мәшһүр эпостарын әкиәт итеп тыңлап үҫә. Әсә икеһенә лә балалар баҡсаһындағы иртәлектәрҙә ҡатнашҡанда кейер өсөн башҡорт милли костюмдары теккән, улдарының башҡортлоғон һәр саҡ иҫтәренә төшөрөп, мәҙәниәткә, телгә ҡарата һөйөү, ихтирам хисе тәрбиәләргә тырыша. Ата-әсә лә, балалар ҙа бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғаиләнән шәхестәр сығасағына шик юҡ.

Декрет ялында ултырғанда, һөнәрен арттырып, тәрбиәсегә уҡып алған Зөлфиә Марат ҡыҙы, балалар үҫә төшкәс, тәрбиәсе йәки уҡытыусы булып артабан эшләргә хыяллана. Әлегә хужабикә, тәрбиә эшенән тыш, яратҡан шөғөлдәрем аша күңелемә тыныслыҡ, илһам алам, ти. Ул һүрәт төшөрөргә, сигергә, ынйы-мәрйен, сәйләндәр­ҙән муйынсаҡ, беләҙек кеүек төрлө биҙәнеү әйберҙәре эшләргә ярата. Сәскә үҫтереү инде әсәһенән “йоҡҡан”. Зәкиә апайҙың, биология уҡытыусыһы булғанға күрәме, тәҙрә төптәре шау сәскә була. Әсәнән күргән – тун бескән, хәҙер ҡыҙы ла сәскә янынан битараф үтеп китә алмай, баҡса эштәренән оло кинәнес таба. Ғаилә ҡалала үҙ йортон төҙөгән, бына-бына өй туйлаясаҡ. Уңған хужаларҙың йорто тирәләй баҡса ултыртылған да инде, сәскәләргә ҡупшы клумбалар ҙа яһалған.

Осрашыу аҙағында, гәзит уҡыу­сыларға әйтер һүҙем бар, тип, Зөлфиә былай тине:

– Бала сағымдан таныш “Йәшлек”тең һәр һанын уҡып барам. “Йәшлек”тең ниндәй­ҙер һөйкөмлө һөйәге бар – гәзит бөтә кешене үҙенә тартып тора. Ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта бай йөкмәткеле лә һәм тормошсан да. Уҡымлы баҫма өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтергә ге­нә ҡала. Үкенескә күрә, әлеге көндә баҫма матбуғатҡа күберәк оло һәм урта быуын кешеләре яҙыла, ә йәштәр интернет селтәрендә ултырыуҙы хуп күрә, яңылыҡтарҙы шунан уҡығас та еткән, тигән ҡарашта. Интернетты яманламайым, шәп яҡтары бар. Кәрәкле мәғлүмәтте “һә” тигәнсе таба, дуҫтар, туғандар менән теләгән ваҡытта аралашыу мөмкинлеге бирә. Әммә насар яҡтары ла етерлек бит. Һаулыҡҡа зыяны күп, ваҡытты дөрөҫ бүлә белмәүгә килтерә. Шуға күрә йәштәрҙе лә гәзит-журналға яҙылырға, уҡырға өндәр инем. Башҡорт матбуғатына яҙылайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ, яратҡан баҫмаларыбыҙҙың тиражы кәмеүгә юл ҡуймайыҡ!

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)